YouVersion Logo
Search Icon

Маҫҫайос 4

4
Ғайсаның сүлдә һынау үтеүе
(Мрк 1:12-13; Лк 4:1-13)
1Шунан һуң, Иблистән һынатыр өсөн, Алла Рухы Ғайсаны сүлгә алып китте. 2#Сығ 34:28.Тәғәм ризыҡ ҡапмайынса ҡырҡ көн һәм ҡырҡ төн үткәргәндән һуң, Ғайса бик ныҡ асыҡты. 3Шул саҡ ҡотҡосо Иблис, Уның янына килеп:
– Әгәр ҙә Һин Алла Улы булһаң, бынау таштарға икмәккә әйләнергә бойор, – тине.
4 # Ҡнн 8:3. – «Кеше икмәк менән генә түгел, Алла әйткән һәр бер һүҙ менән дә йәшәр». Шулай тип яҙылған Изге Яҙмала, – тип яуапланы Ғайса.
5Шунан һуң Иблис Уны Йәрүсәлимгә – изге ҡалаға алып килеп, Алла йортоноң иң бейек урынына баҫтырҙы.
6 # Зәб 90:11-12. – Әгәр ҙә Һин Алла Улы булһаң, түбәнгә ташлан, – тине ул Ғайсаға. – Сөнки Изге Яҙмала:
«Алла Үҙенең фәрештәләренә
Һинең турала бойороҡ бирер:
аяҡтарыңды ташҡа бәрҙертмәй,
улар Һине ҡулдарына күтәреп йөрөр», –
тип яҙылған бит.
7 # Ҡнн 6:16. – Унда: «Аллаң Раббыны һынама», – тип тә яҙылған, – тип яуапланы уға Ғайса.
8Бынан һуң Иблис Уны бик бейек тауға алып менде. Донъялағы барлыҡ батшалыҡтарҙы уларҙың бөтә гүзәллегендә күрһәтте лә:
9– Әгәр алдыма йөҙтүбән ятып миңә табынһаң, быларҙың барыһын да Һиңә бирәм, – тине.
10 # Ҡнн 6:13. – Кит, Иблис, – тине Ғайса. – «Аллаң Раббыға табын һәм бары Уға ғына хеҙмәт ит», – тип яҙылған.
11Бынан һуң Иблис Ғайсаны ҡалдырып китеп барҙы. Фәрештәләр килеп Ғайсаға хеҙмәт итте.
Ғайсаның хеҙмәт итә башлауы
(Мрк 1:14-15; Лк 4:14-15)
12Яхъяның ҡулға алыныуы тураһында ишеткәс, Ғайса Галилеяға юлланды. 13Назаранан китеп, Ул Галилея күле буйындағы Зевулун һәм Нафтали ерҙәренә ҡараған Капернаум ҡалаһына барып урынлашты. 14Был иһә Ишағыяһ пәйғәмбәр аша әйтелгәндәр ғәмәлгә ашһын өсөн булды:
15 # Ишғ 9:1-2. «Эй Зевулун ере, Нафтали ере,
диңгеҙ юлы һәм Иордан аръяғындағы ерҙәр!
Эй һин, сит ҡәүемдәр иле Галилея!
16Ҡараңғылыҡта йәшәгән халыҡ бөйөк бер яҡтылыҡты күрҙе.
Үлем күләгәһендә йәшәгән кешеләр өсөн нур балҡыны».
17Шул ваҡыттан алып Ғайса:
– Тәүбәгә килегеҙ, сөнки Күктәр Батшалығы яҡынлашты! – тип иғлан итеп йөрөй башланы.
Ғайсаның беренсе шәкерттәре
(Мрк 1:16-20; Лк 5:2-11; Ях 1:35-42)
18Галилея күле буйлап китеп барғанда Ғайса ау һалып йөрөгән ағалы-ҡустылы ике балыҡсыны – Петрус тип аталған Шимғон менән Әндриасты күрҙе.
19– Миңә эйәрегеҙ! Мин һеҙҙе кеше аулаусылар#4:19 Кеше аулаусылар – Ғайса был урында кешеләрҙе Алла юлына алып килеүҙе балыҡ тотоу менән сағыштыра. итермен, – тине Ғайса уларға.
20Ике туған шунда уҡ, ауҙарын ташлап, Уға эйәрҙе. 21Арыраҡ киткәс, Ғайса тағын ағалы-ҡустылы икәүҙе – Зәбәҙәйос улдары Яҡуп менән Яхъяны күрҙе. Улар аталары Зәбәҙәйос менән бергә кәмәлә ауҙарын ямайҙар ине. Ғайса уларҙы Үҙенә эйәрергә саҡырҙы. 22Туғандар шунда уҡ, кәмәләрен һәм аталарын ҡалдырып, Уның артынан эйәрҙе.
Ғайсаның Галилеяла вәғәзләп,
һауыҡтырып йөрөүе
(Мрк 3:7-12; Лк 6:17-19)
23Ғайса, ғибәҙәтханаларҙа өйрәтеп һәм Күктәр Батшалығы хаҡындағы Һөйөнөслө Хәбәрҙе вәғәзләп, халыҡты һәр төрлө ауырыу-зәхмәттәрҙән һауыҡтырып, бар Галилеяны йөрөп сыҡты. 24Уның тураһындағы хәбәр бөтә Сүриә буйлап таралды. Янына төрлө сирҙәрҙән, интектергес ауыртыныуҙарҙан яфаланған, ен эйәләшкән, илергән һәм фалиж#4:24 Фалиж – руссаһы: паралич. һуҡҡан кешеләрҙе алып килделәр. Ғайса уларҙы һауыҡтырҙы. 25Уның артынан Галилеянан, Ун Ҡаланан#4:25 Ун Ҡала – грекса «Декаполис». Башлыса йәһүд булмаған халыҡтар йәшәгән үҙ аллы ҡалалар федерацияһы., Йәрүсәлимдән, Йәһүҙиәнән һәм Иордан аръяғынан килгән ҙур халыҡ төркөмдәре эйәреп йөрөнө.

Highlight

Share

Copy

None

Want to have your highlights saved across all your devices? Sign up or sign in