І Коринҫостарға 1
1
Сәләмдәр һәм рәхмәттәр
1Алла ихтыяры менән Ғайса Мәсихтең илсеһе булырға саҡырылған Паулустан һәм имандашыбыҙ Сосҫенестән 2Коринҫостағы имандаштар берҙәмлегенә сәләм! Алла һеҙҙе Үҙенең изгеләре булырға саҡырған, һеҙ ҙә Ғайса Мәсихтә Аллаға бағышланғанһығыҙ. Һеҙгә һәм һәр ерҙә лә Раббыбыҙ Ғайса Мәсих исеменә мөрәжәғәт итеүселәрҙең барыһына ла сәләм. Мәсих – уларҙың һәм беҙҙең Раббыбыҙ. 3Атабыҙ Алланан һәм Раббы Ғайса Мәсихтән һеҙгә мәрхәмәт һәм именлек булһын!
4Һеҙҙең өсөн Аллама һәр ваҡыт рәхмәттәр уҡыйым, сөнки һеҙгә Ғайса Мәсихтә Уның мәрхәмәте бүләк ителде. 5Шул сәбәпле Ғайса Мәсихтә һеҙ Рух тарафынан бирелгән бөтә нәмәлә: һүҙҙә лә, белемдә лә байынығыҙ. 6Шуның менән Мәсих тураһындағы беҙ һеҙгә әйткән хәбәрҙең хаҡ икәне иҫбатланды. 7Шуға күрә, Раббыбыҙ Ғайса Мәсихтең килеүен көткәндә, бер ниндәй ҙә рухи бүләккә мохтажлығығыҙ ҡалманы. 8Раббыбыҙ Ғайса Мәсих килгән көндә ғәйебегеҙ булмаһын өсөн, Алла үҙегеҙҙе һуңғы көнгә тиклем нығытасаҡ. 9Ул һеҙҙе Үҙенең Улы Раббыбыҙ Ғайса Мәсих менән аралашыу һәм бәйләнеш булһын тип саҡырған. Алла Үҙ вәғәҙәһенә тоғро.
Берҙәмлектәге бүленештәр
10Имандаштар, Раббыбыҙ Ғайса Мәсих исеме менән үтенеп һорайым: барығыҙ ҙа бер һүҙҙә тороғоҙ, арағыҙҙа бүленештәр булмаһын, киреһенсә, бер уйлы һәм бер маҡсатлы булығыҙ. 11Мин, имандаштарым, арағыҙҙағы ыҙғыш-талаштар хаҡында Хлоа йортондағыларҙан белдем. 12Арағыҙҙағы «мин – Паулустыҡы», «мин – Аполлостыҡы», «мин – Кефастыҡы», «мин – Мәсихтеке» тип әйткәндәрҙе күҙ уңында тотам. 13Мәсих бүлгеләндеме ни? Әллә Паулус һеҙҙең хаҡҡа арҡысаҡҡа ҡаҙаҡландымы? Бәлки, һеҙ Паулус исеме менән һыуға сумдырылыу йолаһын үткәнһегеҙҙер? 14Аллаға шөкөр, мин арағыҙҙан Криспос менән Гайҙан башҡа береһен дә һыуға сумдырманым. 15Шуға күрә бер кем дә минең исем менән һыуға сумдырылыуы хаҡында әйтә алмай. 16Хәйер, уларҙан тыш мин Стефанастың өйөндәгеләр менән был йоланы атҡарҙым, әммә тағы берәйһен сумдырыуымды хәтерләмәйем. 17Ғайса Мәсих мине һыуға сумдырырға түгел, ә Һөйөнөслө Хәбәрҙе вәғәзләргә ебәрҙе. Мәсих арҡысағының әһәмиәте юғалмаһын өсөн, вәғәзләгәндә хикмәтле һүҙҙәр ҡулланмайым.
Арҡысаҡ – Алланың ҡөҙрәте һәм зирәк аҡылы
18Арҡысаҡ тураһындағы хәбәр – һәләкәт юлынан барыусылар өсөн ахмаҡлыҡ, ә беҙгә – ҡотолоу юлынан барыусыларға – Алла ҡөҙрәте. 19#Ишғ 29:14.Изге Яҙмала әйтелгәнсә:
«Аҡыл эйәләренең аҡылын юҡҡа сығарырмын,
зиһенлеләрҙең зиһенен тарҡатырмын».
20Ҡайҙа аҡыл эйәһе? Ҡайҙа ҡанун белгесе? Ҡайҙа был замандың фәлсәфәселәре? Алла был донъяның аҡылын ахмаҡлыҡ тип күрһәтмәнеме ни? 21Алла Үҙенең зирәк аҡылы менән билдәләгәнсә, донъя үҙ аңы менән Уны танып белә алманы. Шуның өсөн Ул иман тотоусыларҙы ахмаҡлыҡ тип һаналған беҙ вәғәзләгән Һөйөнөслө Хәбәр аша ҡотҡарыуҙы яҡшы күрҙе. 22Йәһүдтәр мөғжизәләр талап итә, гректар зирәк аҡыл эҙләй. 23Беҙ иһә арҡысаҡҡа ҡаҙаҡланған Мәсихте вәғәзләйбеҙ, был – йәһүдтәр өсөн мыҫҡыллау, башҡаларға – ахмаҡлыҡ, 24әммә Алла тарафынан саҡырып алынғандар өсөн, йәһүдме ул, грек булһынмы, Мәсих – Алла ҡөҙрәте һәм Алланың зирәк аҡылы. 25Алланың «ахмаҡлығы» кеше аҡылынан өҫтөнөрәк, һәм Алланың «көсһөҙлөгө» кеше көсөнән ҡеүәтлерәк.
26Имандаштар, Алла саҡырған ваҡытта һеҙ кем инегеҙ? Арағыҙҙа, әҙәмсә фекер йөрөткәндә, аҡыллылар ҙа, ҡөҙрәтлеләр ҙә, затлы нәҫелдән булғандар ҙа күп түгел ине бит. 27Әммә Алла, аҡыллыларҙы һәм көслөләрҙе оятҡа ҡалдырыр өсөн, донъяла ахмаҡ һәм көсһөҙ тип һаналғандарҙы һайлап алды. 28-29Береһе лә Алла алдында маҡтанмаһын өсөн, донъяла мөһим һаналғандарҙы хур итер өсөн, Ул донъяның әһәмиәтһеҙ тип иҫәпләнгәндәрен һәм кәмһетелгәндәрен һайлап алды. 30Әммә һеҙ хәҙер Алла арҡаһында Ғайса Мәсихтәһегеҙ. Ғайса Мәсих беҙҙең өсөн Алланан килгән зирәк аҡыл булды. Ул – беҙҙең аҡланыуыбыҙ, изгелегебеҙ һәм гонаһтарҙан йолоп алыныуыбыҙ. 31#Йер 9:24.Шулай итеп, Изге Яҙмала әйтелгәнсә: «Маҡтанырға теләүсе Раббы менән маҡтанһын».
Currently Selected:
І Коринҫостарға 1: БашИЯ2023
Highlight
Share
Copy

Want to have your highlights saved across all your devices? Sign up or sign in
© Институт перевода Библии, перевод, комментарии, 2023
© Российское Библейское Общество, перевод, комментарии, 2023
© Оформление. Институт перевода Библии, 2023

: