YouVersion Logo
Search Icon

Титусҡа 1

1
1Алла хеҙмәтсеһе һәм Ғайса Мәсих илсеһе Паулустан сәләм. Алла тарафынан һайлап алынғандарҙың иманын нығытыу һәм ихлас табыныуға илтеүсе хәҡиҡәтте танып белеүгә килтереү өсөн ебәрелдем мин. 2Был иман һәм хәҡиҡәтте танып белеү беҙгә донъя башланғансы уҡ Алла вәғәҙә иткән мәңгелек тормошҡа өмөт бирә, ә Ул бер ҡасан да ялған һөйләмәй. 3Үҙ ваҡыты еткәс, Ҡотҡарыусыбыҙ Алла бойороғо буйынса миңә ышанып тапшырылған вәғәз аша Алла Үҙенең хәбәрен иғлан итте. 4Минең менән бер үк иманды уртаҡлашыусы ысын улым Титусҡа Атабыҙ Алланан һәм Ҡотҡарыусыбыҙ Ғайса Мәсихтән мәрхәмәт һәм именлек теләйем.
Титустың Крит утрауындағы вазифалары
5Бойороғома ярашлы, тамамланмаған эштәрҙе тәртипкә килтереү һәм бөтә ҡалаларҙа ла берҙәмлектәргә өлкәндәр тәғәйенләү өсөн, һине Критта ҡалдырҙым. 6Берҙәмлек өлкәне намыҫлы тормош алып барырға, ҡатынына тоғро ир булырға тейеш. Балаларының да иманлы, буйһонмауҙа ғәйепләнмәгән, аҙғын юлға баҫмаған булыуы мотлаҡ. 7Етәксе, Алла эштәре менән идара итеүсе булараҡ, намыҫлы тормош алып барһын. Ул тәкәббер ҙә, ҡыҙыу ҙа, эскесе лә, һуғыш суҡмары ла, һаран да түгел, 8ә ҡунаҡсыл, яҡшылыҡҡа ынтылған, тотанаҡлы, ғәҙел, Аллаға тоғролоҡло булһын, үҙен ҡулда тотоуы мотлаҡ. 9Хаҡ тәғлимәт буйынса нәсихәт бирә һәм ҡаршы кешеләрҙе кире ҡаға алһын өсөн, үҙе шул тәғлимәткә ярашлы ышаныслы һүҙҙе тотҡан кеше булырға тейеш.
10Буйһонмаусан, буш хәбәр һөйләүсе һәм алдаҡсы кешеләр күп, ундайҙар айырыуса сөннәтлеләр араһында байтаҡ. 11Уларҙы ауыҙҙарын ябырға мәжбүр итергә кәрәк, сөнки улар, хурлыҡлы табыш артынан ҡыуып, ярамаған нәмәләргә өйрәтеп, тотош ғаиләләрҙең тормошон боҙа. 12Араларынан берәү – үҙҙәренең аҡыл эйәһе: «Крит кешеләре алдаҡсы, яуыз йыртҡыс һәм ялҡау убырҙар», – тигән. 13-14Ул дөрөҫ әйткән. Шуға күрә улар хаҡ иман тотһон, йәһүдтәрҙең уйҙырмаларына һәм дөрөҫлөктө кире ҡаҡҡандарҙың күрһәтмәләренә иғтибар бирмәһендәр өсөн, ҡәтғи тәнҡитлә. 15Саф өсөн барыһы ла саф, ә иман тотмаған боҙоҡ кешеләр өсөн бер ниндәй ҙә саф нәмә юҡ, сөнки уларҙың аҡылдары ла, намыҫтары ла боҙоҡ. 16Улар, Алланы беләбеҙ, тип раҫлай, ә эштәре менән Унан ваз кисә, ундайҙар әшәке, тыңлауһыҙ һәм һәр төрлө изге эш өсөн һәләтһеҙ.

Highlight

Share

Copy

None

Want to have your highlights saved across all your devices? Sign up or sign in