YouVersion Logo
Search Icon

Левиҙәр 9

9
Ҡаһиндарҙың эшләй башлауы
1Һигеҙенсе көндө Муса Һарун менән улдарын һәм Исраил аҡһаҡалдарын саҡыртып алды. 2Ул Һарунға былай тине:
– Үҙең өсөн гонаһ ҡорбаны итеп һыйыр малынан кәмселекһеҙ бер үгеҙ башмаҡ һәм тотош яндырыу ҡорбанына кәмселекһеҙ һарыҡ тәкәһе ал. Уларҙы Раббы ҡаршыһына килтер. 3-4Шунан Исраил халҡына иғлан ит: «Раббы алдында ҡорбан килтереү өсөн гонаһ ҡорбаны итеп кәзә тәкәһе, тотош яндырыу ҡорбанына кәмселеге булмаған бер йәшлек башмаҡ менән бер йәшлек һарыҡ бәрәсе, татыулыҡ ҡорбаны булараҡ бер үгеҙ менән бер һарыҡ тәкәһе, зәйтүн майына буталған икмәк саҙаҡаһы алып килегеҙ. Бөгөн һеҙгә Раббы күренәсәк!»
5Муса ҡушҡандарҙың барыһы ла Осрашыу сатыры алдына килтерелде. Бөтә йәмғиәт Раббы хозурына йыйылды.
6– Быларҙы эшләргә һеҙгә, алдығыҙҙа Раббы шөһрәте пәйҙә булһын өсөн, Раббы Үҙе бойорҙо, – тине Муса. 7Шунан Һарунға:
– Раббы бойорғанса, ҡорбан усағы янына бар ҙа, үҙеңде һәм халыҡты гонаһтарҙан паклау йолаһын башҡарып, үҙең өсөн гонаһ ҡорбаны менән тотош яндырыу ҡорбаны тәҡдим ит, – тине. – Унан һуң халыҡты гонаһтарынан паклау йолаһын башҡарып, халыҡтың да ҡорбанын килтер.
8Һарун, ҡорбан усағы янына барып, үҙе өсөн гонаһ ҡорбаны булған үгеҙ башмаҡты салды. 9Улдары ҡорбандың ҡанын алып, аталарына бирҙе. Һарун, бармағын ҡанға манып, ҡорбан усағының мөгөҙҙәренә һөрттө, ҡандың ҡалғанын усаҡ төбөнә түкте. 10Гонаһ ҡорбанының эс майын, бөйөрҙәрен, бауыр аҫтындағы өлөшөн ҡорбан усағында яндырҙы. Раббының Мусаға биргән бойороғо буйынса булды. 11Ҡорбандың ите менән тиреһен тупламдан ситкә сығарып яҡты.
12Бынан һуң Һарун тотош яндырыу ҡорбанын салды. Улдары уға ҡорбандың ҡанын алып бирҙе. Һарун ҡанды һәр яҡлап ҡорбан усағына һирпте. 13Тотош яндырыу ҡорбанын тураҡлап, киҫәктәрен һәм башын бирҙеләр. Һарун уларҙы ҡорбан усағында яндырҙы. 14Эсәк-ҡарынын, тояҡтарын йыуып, тотош яндырыу ҡорбаны өҫтөндә усаҡта яндырҙы.
15Артабан Һарун халыҡтың ҡорбанын тәҡдим итте. Халыҡтың гонаһтары өсөн тәғәйенләнгән кәзә тәкәһен салды; уны беренсе гонаһ ҡорбаны кеүек килтерҙе. 16Унан тотош яндырыу ҡорбанын тәҡдим итте, йолаһы буйынса ғәмәл ҡылды. 17Шунан икмәк саҙаҡаһын килтерҙе. Унан бер ус тултырып алды ла, ҡорбан усағындағы иртәнге тотош яндырыу ҡорбанына өҫтәп яндырҙы.
18Халыҡ өсөн татыулыҡ ҡорбаны булған үгеҙ менән һарыҡ тәкәһен салды. Улдары ҡорбандарҙың ҡанын бирҙе һәм Һарун уны һәр яҡлап ҡорбан усағына һирпте. 19Улар үгеҙҙең һәм һарыҡ тәкәһенең майын, ҡойроҡ майын, эсәк-ҡарынын ҡаплаған майҙы, бөйөрҙәрен, бауыр аҫтындағы өлөшөн алып, 20түш иттәре өҫтөнә һалды. Һарун майҙы ҡорбан усағында яндырҙы. 21Шунан Һарун үгеҙҙең һәм һарыҡ тәкәһенең түш ите менән артҡы уң боттарын, Муса бойорғанса, Раббы алдында өҫкә күтәреп күрһәтте.
22Һарун, гонаһ ҡорбанын, тотош яндырыу һәм татыулыҡ ҡорбандарын тәҡдим иткәндән һуң, ҡулдарын күтәреп халыҡҡа фатиха бирҙе һәм ҡорбан усағынан төштө.
23Муса менән Һарун Осрашыу сатырына инделәр. Унан сыҡҡас, халыҡҡа фатиха бирҙеләр. Бына шул саҡта барса халыҡ алдында Раббының шөһрәте пәйҙә булды. 24Раббы тарафынан ут сығып, усаҡтағы тотош яндырыу ҡорбанын һәм майын ялмап алды. Быны күргән барса халыҡ ҡыуаныстан ҡысҡырып ебәрҙе һәм йөҙтүбән ергә ҡапланды.

Highlight

Share

Copy

None

Want to have your highlights saved across all your devices? Sign up or sign in