YouVersion Logo
Search Icon

Иҫәп 33

33
Мысырҙан Иордан йылғаһына тиклем үткән юл
1Муса менән Һарун етәкселегендә сиреү-сиреү булып Мысыр еренән сыҡҡан исраилдар түбәндәге урындарға туплам ҡороп урынлашты. 2Муса, Раббы бойорғанса, уларҙың сәфәрҙәге туплам ҡорған урындарын теркәп барҙы. Туплам урындары түбәндәгесә.
3Беренсе айҙың ун бишенсе көнөндә, Ҡотҡарылыу байрамының иртәгәһенә, исраилдар бөтә Мысырҙың күҙ алдында ҡыйыу атлап Рағмесестан юлға төштө. 4Ул ваҡытта мысырҙар Раббы һәләк иткән бөтә беренсе булып тыуған улдарын ерләй ине – был Раббының уларҙың аллалары өҫтөнән хөкөм ҡылыуы булды.
5Исраилдар Рағмесестан шулай сығып китте һәм Суккоҫта туплам ҡорҙо.
6Суккоҫтан киткәс, сүл ситендәге Эҫамда туплам ҡорҙолар.
7Эҫамдан китеп, артҡа, Бәғел-Сефон алдындағы Пи-Һахироҫҡа табан боролдолар һәм Мигдол ҡаршыһында сатыр ҡороп урынлаштылар.
8Пи-Һахироҫтан киткәс, диңгеҙ аша сүллеккә үттеләр ҙә Эҫам сүле буйлап өс көн барҙылар, шунан Марала туплам ҡорҙолар.
9Маранан китеп, Элимға килделәр. Бында ун ике шишмә һәм етмеш төп хөрмә ағасы бар ине, шунда урынлаштылар.
10Элимдан китеп, Ҡамышлы диңгеҙ ярында туҡтанылар.
11Ҡамышлы диңгеҙҙән китеп, Син сүленә килеп урынлаштылар.
12Син сүленән китеп, Дофҡала урынлаштылар.
13Дофҡанан китеп, Алушта урынлаштылар.
14Алуштан китеп, Рефидимда туҡтанылар, бында халыҡҡа эсәр һыу юҡ ине.
15Рефидимдан китеп, Синай сүлендә урынлаштылар.
16Синай сүленән киткәс, Ҡивроҫ-Һаттауала урынлаштылар.
17Ҡивроҫ-Һаттауанан китеп, Хасироҫта урынлаштылар.
18Хасироҫтан китеп, Риҫмала урынлаштылар.
19Риҫманан китеп, Риммон-Пәрәстә урынлаштылар.
20Риммон-Пәрәстән китеп, Ливнала урынлаштылар.
21Ливнанан китеп, Риссала урынлаштылар.
22Риссанан китеп, Ҡыһылаҫала урынлаштылар.
23Ҡыһылаҫанан китеп, Шәфәр тауы янында урынлаштылар.
24Шәфәр тауынан китеп, Харадала урынлаштылар.
25Хараданан китеп, Маҡһылоҫта урынлаштылар.
26Маҡһылоҫтан китеп, Тахаҫта урынлаштылар.
27Тахаҫтан китеп, Терахта урынлаштылар.
28Терахтан китеп, Миҫкала урынлаштылар.
29Миҫканан китеп, Хашмонала урынлаштылар.
30Хашмонанан китеп, Мосероҫта урынлаштылар.
31Мосероҫтан китеп, Бене-Яғаҡанда урынлаштылар.
32Бене-Яғаҡандан китеп, Хор-Һаггидгадта урынлаштылар.
33Хор-Һаггидгадтан китеп, Йотбаҫала урынлаштылар.
34Йотбаҫанан китеп, Ғавронала урынлаштылар.
35Ғавронанан китеп, Ғәсйон-Ғәвәрҙә урынлаштылар.
36Ғәсйон-Ғәвәрҙән китеп, Цин сүлендә, йәғни Ҡадешта, урынлаштылар.
37Ҡадештан китеп, Эдом ерҙәре сигендә Һор тауы янында урынлаштылар.
38Һарун ҡаһин Раббы ҡушыуы буйынса Һор тауына күтәрелде һәм исраилдарҙың Мысыр еренән сығыуының ҡырҡынсы йылында, бишенсе айҙың беренсе көнөндә, вафат булды. 39Һор тауында мәрхүм булғанында Һарунға йөҙ ҙә егерме өс йәш ине.
40Шул саҡта Ҡәнғәндәге Ғарадтың Негевта йәшәгән батшаһы исраилдар килә ятҡанын ишетте.
41Исраилдар Һор тауынан Салмонаға барып урынлашты.
42Салмонанан Пунонға барып урынлаштылар.
43Пунондан Овоҫҡа барып урынлаштылар.
44Овоҫтан Моав сигендәге Ғийе-Һағаваримға барып урынлаштылар.
45Ғийе-Һағаваримдан китеп, Дивон-Ғадҡа барып урынлаштылар.
46Дивон-Ғадтан китеп, Ғалмон-Дивлаҫаимға барып урынлаштылар.
47Ғалмон-Дивлаҫаимдан китеп, Нево алдындағы Ғаварим тауҙарында урынлаштылар.
48Ғаварим тауҙарынан Иордан буйына барып, Моав тигеҙлегендә, Йерихо ҡаршыһында туплам ҡороп урынлаштылар. 49Улар Моав тигеҙлегендә, Иордан буйында, Бейт-Йешимоҫтан Авел-Шиттимгә тиклем арала туҡталды.
Нәҙер ителгән ерҙе биләү хаҡында ҡағиҙә
50Моав тигеҙлегендә, Иордан буйында, Йерихо ҡаршыһында саҡта Раббы Мусаға былай тине:
51– Исраилдарға шуны еткер: «Иорданды кисеп, Ҡәнғән еренә сыҡҡас, 52ундағы бөтә халыҡты ҡыуығыҙ, биҙәкле таштарын, ҡойолма илаһтарын юҡ итегеҙ, табыныу ҡалҡыулыҡтарын туҙҙырығыҙ. 53Ерҙәрен биләгеҙ һәм шунда урынлашығыҙ, сөнки Мин уны милек итеп һеҙгә бирәм. 54Ерҙе йәрәбә буйынса нәҫел-ара бүлешегеҙ: күп һанлыға биләмәне күберәк, аҙ һанлыға аҙыраҡ бирегеҙ. Йәрәбә буйынса кемгә ҡайһы ер сыға, шул уға булһын. Өлөшөгөҙҙө ата-бабаларығыҙ ырыуҙары буйынса биләмә итеп алығыҙ.
55Әгәр Ҡәнғәндә йәшәгәндәрҙе ҡыуып ебәрмәһәгеҙ, тороп ҡалғандар күҙегеҙгә дегәнәк булып төшәсәк, ҡабырғағыҙға энә булып ҡаҙаласаҡ, һеҙ йәшәгән ерҙә һеҙҙе ҡыҫырыҡлаясаҡ. 56Шул саҡта Мин уларға ҡаршы нимә ҡылырға ниәт итһәм, шуны һеҙгә ҡылырмын».

Currently Selected:

Иҫәп 33: БашИЯ2023

Highlight

Share

Copy

None

Want to have your highlights saved across all your devices? Sign up or sign in

Video for Иҫәп 33