Иҫәп 23
23
Билғамдың беренсе тапҡыр пәйғәмбәрлек итеүе
1Билғам Балаҡка былай тине:
– Ошонда миңә ете ҡорбан усағы ҡор, ете үгеҙ башмаҡ менән ете һарыҡ тәкәһе әҙерлә.
2Балаҡ Билғам ҡушҡанса эшләне. Улар һәр усаҡта берәр башмаҡ менән һарыҡ тәкәһен ҡорбан итеп яндырҙы. 3Билғам Балаҡка:
– Һин яндырған ҡорбаның эргәһендә тороп тор, ә мин китәйем, бәлки, Раббы ҡаршыма сығыр. Ул нимә тиһә, шуны һиңә килеп әйтермен, – тине.
Унда Билғам бер яланғас ҡалҡыулыҡ башына менде.
4Унда Алла Билғам менән осрашты. Билғам Уға былай тине:
– Ете ҡорбан усағы ҡорҙом, һәр ҡайһыһына берәр башмаҡ менән һарыҡ тәкәһе ҡуйҙым.
5Раббы Билғамдың теленә тейешле һүҙҙе һалды ла уға:
– Балаҡ янына бар ҙа уға ошо хәбәрҙе еткер, – тип бойорҙо.
6Бына Билғам әйләнеп килде. Балаҡ менән Моав башлыҡтары яндырылған ҡорбан янында тора ине. 7Билғам пәйғәмбәрлек итте:
«Балаҡ мине Арамдан,
Моав батшаһы көнсығыштағы тауҙарҙан саҡырҙы.
„Кил, минең өсөн ләғнәт уҡы Яҡупҡа,
Кил, Исраилға ҡарғыш һал!“ – тине.
8Алла ләғнәтләмәгәнде,
Мин нисек ләғнәтләйем?
Раббы ҡарғамағанға
Нисек ҡарғыш һалайым?
9Ҡая баштарынан күрәм уны,
Ҡалҡыулыҡтарҙан ҡарайым уға:
Был халыҡ башҡаларҙан айырым йәшәй,
Бүтән ҡәүемдәр менән ҡушылмай.
10Ҡом бөртөгөләй күмәк Яҡуп нәҫелен кем һанап сығыр?
Исраилдың дүртенсе өлөшөн кем иҫәпләй алыр?
Үлһәм ине намыҫлылар үлеме менән,
Ахырым уларҙыҡылай булһа ине!»
11Балаҡ Билғамға:
– Ни эшләйһең һин минең менән? Мин һине дошманымды ҡарғаһын тип саҡырҙым, ә һин уны фатихалайһың, – тине.
12Билғам:
– Раббы телемә һалғанды мин һүҙмә-һүҙ еткерергә тейеш түгелме ни? – тип яуап бирҙе.
Билғамдың икенсе тапҡыр пәйғәмбәрлек итеүе
13Балаҡ уға:
– Әйҙә, башҡа урынға барайыҡ, шунан уларҙы күрерһең, тик тотош түгел, бер өлөшөн генә. Шунан тороп, ул халыҡты минең өсөн ҡарғарһың, – тине лә, 14уны Писга тауы түбәһенә, бағауыл торған урынға, алып китте. Унда ете ҡорбан усағы ҡорҙо, һәр береһендә берәрҙән ете башмаҡ менән ете һарыҡ тәкәһен ҡорбан итте. 15Билғам Балаҡҡа былай тине:
– Һин ошонда яндырған ҡорбаның эргәһендә тороп тор, ә мин барып Алла менән осрашайым.
16Раббы Билғам менән осрашты ла, теленә тәғәйен һүҙҙе һалып, былай тине:
– Балаҡ янына бар ҙа уға ошо хәбәрҙе еткер.
17Билғам кире килгәндә, Балаҡ Моав башлыҡтары менән бергә яндырылған ҡорбан эргәһендә тора ине. Балаҡ унан:
– Раббы нимә тине? – тип һораны.
18Билғам, пәйғәмбәрлек итеп, былай тине:
«Эй Балаҡ, тор ҙа тыңла мине,
Әйткәндәремә ҡолаҡ һал, Сиппор улы.
19Алла кеше түгел, Ул алдамай,
Һүҙенән кире ҡайтырға әҙәм түгел.
Ул һөйләр ҙә эшләмәҫме?
Әйткәнен ғәмәл итмәҫме?
20Бына фатиха бирергә бойороҡ алдым,
Ул фатиха бирҙе – мин быны үҙгәртә алмайым.
21Бәлә-ҡаза күренмәй Яҡуп нәҫелендә,
Исраилда бәхетһеҙлек тойолмай.
Раббылары Алла – улар менән,
Уны үҙҙәренең батшаһы итеп сәләмләйҙәр.
22Алла уларҙы Мысырҙан алып сыҡты,
Сүл үгеҙенекеләй ғәйрәт Унда.
23Яҡуп нәҫеленә ҡаршы торор сихыр ҙа юҡ,
Исраил халҡына ҡаршы күрәҙәлек тә файҙаһыҙ.
Ваҡыты еткәс,
Яҡуп һәм Исраил халҡы хаҡында:
„Бына нимә ҡылды Алла!“ – тиерҙәр.
24Ана, был халыҡ инә арыҫландай ҡуҙғала,
Хас та арыҫлан һымаҡ ҡалҡына,
Табышын ашап бөтмәйенсә,
Ҡорбанының ҡанын эсеп туймайынса
Ул тынысланмаясаҡ».
25Балаҡ Билғамға былай тине:
– Улайһа һин уны ҡарғама ла, фатихалама ла.
26Билғам Балаҡҡа:
– Раббы ни ҡуша, шуны эшләрмен тип әйтмәнемме ни мин һиңә? – тип яуап ҡайтарҙы.
Билғамдың өсөнсө тапҡыр пәйғәмбәрлек итеүе
27Балаҡ Билғамға былай тине:
– Әйҙә, һине башҡа урынға алып барам, бәлки, Аллаға хуш булып, шунан тороп ҡарғарһың теге халыҡты?
28Балаҡ Билғамды Йешимон сүленә ҡарап торған Пеғор тауы башына алып менеп китте. 29Билғам Балаҡҡа былай тине:
– Ошонда миңә ете ҡорбан усағы ҡор, ете башмаҡ менән ете һарыҡ тәкәһе әҙерлә.
30Балаҡ Билғам ҡушҡанса эшләне, һәр ҡорбан усағында берәрҙән ете башмаҡ менән ете һарыҡ тәкәһен ҡорбан итте.
Currently Selected:
Иҫәп 23: БашИЯ2023
Highlight
Share
Copy
Want to have your highlights saved across all your devices? Sign up or sign in
© Институт перевода Библии, перевод, комментарии, 2023
© Российское Библейское Общество, перевод, комментарии, 2023
© Оформление. Институт перевода Библии, 2023