YouVersion Logo
Search Icon

ІІ Тимоҫеусҡа 4

4
1Тереләрҙе һәм үлеләрҙе хөкөм итәсәк Ғайса Мәсих Батша булып килер, шуға күрә Аллабыҙ һәм Ғайса Мәсих алдында һинән үтенеп һорайым: 2Алла һүҙен вәғәзлә, быны уңайлы ваҡытта ла, уңайһыҙ ваҡытта ла эшләргә әҙер тор, яңылышты төҙәт, иҫкәрт, өйрәткәндә һәр ваҡыт сабырлыҡ менән өгөтлә. 3Шундай ваҡыт килер: кешеләр, хаҡ тәғлимәтте тыңламайынса, фәҡәт үҙҙәренең күңеленә ятҡан һүҙҙәрҙе һөйләгән вәғәзләүселәрҙе үҙ теләктәре буйынса һайлап алырҙар; 4улар, хәҡиҡәтте инҡар итеп, уйҙырма хәбәрҙәр тыңлар. 5Һин бөтә нәмәгә лә һиҙгер, ҡайғыларға түҙемле бул, Һөйөнөслө Хәбәр вәғәзләүеңде дауам ит, хеҙмәтеңде камил рәүештә башҡар.
Паулустың хеҙмәте
6Тормошом оҙаҡламай ҡорбан ителер, минең был донъянан китер ваҡытым етте. 7Мин яҡшы көрәш алып барҙым, аҙағына тиклем был юлды үтеп, иманымды һаҡланым; 8ә хәҙер мине хаҡлыҡ тажы көтә. Көнө еткәс, уны ғәҙел Хөкөмдар Раббы тапшырасаҡ, миңә генә түгел, Уның килеүен һағынып көткәндәрҙең бөтәһенә лә бирер.
Кәңәштәр һәм үтенестәр
9Минең янға мөмкин тиклем тиҙерәк килергә тырыш, 10сөнки Демас, был донъяны өҫтөн күреп, мине ташлап, Тессалоникеға юлланды, Крескес – Галатияға, Титус Далматиәгә китте, 11янымда Лукас бер үҙе генә ҡалды. Үҙең менән бергә Маркусты ла алып кил, ул миңә хеҙмәтемдә ярҙам итә алыр. 12Тухикусты мин Эфесҡа ебәрҙем. 13Килгән саҡта Троас ҡалаһында Карпостарҙа ҡалдырған сәкмәнемде һәм яҙмаларымды, бигерәк тә күнгә яҙылғандарын, алып кил. 14Баҡыр ҡойоу оҫтаһы Искәндәр миңә күп яуызлыҡ эшләне. Раббы уға ҡылған ғәмәленә ҡарап әжерен бирер. 15Һин үҙең дә унан һаҡлан, сөнки ул беҙ һөйләгәндәргә ҡырҡа ҡаршы килгәйне.
16Хөкөм алдында тәү тапҡыр яуап тотҡанда, янымда береһе лә булманы, бөтөнөһө лә ташлап китте. Был уларға ғәйеп һаналмаһын. 17Раббы иһә янымда булды һәм, Һөйөнөслө Хәбәр минең аша тулыһынса иғлан ителһен һәм бар халыҡтарға ишетелһен өсөн, миңә ҡеүәт бирҙе, арыҫлан ауыҙынан ҡотҡарҙы. 18Раббы мине бөтөн яуызлыҡтарҙан йолоп алыр һәм Үҙенең күктәге Батшалығы өсөн һаҡлар. Уға мәңгенән мәңгегә дан булһын! Амин.
Өҫтәлмә сәләмдәр
19Прискилла менән Акуласҡа һәм Онесифоростар ғаиләһенә сәләмемде тапшыр. 20Әрәстос Коринҫоста ҡалды; ауырып киткән Трофимусты мин Милетоста ҡалдырҙым. 21Ҡыш еткәнсе килергә тырыш. Һиңә Әүбулус, Пудес, Линос, Клаудиә һәм башҡа имандаштарың да сәләм ебәрә. 22Раббыбыҙ һинең рухың менән. Уның мәрхәмәте һеҙҙең менән булһын.

Highlight

Share

Copy

None

Want to have your highlights saved across all your devices? Sign up or sign in