YouVersion Logo
Search Icon

Маҫҫайос 3

3
Сумдырыусы Яхъяның вәғәзләүе
(Мрк 1:2-8; Лк 3:1-18; Ях 1:19-28)
1Шул көндәрҙә Йәһүҙиә сүллегенә Сумдырыусы#3:1 Һыуға сумдырыу йолаһын үтәгәнлектән, Яхъяны «Сумдырыусы» тип атағандар. Һыуға сумдырылыу – гонаһтарҙан тәүбә итеп, Алла юлына баҫыуҙы белдергән йола. Яхъя килеп вәғәзләй башланы.
2– Тәүбәгә килегеҙ, – тине ул вәғәзендә. – Күктәр Батшалығы яҡынлашты.
3 # Ишғ 40:3. Ишағыяһ пәйғәмбәр:
«Сүлдә тауыш яңғырай:
„Раббыға юл әҙерләгеҙ,
Уның барыр һуҡмаҡтарын турайтығыҙ!“» –
тип Яхъя тураһында әйткәйне.
4Яхъя дөйә йөнөнән кейем кейеп, биленә күн ҡайыш быуып йөрөнө. Сиңерткә һәм солоҡ балы уға ризыҡ булды. 5Уның янына Йәрүсәлимдә, бөтә Йәһүҙиә һәм Иордан буйы төбәгендә йәшәгән халыҡ килде. 6Килгән кешеләр үҙҙәренең гонаһтарын асыҡтан-асыҡ таныны һәм Яхъя уларҙы Иордан йылғаһында сумдырҙы.
7Ул, күп кенә фарисейҙарҙың һәм саддукейҙарҙың#3:7 Фарисейҙар һәм саддукейҙар – боронғо йәһүдтәр араһындағы төп дини төркөмдәр. һыуға сумдырылырға тип килгәнен күреп, уларға былай тине:
– Эй һеҙ, ағыулы йылан тоҡомо! Кем һеҙгә Алланың яҡынлашып килгән асыуынан ҡасып ҡала алырһығыҙ тип әйтте? 8Ихлас тәүбә итеүегеҙҙе эш менән күрһәтегеҙ! 9«Беҙҙең атабыҙ бит Ибраһим», – тип уйламағыҙ. Һеҙгә әйтәм: Алла ошо таштарҙан да Ибраһимға балалар булдыра ала. 10Балта ағас төбөндә әҙер ята инде: һәйбәт емеш бирмәгән һәр ағас ҡырҡылып утҡа ташланыр. 11#Зөл 36:25-27.Мин, тәүбә итеүегеҙҙе раҫлап, һеҙҙе һыуға сумдырам. Әммә минән һуң Килгән Зат күпкә ҡөҙрәтлерәк. Мин Уның аяҡ кейемен күтәреп йөрөргә лә лайыҡ түгелмен. Ул һеҙҙе Изге Рухҡа һәм утҡа сумдырыр. 12Ул ҡулындағы елгәргес көрәге менән ырҙында елгәрер. Бойҙайын, айырып, бураға һалыр, ә кәбәген һүнмәҫ утта яндырыр.
Ғайсаның һыуға сумдырылыуы
(Мрк 1:9-11; Лк 3:21-22; Ях 1:32-34)
13Шул мәлдә, Яхъя тарафынан һыуға сумдырылырға тип, Ғайса Галилеянан Иордан йылғаһына килде. 14Яхъя:
– Һыуға мине Һин Үҙең сумдырырға тейешһең, ә Һин миңә килгәнһең, – тип Уны туҡтатырға тырышты.
15– Әлегә ошолай булһын, сөнки беҙ Алланың ғәҙел ихтыярын үтәргә тейешбеҙ, – тип яуапланы Ғайса.
Яхъя быға риза булды. 16Ғайса һыуға сумдырылып сыҡты. Шул саҡ күк ҡабағы асылып китте лә Ул Үҙенең өҫтөнә күгәрсен сүрәтендә Алла Рухы төшкәнен күрҙе. 17#Зәб 2:7; Ишғ 42:1.Күктән: «Был – Минең һөйөклө Улым. Ул – Минең ҡыуанысым!» – тигән ауаз ишетелде.

Highlight

Share

Copy

None

Want to have your highlights saved across all your devices? Sign up or sign in