Римдарға 16
16
Сәләмдәр
1Һеҙгә Кәнхреайҙағы берҙәмлектең ярҙамсыһы булған ҡыҙ имандашыбыҙ Фойбены тәҡдим итәм. 2Уны Раббыныҡы итеп, изгеләргә хас булғанса ҡабул итегеҙ һәм тейешле ярҙам күрһәтегеҙ, сөнки ул күптәрҙе, минең үҙемде лә ҡурсаланы. 3Минең менән бергә Ғайса Мәсихкә хеҙмәт иткән Прискилла менән Акуласҡа сәләм әйтегеҙ. 4Улар минең хаҡыма ғүмерҙәрен ҡурҡыныс аҫтына ҡуйҙы, ул икәүгә мин генә түгел, иманға килгән мәжүсиҙәрҙең бөтә берҙәмлектәре лә рәхмәтле. 5Уларҙың йортонда йыйылыусы берҙәмлеккә лә сәләмдәремде еткерегеҙ. Асия өлкәһендә Мәсихкә беренсе булып инанған ҡәҙерле дуҫым Әпәйнетосҡа сәләм тапшырығыҙ. 6Һеҙҙең өсөн күп тырышлыҡтар һалған Мәрйәмгә сәләм әйтегеҙ. 7Минең менән бергә тотҡонлоҡта булған яҡташтарым Андроникус менән Йүниәгә сәләм тапшырығыҙ. Улар илселәр араһында мөһим урын алып тора, һәм Мәсихкә миңә тиклем үк инанғандар. 8Раббыбыҙ Ғайсала минең ғәзиз дуҫым булған Амплиатусҡа сәләм әйтегеҙ. 9Мәсихтә беҙҙең менән хеҙмәт итеүсе Урбаносҡа һәм ҡәҙерле дуҫым Стахусҡа сәләм белдерегеҙ. 10Мәсихкә тоғролоғон иҫбатлаған Апеллесҡа, Аристобулус йортондағыларға сәләм еткерегеҙ. 11Яҡташым Һирудионға сәләм әйтегеҙ, Наркиссос йортондағыларҙың Раббыға инаныусыларына сәләм күндерегеҙ. 12Раббы хаҡына тырышып хеҙмәт итеүсе Труфайна менән Труфосаға ла сәләм. Раббы хаҡына күп тырышлыҡ һалған ҡәҙерле Персисҡа сәләмдәремде әйтегеҙ. 13Раббы тарафынан һайланған Руфосты һәм уның әсәһен сәләмләгеҙ. Уның әсәһе миңә лә әсәй кеүек. 14Асункритос, Флегон, Һермес, Патробас, Һермасҡа һәм улар менән булған имандаштарға сәләм әйтегеҙ. 15Филологус менән Йүлиәгә, Нәриус менән уның һеңлеһенә, Олумпасҡа һәм улар менән бергә булған бөтөн изгеләргә сәләм. 16Бер-берегеҙҙе туғандарса яратып, үбеп сәләмләгеҙ. Мәсихтең бөтә берҙәмлектәре һеҙгә сәләм тапшыра.
Һуңғы нәсихәттәр
17Имандаштар, һеҙгә мөрәжәғәт итәм: үҙегеҙ өйрәнгән тәғлимәткә ҡаршы сығып, шул рәүешле бүленешкә килтереүселәрҙән һәм тоғро юлдан яҙыуға сәбәп тыуҙырыусыларҙан һаҡ булығыҙ һәм уларҙан ситләшегеҙ. 18Ундай кешеләр Раббыбыҙ Мәсихкә түгел, ә үҙҙәренең ашҡаҙандарына хеҙмәт итә һәм, ышандырырлыҡ һүҙҙәр һөйләп, ялағайланып, ихлас күңеллеләрҙе алдай. 19Һеҙҙең Һөйөнөслө Хәбәр буйынса йәшәүегеҙ һәммәһенә лә мәғлүм. Шуға күрә мин һеҙҙең өсөн шатланам һәм яҡшылыҡҡа ҡарата зирәк, яманлыҡҡа килгәндә хәйләһеҙ булыуығыҙҙы теләйем. 20Именлек Аллаһы тиҙҙән Иблисте аяҡтарығыҙ аҫтында иҙәсәк. Раббыбыҙ Ғайсаның мәрхәмәте һеҙҙең менән булһын.
21Хеҙмәттәшем Тимоҫеус һәм яҡташтарым Лукиос, Ясон менән Сосипатрус һеҙгә сәләм ебәрә. 22Ошо хатты Паулус һүҙҙәренән яҙыусы мин, Тертиос та, һеҙҙең менән Раббы аша бәйләнгән кеше булараҡ, һеҙҙе сәләмләйем. 23-24Минең һәм бөтә имандаштар берҙәмлеге өсөн өйөнөң ишеге һәр саҡ асыҡ булған Гай һеҙҙе сәләмләй. Ҡала милке менән идара итеүсе Әрәстос, имандашыбыҙ Ҡыуартос һеҙгә сәләм ебәрә#16:23-24 Ҡайһы бер боронғо ҡулъяҙмаларҙа 24-се аят та бар: «Раббыбыҙ Ғайса Мәсихтең мәрхәмәте һеҙҙең менән булһын. Амин».. 25-26Аллаға дан! Ғайса Мәсих тураһында мин һөйләгән Һөйөнөслө Хәбәр буйынса, Ул һеҙҙең рухығыҙҙы нығытырға ҡөҙрәтле. Был Хәбәр – боронғо замандарҙан бирле йәшереп тотолған, әммә хәҙер асылған сер. Пәйғәмбәрҙәрҙең яҙмалары аша кешеләр Аллаға ышанһын һәм буйһонһон өсөн мәңгелек Алланың әмере менән был сер бөтөн халыҡтарға белдерелде. 27Берҙән-бер зирәк Аллаға Ғайса Мәсих аша мәңгелек дан булһын! Амин#16:25-27 Ҡайһы бер ҡулъяҙмаларҙа 16:25-27-се аят йә 14:23-сө; 15:33-сө аяттарҙан һуң килә, йә улар бөтөнләй юҡ..
Currently Selected:
Римдарға 16: БашИЯ2023
Highlight
Share
Copy

Want to have your highlights saved across all your devices? Sign up or sign in
© Институт перевода Библии, перевод, комментарии, 2023
© Российское Библейское Общество, перевод, комментарии, 2023
© Оформление. Институт перевода Библии, 2023

: