Левиҙәр 8
8
Һарун менән улдарының ҡаһинлыҡҡа бағышланыуы
1Раббы Мусаға былай тине:
2– Һарун менән улдарын, кейемдәрен, мәсех майын, гонаһ ҡорбаны өсөн үгеҙ башмаҡ, ике һарыҡ тәкәһе, бер кәрзин сөсө икмәк ал да, 3барса йәмғиәтте Осрашыу сатыры ауыҙына йый.
4Муса Раббы бойорғанса эшләне. Йәмғиәт Осрашыу сатыры ауыҙына йыйылды. 5Муса уларға:
– Раббы бына нимәләр эшләргә бойорҙо, – тине.
6Шунан Һарун менән улдарын алға сығарып, уларҙы һыу менән йыуындырҙы. 7Һарунға күлдәк кейҙерҙе, билен быуҙы, ябынса кейҙерҙе, эфод һалды, эфодтың биҙәлгән билғауы менән быуҙы ла, эфодты нығытып ҡуйҙы. 8Иң өҫтән түшлек кейҙереп, түшлеккә урим менән туммим һалды. 9Башына сәллә кейҙерҙе, сәллә өҫтөнән маңлайына алтын сәскә рәүешендәге изгелек тажы таҡты. Алла нисек бойорһа, шулай эшләне.
10Шунан һуң Муса мәсех майы алды, Изге сатырҙы һәм сатыр эсендәге бөтә нәмәне мәсехләп, изгеләндерҙе. 11Майҙы ете тапҡыр ҡорбан усағына һирпте; ҡорбан усағын, уның бөтә кәрәк-ярағын, йыуынғысты, йыуынғыс таяуын – барыһын да изгеләндерер өсөн мәсехләне. 12Һарунды изгеләндереү өсөн башына май ҡойоп мәсехләне. 13Шунан Һарундың улдарын алға сығарҙы, уларға ла күлдәк кейҙерҙе, билдәрен билғау менән быуҙы, баштарына бәйҙәрен бәйләне. Раббы Мусаға нисек бойорһа, шулай булды.
14Шунан гонаһ ҡорбаны булған үгеҙҙе килтерҙе. Һарун менән улдары ҡулдарын үгеҙҙең башына ҡуйҙы. 15Муса үгеҙҙе салды. Ҡорбан усағын паклар өсөн бармағын ҡанға манып, ҡанды ҡорбан усағының мөгөҙҙәренә һөртөп сыҡты. Ҡалған ҡанды ҡорбан усағының төбөнә түкте. Шул рәүешле ул ҡорбан усағын паклап изгеләндерҙе. 16Үгеҙҙең эске ағзаларын ҡаплаған бөтә майҙы, бауыр аҫтындағы өлөшөн, майы менән бергә ике бөйөрөн алып, уларҙы ҡорбан усағында яндырҙы. 17Үгеҙҙе – тиреһен, итен, нәжесен – тупламдан ситкә сығарып яҡты. Раббы Мусаға нисек бойорһа, шулай булды.
18Шунан һуң Муса тотош яндырыу ҡорбаны өсөн һарыҡ тәкәһен алып килде. Һарун менән улдары ҡулдарын тәкәнең башына ҡуйҙы. 19Муса тәкәне салды, ҡанын ҡорбан усағына һәр яҡлап һирпеп сыҡты. 20Тәкә түшкәһен киҫәктәргә тураҡлап башын, киҫәктәрен, эс майын яндырҙы. 21Эсәк-ҡарынын, тояҡтарын йыуып, тәкәне тулыһынса ҡорбан усағында яндырҙы. Был – тотош яндырыу ҡорбаны, Раббыға күркәм хуш еҫ, ут ҡорбаны ине. Раббы Мусаға нисек бойорһа, шулай булды.
22Шунан Муса икенсе тәкәне алып килде. Быныһы ҡаһинлыҡҡа бағышлау йолаһының тәкәһе ине. Һарун менән улдары ҡулдарын тәкәнең башына ҡуйҙы. 23Муса тәкәне салды. Бер аҙ ҡанын алып, Һарундың уң ҡолағының осона, уң ҡулының һәм уң аяғының баш бармаҡтарына һөрттө. 24Шунан Һарундың улдарын алға сығарҙы. Уларҙың да уң ҡолаҡтарының осона, уң ҡулдарының һәм уң аяҡтарының баш бармаҡтарына ҡан һөрттө. Ҡалған ҡанды ҡорбан усағының яҡ-яғына һирпте. 25Тәкәнең майын һәм ҡойроҡ майын, эсәк-ҡарынын ҡаплаған бөтә майҙы, бауыр аҫтындағы өлөшөн, майы менән бергә ике бөйөрөн, артҡы уң ботон алды. 26Шунан Раббы хозурында торған сөсө икмәкле кәрзиндән бер икмәк, зәйтүн майына баҫылған бер икмәк, бер йоҡа көлсә алып, уларҙы малдың майы менән артҡы уң бото өҫтөнә ҡуйҙы. 27Быларҙың бөтәһен дә Муса Һарун менән улдарының ҡулына һалды. Уларҙы Раббы хозурында һелкетмә ҡорбан булараҡ күтәреп күрһәтте. 28Бынан һуң Муса барыһын да уларҙың ҡулынан алып, ҡорбан усағында тотош яндырыу ҡорбаны өҫтөндә ҡаһинлыҡҡа бағышлау йолаһы ҡорбаны итеп яндырҙы. Был – Раббы өсөн ут ҡорбаны, Раббыға күркәм хуш еҫ. 29Унан һуң Муса түш итен алды. Уны Раббы хозурында өҫкә күтәреп күрһәтте. Был – бағышлау йолаһы ҡорбаны булған тәкәнән Мусаның үҙ өлөшө ине. Раббы Мусаға нисек бойорһа, шулай булды.
30Муса мәсех майы, ҡорбан усағы өҫтөндәге ҡанды алып, Һарун менән улдарына һәм уларҙың кейемдәренә һирпте. Шул рәүешле Һарунды һәм уның кейемен, улдарын һәм уларҙың кейемдәрен изгеләндерҙе.
31Шунан Һарун менән улдарына:
– Итте Осрашыу сатыры ауыҙында бешерегеҙ ҙә шунда ҡаһинлыҡҡа бағышлау йолаһы ҡорбаны кәрзинендәге икмәк менән ашағыҙ, – тине, – сөнки миңә: «Уны Һарун улдары менән ашарға тейеш», – тип бойоролдо. 32Ә ҡалған ит менән икмәкте яндырығыҙ. 33Бағышланыу көндәрегеҙ тулғанға тиклем, ете көн буйы, Осрашыу сатыры ауыҙынан китмәгеҙ, сөнки бағышланыуығыҙ ете көнгә һуҙылыр. 34Бөгөн эшләгән һәр нәмәне Раббы һеҙҙе гонаһтарығыҙҙан паклау өсөн бойорҙо. 35Ете тәүлек буйы, көнө-төнө Осрашыу сатыры ауыҙында булығыҙ. Раббы талап иткәнсә эшләгеҙ, юғиһә үләсәкһегеҙ. Миңә шулай бойоролдо.
36Һарун менән улдары Раббының Муса аша еткерелгән бөтә бойороҡтарын да тулыһынса үтәне.
Currently Selected:
Левиҙәр 8: БашИЯ2023
Highlight
Share
Copy

Want to have your highlights saved across all your devices? Sign up or sign in
© Институт перевода Библии, перевод, комментарии, 2023
© Российское Библейское Общество, перевод, комментарии, 2023
© Оформление. Институт перевода Библии, 2023

: