YouVersion Logo
Search Icon

Маҫҫайос 17

17
Ғайсаның йөҙ-ҡиәфәте үҙгәреүе
(Мрк 9:2-13; Лк 9:28-36)
1Алты көндән һуң Ғайса, Үҙе менән Петрусты, Яҡупты һәм уның ҡустыһы Яхъяны алып, бейек тауға менде. Улар унда үҙҙәре генә ине. 2Шунда Ғайсаның ҡиәфәте күҙ алдарында үҙгәрҙе: йөҙө ҡояштай балҡып китте, ә кейеме күҙҙе ҡамаштырырлыҡ ап-аҡ төҫкә инде. 3Ҡараһалар, ҡаршыларында Муса менән Ильяс пәйғәмбәрҙәр пәйҙә булды һәм Ғайса менән һөйләшә башланы. 4Петрус Ғайсаға:
– Хакимыбыҙ, беҙҙең бында булғаныбыҙ ҡайһылай яҡшы! Әгәр теләһәң, өс сатыр ҡорам: береһен – Һиңә, береһен – Мусаға, береһен – Ильясҡа, – тине.
5 # Зәб 2:7. Петрус һөйләгән арала, балҡып торған болот килеп сығып, уларҙы күләгәһе менән ҡапланы. Болот эсенән: «Был – Минең һөйөклө Улым, Ул Минең ҡыуанысым. Уны тыңлағыҙ!» – тигән тауыш ишетелде.
6Был тауышты ишетеп, шәкерттәр йөҙтүбән ергә ҡапланды, сөнки ҡоттары осҡайны.
7Ғайса килеп уларға ҡағылды ла:
– Тороғоҙ, ҡурҡмағыҙ! – тине.
8Улар, баштарын күтәреп, Ғайсанан башҡа бер кемде лә күрмәне.
9Тауҙан төшкәндә Ғайса уларға:
– Әҙәм Улы үлеп терелгәнгә тиклем, күргәнегеҙ хаҡында бер кемгә лә һөйләмәгеҙ, – тип бойорҙо.
10Шәкерттәре Унан:
– Ә ниңә һуң ҡанун белгестәре, тәүҙә Ильяс килергә тейеш, тиҙәр? – тип һораны.
11 # Млх 4:5-6. – Ысынлап та, Ильяс килеп, һәр нәмәне үҙ урынына ҡуясаҡ, – тип яуап бирҙе Ғайса. 12– Әммә Мин һеҙгә шуны әйтәм: Ильяс килде инде, тик уны таныманылар һәм уның менән нимә теләһәләр, шуны ҡылдылар. Әҙәм Улы ла улар ҡулында күп ғазаптар сигәсәк.
13Шунда инде шәкерттәре Ғайсаның Сумдырыусы Яхъя тураһында һөйләгәнен аңланылар.
Ен эйәләшкән малайҙы һауыҡтырыу
(Мрк 9:14-29; Лк 9:37-42)
14Улар халыҡ төркөмө янына әйләнеп ҡайтҡас, бер кеше Ғайса алдына килеп тубыҡланды:
15– Әфәндем, улымды ҡыҙған! Ул өйәнәк ауырыуынан яфалана. Йыш ҡына әле утҡа, әле һыуға ташлана. 16Мин уны шәкерттәреңә алып килгәйнем, тик улар һауыҡтыра алманы.
17– Эй, иманһыҙ һәм боҙоҡ быуын! Миңә һеҙҙең менән тағы күпме булырға ла күпме түҙергә? Малайҙы Минең яныма алып килегеҙ! – тине Ғайса.
18Ул енгә сығырға бойорҙо. Ен сығыу менән малай һауыҡты.
19Шәкерттәр Ғайса менән үҙҙәре генә ҡалғас:
– Ни өсөн беҙ уны ҡыуып сығара алманыҡ икән? – тип һоранылар.
20-21– Иманығыҙ аҙ булған өсөн, – тип яуапланы Ғайса. – Һеҙгә хаҡ һүҙ әйтәм: әгәр ҙә һеҙҙең гәрсис орлоғо хәтлем генә иманығыҙ булып, бынау тауға: «Бынан тегендә күс», – тип әйтһәгеҙ, тау күсәсәк. Һеҙҙең өсөн мөмкин булмаған бер нәмә лә булмаҫ ине#17:20-21 Ҡайһы бер боронғо ҡулъяҙмаларҙа 21-се аят та бар: «Бындай ендәр төрө доға ҡылыу һәм ураҙа тотоу менән генә ҡыуып сығарыла»..
Ғайсаның үлеп тереләсәге тураһында ҡабат әйтеүе
(Мрк 9:30-32; Лк 9:43-45)
22Галилеяла бергә йыйылғас, Ғайса шәкерттәренә:
– Әҙәм Улы кешеләр ҡулына тотоп биреләсәк. 23Уны үлтерәсәктәр, әммә өсөнсө көндә Ул терелеп торасаҡ, – тине.
Шәкерттәр оло ҡайғыға төштө.
Алла йортона бирелә торған саҙаҡа
24Улар Капернаумға килеп еткәс, Алла йорто өсөн ике драхмалыҡ#17:24 Ике драхмалыҡ – йәһүдтәрҙең һәр ир-аты Алла йортона түләргә тейеш булған йыллыҡ һалым. Бер драхма яҡынса бер динарға тиң булған. һалымды йыйыусылар Петрус янына килеп:
– Остазығыҙ һалым түләмәйме? – тип һораны.
25– Түләй, – тип яуап бирҙе Петрус.
Петрус өйгә ингәс, беренсе булып һүҙҙе Ғайса башланы:
– Шимғон, нисек уйлайһың: ерҙәге батшалар һалымды һәм яһаҡты кемдән түләтә? Үҙ улдарынанмы, әллә башҡа кешеләрҙәнме?
26– Башҡа кешеләрҙән, – тип яуап бирҙе Петрус.
– Тимәк, үҙ улдары түләүҙән азат, – тине Ғайса. 27– Әммә береһен дә рәнйетмәйек. Күлгә барып ҡармаҡ һал. Беренсе эләккән балыҡтың ауыҙын ас һәм унда көмөш тәңкә#17:27 Көмөш тәңкә – грек телендә «статир» тигәнде аңлата. Ул дүрт драхмаға тиң булған. табырһың. Уны алып, һалым йыйыусыларға Минең өсөн дә, үҙең өсөн дә бир.

Highlight

Share

Copy

None

Want to have your highlights saved across all your devices? Sign up or sign in