YouVersion Logo
Search Icon

Римдарға 4

4
Ибраһим өлгөһө
1Халҡыбыҙҙың тәүатаһы Ибраһим тураһында нимә әйтә алабыҙ? Ул нимәгә өлгәште? 2Әгәр Ибраһим үҙенең эштәре өсөн аҡланған булһа, ул саҡта маҡтана алыр ине; әммә Алла алдында түгел. 3#Баш 15:6.Изге Яҙмала нимә тип әйтелгән? «Ибраһим Аллаға ышанды һәм Алла быны тәҡүәлек тип ҡабул итте». 4Эшләгән кешегә түләнгән хаҡ – бүләк түгел, ә тейешле хеҙмәт хаҡы. 5Әгәр ҙә кеше үҙенең эштәренә түгел, ә аллаһыҙҙарҙы аҡлаған Аллаға ышана икән, Алла уның ышанысын тәҡүәлеккә һанар. 6Шулай уҡ эш-ғәмәлдәренә ҡарамайынса Алла тәҡүә тип һанаған кешенең бәхетле булыуы тураһында Дауыт былай ти:
7 # Зәб 31:1-2. «Яуыз эштәре ярлыҡанған,
гонаһтары юйылған кешеләр бәхетле.
8Раббы кемдең гонаһын иҫәпкә алмаған, шул бәхетле».
9Шулай итеп, бәхетле булыу сөннәтлеләргә генә ҡағыламы, әллә сөннәт үтмәгәндәргә ләме? Беҙ: «Ибраһим үҙенең иманы менән тәҡүә ҡабул ителде», – тинек. 10Ҡасан ҡабул ителде? Сөннәтле булғасмы, әллә уға тиклемме? Сөннәтләнгәнгә тиклем, ә һуңынан түгел. 11Уның сөннәткә ултыртылыуы сөннәтһеҙ саҡта уҡ иман менән тәҡүәлеккә һаналыуҙы раҫлаған билдә булды. Шуға ла ул сөннәтһеҙ килеш иман итеп тәҡүә һаналған бөтә кешеләрҙең рухи атаһы булды. 12Ибраһим – шулай уҡ сөннәтлеләрҙең дә атаһы, йәғни был йоланы үтәгән генә түгел, ә Ибраһимдың сөннәтләнгәнгә тиклем тотҡан иманы юлынан барыусыларҙың да атаһы.
Алла вәғәҙәһе һәм иман
13Алланың Ибраһимға һәм уның тоҡомона донъяны бирергә вәғәҙә итеүе Ибраһим ҡанун талаптарын үтәгән өсөн түгел, ә Алла уны иманы арҡаһында тәҡүә тип һанаған өсөн бирелде. 14Әгәр ҙә ҡанун талабын үтәгәндәр Алланың вәғәҙә иткәнен алһа, ул саҡта иман мәғәнәһен юғалтыр, вәғәҙә үҙе лә юҡҡа сығыр ине. 15Ҡанун үҙе менән Алланың асыуын алып килә. Әммә ҡанун булмаған ерҙә ҡанунды боҙоу ҙа булмай. 16-17#Баш 17:5.Шуға күрә Алланың вәғәҙәһе, мәрхәмәтле бүләк булһын өсөн, иманға нигеҙләнгән. Шулай итеп, вәғәҙә Ибраһим тоҡомоноң һәммәһе өсөн дә: ҡанундың үтәлеүенә өмөт бағлаусылар өсөн генә түгел, ә уның кеүек иманлы булғандар өсөн дә ышаныслы. Изге Яҙмала: «Һине күп халыҡтарҙың атаһы иттем», – тип әйтелгәнсә, Ибраһим – барыбыҙға ла ата. Ул үҙе ышанған Алла, үлеләрҙе терелткән, булмағанды бар ҡылған Алла алдында бөтәбеҙ өсөн дә ата. 18#Баш 15:5.Ибраһим өмөтө ҡалмағанда ла ышанды һәм: «Һинең нәҫелең бихисап һанлы буласаҡ», – тип әйтелгән һүҙҙәр буйынса күп халыҡтарҙың атаһы булды. 19Уның, йөҙ йәшкә яҡынлашып, тәненең инде үлә барыуын, Сараның да бала табыу өсөн үтә ҡарт булыуын аңлаһа ла, иманы кәмемәне. 20Алла биргән вәғәҙәгә ул шикләнмәне, киреһенсә, иманында ныҡ булып, Алланы данланы. 21Алланың биргән вәғәҙәһен ғәмәлгә ашыра алырына ныҡ ышанды. 22Бына ни өсөн Ибраһим «тәҡүә булып ҡабул ителде». 23«Тәҡүә булып ҡабул ителде» тигән һүҙ уға ҡарата ғына түгел, 24беҙҙең өсөн дә яҙылған. Раббыбыҙ Ғайсаны үленән терелткән Аллаға ышанған беҙҙе лә Алла тәҡүә тип һанар. 25Ғайса иһә беҙҙең гонаһтарыбыҙ өсөн үлемгә дусар ителде һәм аҡланыуыбыҙ өсөн үленән терелтелде.

Highlight

Share

Copy

None

Want to have your highlights saved across all your devices? Sign up or sign in