Нахум 3
3
1Ҡулдары ҡанлы ҡалаға – ҡайғы!
Ҡайҙа барма – алдаҡ унда,
Үлтереш-талауҙарҙың иге-сиге юҡ.
2Ҡамсы шыйылдай, тәгәрмәстәр гөрһөлдәй,
Аттар кешнәй, яу арбалары елдерә;
3Яйҙаҡтар аттарын ҡамсылай,
Ҡылыс ялтырай, һөңгө ялтылдай.
Үлтерелгәндәр бихисап,
Үле кәүҙәләр тау-тау өйөлгән,
Аҙым һайын мәйеткә абыналар.
4Үтә сибәр, сихри көскә эйә булған
Фәхишә Ниневенең боҙоҡлоғонан килеп сыҡты былар.
Ҡәүемдәрҙе аҙғынлығы менән,
Халыҡтарҙы тылсымы менән үҙенә әсир итте.
5Күк ғәскәрҙәре Раббыһы былай ти:
«Бына, һиңә ҡаршы сығам,
Итәгеңде ҡайырып асып, битеңә ҡаплайым,
Халыҡтарға яланғаслығыңды,
Батшалыҡтарға оятыңды күрһәтәм.
6Өҫтөңә бысраҡ ырғытам,
Һине хурлыҡҡа төшөрәм,
Ғәм алдында мәсхәрәгә ҡалдырам.
7Күргән һәр кем һинән тайшаныр:
„Ниневе харабаға әйләнгән“, – тиер.
Һинең өсөн бер кем дә йәш түкмәҫ,
Һине йыуатыусы табылмаҫ».
8Нил буйында урынлашҡан,
Һәр тарафтан һыу уратып алған
Но-Амондан ни яғың менән өҫтөнһөң?
Уның ҡоймаһы ла диңгеҙ ине,
Диуары ла һыу булды.
9Куш менән Мысыр уның һанһыҙ ҡеүәте ине,
Пут һәм Ливия ярҙамға ашыға торғайны.
10Әммә ул да әсирлеккә төштө,
Халҡы һөргөнгә ҡыуылды.
Сабыйҙары урам саттарында киҫәктәргә тураҡланды,
Аҡһөйәктәре, ҡол булып, йәрәбә аша бүленде,
Вәзир-бәктәргә бығау һалынды.
11Һин дә шул хәмерҙе эсерһең, эй Ниневе,
Иҫергәнсе, иҫтән яҙғансы;
Һин дә дошмандан ҡотолоу яйын эҙләрһең,
Әммә тырышлығың бушҡа булыр.
12Бөтә ҡәлғәләрең менән һин үҙең
Емеше өлгөргән инжир ағасына тиңһең.
Һелкетеү менән, ашарға теләгәндең
Ауыҙына өҙөлөп төшәсәкһең.
13Ғәскәрҙәреңә ҡара!
Улар бисәләр һымаҡ ҡурҡаҡ.
Ил ҡапҡаһы дошмандарың алдында шар асыҡ,
Ут уның арҡыры биктәрен ялмай.
14Ҡамауға әҙерлән, эсергә һыу йыйып ҡуй,
Ҡәлғәләреңде нығыт,
Мәтегә инеп, балсыҡ баҫ,
Кирбес һуғыр өсөн ҡалып йүнәт.
15Барыбер утта һәләк булырһың,
Ҡылыс киҫкеләп тураҡлар,
Саранча ҡоротҡан уңыштай юҡҡа сығырһың.
Саранча шикелле, үрсе, әйҙә,
Саранчаның тубы һымаҡ күбәй.
16Сауҙагәрҙәрең күктәге йондоҙҙарҙан да күп,
Әммә дошман илеңде саранча һымаҡ талап китер.
17Түрәләрең – саранча кеүек,
Хәрби етәкселәрең – саранча тубы,
Һалҡында диуарға уҡмаша ла
Ҡояш сығыу менән осоп китә.
18Эй Ашшур батшаһы,
Көтөүселәрең үлем йоҡоһона талған,
Аҡһөйәктәрең һуҙылып ятҡан,
Халҡың тауҙарға таралған,
Йыйып алыр кешең ҡалмаған.
19Яраларыңа дауа юҡ, йәрәхәтең үлемесле.
Хәлеңде ишеткәндәр ҡыуанып ҡул сабыр,
Сөнки һинең сикһеҙ вәхшәтеңдән
Зыян күрмәгән берәйһе бармы?
Currently Selected:
Нахум 3: БашИЯ2023
Highlight
Share
Copy

Want to have your highlights saved across all your devices? Sign up or sign in
© Институт перевода Библии, перевод, комментарии, 2023
© Российское Библейское Общество, перевод, комментарии, 2023
© Оформление. Институт перевода Библии, 2023
Нахум 3
3
1Ҡулдары ҡанлы ҡалаға – ҡайғы!
