YouVersion Logo
Search Icon

Иҫәп 13

13
Ҡәнғәнгә күҙәтселәр ебәреү
1Ошонан һуң халыҡ, Хасироҫтан китеп, Паран сүлендә туҡтаны. 2Раббы Мусаға былай тине:
3– Исраилдарға Мин бирәһе Ҡәнғән ерен ҡарап ҡайтырға кешеләреңде ебәр: һәр ырыуҙан берәр кешене, башлыҡтарҙы, ебәр.
4Раббы бойороғо буйынса Муса уларҙы Паран сүленән юлға оҙатты. Улар барыһы ла исраилдарҙың етәкселәре ине. 5Бына уларҙың исемдәре:
Рәүвән ырыуынан Заккур улы Шаммуағ, 6Шимғон ырыуынан Хори улы Шафат, 7Йәһүҙә ырыуынан Йефунне улы Калев, 8Исасхар ырыуынан Йософ улы Йигал, 9Әфраим ырыуынан Нун улы Һошеяғ, 10Бинйәмин ырыуынан Рафу улы Палти, 11Зевулун ырыуынан Соди улы Гаддиил, 12Йософ улы Менашше ырыуынан Суси улы Гадди, 13Дан ырыуынан Гемалли улы Ғаммиил, 14Ашер ырыуынан Михаил улы Сеҫур, 15Нафтали ырыуынан Уофси улы Нахби, 16Ғад ырыуынан Махи улы Геуил.
17Муса ер ҡарарға ебәргән ирҙәрҙең исемдәре бына шулар ине. Нун улы Һошеяғҡа Муса Йушағ#13:17 Һошеяғ – йәһүд телендә «ул ҡотҡара», Йушағ – «Раббы ҡотҡара» тигән мәғәнәлә. тигән исем ҡушты.
18Ҡәнғән ерен ҡарарға ебәргәндә Муса уларға былай тине:
– Негев аша ул таулы илгә барығыҙ. 19Ниндәй ер икәнен, ниндәй халыҡ йәшәгәнен, көслөмө ул халыҡ, көсһөҙмө, күпме, әҙме – һәммәһен ҡарағыҙ. 20Йәшәгән ерҙәре уңайлымы, түгелме? Ҡалалары ниндәй? Халҡы ауылдарҙа йәшәйме, нығытмалы ҡалаларҙамы? 21Ерҙәре ниндәй – уңдырышлымы, түгелме? Урманы бармы, юҡмы? Ҡыйыу булығыҙ, ундағы емештәрҙе алып ҡайтығыҙ.
Йөҙөм бешә башлаған мәл ине.
22Тәүҙә улар Цин сүленән алып Лево-Хамаҫ янындағы Реховҡа тиклемге ерҙәрҙе ҡарап сыҡты, 23унан Негевты үтеп Ғанаҡ тоҡомдары Ахиман, Шешай һәм Талмай йәшәгән Хевронға барып еттеләр. (Хеврон Мысыр ҡалаһы Соғандан ете йыл алда төҙөлгәйне.) 24Шунан Әшкол үҙәненә сыҡтылар, унда бер тәлгәшле йөҙөм ботағы ҡырҡып алдылар, уны ике кеше таяҡҡа аҫып йөрөттө. Анар емештәре һәм инжир ҙә алдылар. 25Был ерҙе Әшкол#13:25 Әшкол – йәһүд телендә «тәлгәш» тигән мәғәнәлә. үҙәне тип атанылар, сөнки бында исраилдар йөҙөм тәлгәше ҡырҡып алды. 26Ерҙәрҙе ҡарап сыҡҡас, ҡырҡ көндән ҡайтып килделәр.
27Паран сүлендәге Ҡадешҡа, Муса, Һарун һәм бөтә Исраил йәмғиәте янына, әйләнеп ҡайтҡас, күргәндәрен һөйләп бирҙеләр, емештәрен күрһәттеләр.
28– Беҙ һин ебәргән ерҙәрҙә йөрөнөк, – тине улар Мусаға, – унда ысынлап та һөт менән бал ағып ята, бына уның емештәре. 29Әммә унда йәшәгән халыҡ көслө, ҡалалары ла ҙур, бик нығытылған. Ғанаҡ тоҡомдарын да күрҙек. 30Негевтың көньяғында ғәмәлектәр, таулыҡта хиттиҙәр, хиууиҙәр, йевусиҙәр, әмөриҙәр, диңгеҙ эргәһендә һәм Иордан буйында ҡәнғәниҙәр йәшәй.
31Калев Мусаны уратып алған халыҡты тынысландырырға теләп:
– Әйҙәгеҙ, барып һөжүм итәйек тә ул ерҙе яулап алайыҡ, көсөбөҙ етерлек, – тине.
32Тик уның менән бергә барғандар:
– Беҙ ул халыҡҡа ҡаршы бара алмайбыҙ, сөнки ул беҙҙән көслөрәк, – тип ҡаршы төштө.
33Улар үҙҙәре ҡарап ҡайтҡан ер тураһында Исраил халҡы араһында насар хәбәр тарата башланы:
– Беҙ ҡарап үткән ерҙәр үҙендә йәшәүселәрҙе йота икән. Унда беҙ осратҡан кешеләр әзмәүер кеүек. 34Бәһлеүәндәр затынан булған Ғанаҡ тоҡомдарын да күрҙек, улар эргәһендә беҙ сиңерткәләй генә инек. Уларға ла беҙ шулай булып күрендек.

Currently Selected:

Иҫәп 13: БашИЯ2023

Highlight

Share

Copy

None

Want to have your highlights saved across all your devices? Sign up or sign in

Video for Иҫәп 13