YouVersion Logo
Search Icon

Хаваҡҡуҡ 1

1
1Хаваҡҡуҡ пәйғәмбәргә күренмеш аша бирелгән әүлиәлек.
Хаваҡҡуҡтың Раббыға ялбарыуы
2Ҡасанғаса, Раббы, ярҙам һорап ялбарырмын,
Ә Һин ишетмәйһең;
«Золом бар!» – тип Һиңә һөрәнләрмен,
Ә Һин ҡотҡармайһың!
3Ниңә мине яуызлыҡ күрергә мәжбүр итәһең,
Үҙең залимлыҡҡа битарафһың?
Ҡайҙа ғына ҡараһам да – талау, иҙеү,
Ыҙғыш, дошманлыҡ сигенән ашҡан,
4Шуға күрә ҡанун көсһөҙләнде,
Ғәҙел хөкөм итеүсе юҡ,
Ғәйепһеҙҙе енәйәтсе еңеп сыға,
Сөнки хөкөм эше залимлашҡан.
Раббының яуабы
5«Ҡәүемдәргә ҡарағыҙ ҙа, күрегеҙ!
Аптырап шаҡ ҡатырһығыҙ.
Һеҙҙең көндәрҙә Мин шундай ғәмәл ҡылам,
Һөйләһәләр ҙә, ышанмаҫһығыҙ.
6Башҡаларҙың ил-йорттарын баҫып алыр өсөн
Донъяның дүрт тарафын айҡап сапҡан
Аяуһыҙ һәм етеҙ ҡәүем халдейҙарҙы күтәрәм.
7Ҡурҡыныс та, шәфҡәтһеҙ ҙә улар,
Был ҡәүем – үҙенә үҙе ҡанун һәм хаким.
8Аттары уның ҡапландан етеҙ,
Төнгө бүренән дә ҡанһыҙ.
Яйҙаҡтары төрлө тарафтарҙан елә
Табышына ташланған бөркөттәй.
9Барыһының да уйында – золом,
Көнсығыш еле һымаҡ еләләр,
Әсирҙәрҙе ҡом һымаҡ һепереп баралар.
10Батшаларҙы мыҫҡыллайҙар,
Хакимдарҙан әсе көләләр,
Ҡәлғәләрҙе уйнап ҡына еңәләр –
Уба ҡора ла ҡулға төшөрәләр.
11Юлындағы бар нәмәне ел һымаҡ һепереп уҙа,
Ҡеүәттәрен үҙҙәренә алла иткән был әҙәмдәр
Ғәйепле, улар язанан ҡаса алмаҫтар».
Хаваҡҡуҡтың тағы Раббыға зарланыуы
12Йә Раббы, изге Аллам,
Әүәл-әүәлдән бирле булған Һин түгелме ни?
Беҙ үлмәйәсәкбеҙ!
Йә Раббы, беҙҙе язалар өсөн Һин халдейҙарҙы һайланың!
Ҡаям минең, хөкөмөңдө ғәмәлгә ашырыр өсөн
Һин уларҙы көсләндерҙең!
13Һинең саф ҡарашың залимлыҡҡа ҡарар өсөн түгел,
Яуызлыҡҡа түҙә алмайһың Һин.
Шулай булғас, был мәкерлеләргә нисек ҡарайһың,
Яуыз ғәйепһеҙҙең башын ашағанда өндәшмәйһең?
14Кешеләрҙе диңгеҙ балығына,
Башлыҡтары булмаған һөйрәлеүсегә әйләндерҙең.
15Халдейҙар уларҙы ҡармаҡҡа ҡаптыра,
Ау һала, мурҙа ҡора,
Шунан йәм таба, шатлана.
16Шул арҡала ауҙарына арнап ҡорбан сала,
Мурҙаһына бағышлап хуш еҫ төтәтә,
Шул ҡорамалдар арҡаһында мул йәшәй,
Шул арҡала тәмле ашап ләззәтләнә.
17Ауҙарын бер туҡтауһыҙ бушатып,
Ҡәүемдәрҙе аяуһыҙ ҡырыуын дауам итерме?

Highlight

Share

Copy

None

Want to have your highlights saved across all your devices? Sign up or sign in