Ҡайҙа барма – алдаҡ унда,
Үлтереш-талауҙарҙың иге-сиге юҡ.
2Ҡамсы шыйылдай, тәгәрмәстәр гөрһөлдәй,
Аттар кешнәй, яу арбалары елдерә;
3Яйҙаҡтар аттарын ҡамсылай,
Ҡылыс ялтырай, һөңгө ялтылдай.
Үлтерелгәндәр бихисап,
Үле кәүҙәләр тау-тау өйөлгән,
Аҙым һайын мәйеткә абыналар.
4Үтә сибәр, сихри көскә эйә булған
Фәхишә Ниневенең боҙоҡлоғонан килеп сыҡты былар.
Ҡәүемдәрҙе аҙғынлығы менән,
Халыҡтарҙы тылсымы менән үҙенә әсир итте.
5Күк ғәскәрҙәре Раббыһы былай ти:
«Бына, һиңә ҡаршы сығам,
Итәгеңде ҡайырып асып, битеңә ҡаплайым,
Халыҡтарға яланғаслығыңды,
Батшалыҡтарға оятыңды күрһәтәм.
6Өҫтөңә бысраҡ ырғытам,
Һине хурлыҡҡа төшөрәм,
Ғәм алдында мәсхәрәгә ҡалдырам.
7Күргән һәр кем һинән тайшаныр:
„Ниневе харабаға әйләнгән“, – тиер.
Һинең өсөн бер кем дә йәш түкмәҫ,
Һине йыуатыусы табылмаҫ».
8Нил буйында урынлашҡан,
Һәр тарафтан һыу уратып алған
Но-Амондан ни яғың менән өҫтөнһөң?
Уның ҡоймаһы ла диңгеҙ ине,
Диуары ла һыу булды.
9Куш менән Мысыр уның һанһыҙ ҡеүәте ине,
Пут һәм Ливия ярҙамға ашыға торғайны.
10Әммә ул да әсирлеккә төштө,
Халҡы һөргөнгә ҡыуылды.
Сабыйҙары урам саттарында киҫәктәргә тураҡланды,
Аҡһөйәктәре, ҡол булып, йәрәбә аша бүленде,
Вәзир-бәктәргә бығау һалынды.
11Һин дә шул хәмерҙе эсерһең, эй Ниневе,
Иҫергәнсе, иҫтән яҙғансы;
Һин дә дошмандан ҡотолоу яйын эҙләрһең,
Әммә тырышлығың бушҡа булыр.
12Бөтә ҡәлғәләрең менән һин үҙең
Емеше өлгөргән инжир ағасына тиңһең.
Һелкетеү менән, ашарға теләгәндең
Ауыҙына өҙөлөп төшәсәкһең.
13Ғәскәрҙәреңә ҡара!
Улар бисәләр һымаҡ ҡурҡаҡ.
Ил ҡапҡаһы дошмандарың алдында шар асыҡ,
Ут уның арҡыры биктәрен ялмай.
14Ҡамауға әҙерлән, эсергә һыу йыйып ҡуй,
Ҡәлғәләреңде нығыт,
Мәтегә инеп, балсыҡ баҫ,
Кирбес һуғыр өсөн ҡалып йүнәт.
15Барыбер утта һәләк булырһың,
Ҡылыс киҫкеләп тураҡлар,
Саранча ҡоротҡан уңыштай юҡҡа сығырһың.
Саранча шикелле, үрсе, әйҙә,
Саранчаның тубы һымаҡ күбәй.
16Сауҙагәрҙәрең күктәге йондоҙҙарҙан да күп,
Әммә дошман илеңде саранча һымаҡ талап китер.
17Түрәләрең – саранча кеүек,
Хәрби етәкселәрең – саранча тубы,
Һалҡында диуарға уҡмаша ла
Ҡояш сығыу менән осоп китә.
18Эй Ашшур батшаһы,
Көтөүселәрең үлем йоҡоһона талған,
Аҡһөйәктәрең һуҙылып ятҡан,
Халҡың тауҙарға таралған,
Йыйып алыр кешең ҡалмаған.
19Яраларыңа дауа юҡ, йәрәхәтең үлемесле.
Хәлеңде ишеткәндәр ҡыуанып ҡул сабыр,
Сөнки һинең сикһеҙ вәхшәтеңдән
Зыян күрмәгән берәйһе бармы?
Currently Selected:
:
Highlight
Share
Copy

Want to have your highlights saved across all your devices? Sign up or sign in
© Институт перевода Библии, перевод, комментарии, 2023
© Российское Библейское Общество, перевод, комментарии, 2023
© Оформление. Институт перевода Библии, 2023