Левиҙәр 7
7
Ғәйеп ҡорбаны тураһындағы ҡағиҙә
1Бына ғәйеп ҡорбаны килтереүҙең ҡағиҙәләре. Ул – изгеләрҙән-изге ҡорбан. 2Ғәйеп ҡорбаны тотош яндырыу ҡорбандары салынған урында һуйылһын. Уның ҡаны ҡорбан усағына һәр яҡлап һирпеп сығылһын. 3-4Ҡорбан килтереүсе уның бөтә майын – ҡойроҡ майын, эсәк-ҡарынын ҡаплаған майҙы, ике бөйөрөн, бөйөр өҫтөндәге һәм билендәге майҙарын, бауыр аҫтындағы өлөшөн бөйөрҙәре менән бергә айырып алһын. 5Ҡаһин уларҙы, Раббы өсөн ут ҡорбаны булараҡ, ҡорбан усағында яндырыр. Был – ғәйеп ҡорбаны. 6Ҡаһиндар нәҫеленән булған һәр ир заты был ҡорбанды ашай ала. Уны изге урында ашарға кәрәк, сөнки ул изгеләрҙән-изге.
7Гонаһ ҡорбанына ла, ғәйеп ҡорбанына ла ҡағиҙә бер төрлө: ҡорбандың ите ошо ҡорбан аша паклау йолаһын башҡарған ҡаһинға булыр. 8Тотош яндырыу ҡорбанының тиреһе лә ҡорбан ғәмәлен башҡарған ҡаһинға бирелер.
9Мейестә, көршәктә йәки йәйләүҙә бешерелгән барса икмәк саҙаҡаһы – ҡорбан йолаһын башҡарған ҡаһинға. 10Зәйтүн майына буталған йәки ҡоро икмәк саҙаҡалары Һарун улдарының бөтәһе араһында тигеҙ итеп бүленһен.
Татыулыҡ ҡорбаны тураһындағы ҡағиҙә
11Бына Раббыға тәҡдим ителә торған татыулыҡ ҡорбанын килтереү ҡағиҙәләре. 12Әгәр ҙә берәйһе рәхмәт йөҙөнән татыулыҡ ҡорбаны килтерә икән, зәйтүн майына баҫып бешерелгән сөсө икмәк, зәйтүн майы һөртөлгән йоҡа ғына сөсө көлсәләр, иң яҡшы ондан зәйтүн майына баҫып бешерелгән икмәк алып килһен. 13Бынан башҡа ул рәхмәт йөҙөнән татыулыҡ ҡорбаны менән бергә әсе икмәк тә килтерһен. 14Һәр төрлө икмәк саҙаҡаһының бер өлөшөн Раббыға бағышлап килтерһен: ул татыулыҡ ҡорбанының ҡанын ҡорбан усағына һирпкән ҡаһинға булыр. 15Татыулыҡ ҡорбаны булған шөкөр саҙаҡаһының ите ҡорбан килтерелгән көндө үк ашап бөтөрөлһөн, иртәнгә тиклем ҡалмаһын.
16Әгәр кем дә булһа ҡорбанды нәҙер әйтеп йәки нәфел буйынса, йәғни үҙ ихтыяры менән килтерә икән, уның ите салынған көндән ҡалһа, икенсе көндө лә ашарға ярай. 17Әммә өсөнсө көнгә ҡалған ҡорбан ите яндырылһын. 18Татыулыҡ ҡорбанының ите өсөнсө көндө лә ашала икән, был ҡорбан ҡабул ителмәйәсәк һәм ҡорбан килтереүсегә уның сауабы булмаясаҡ. Был ит хәрәм һанала һәм уны ашаған кеше ғәйебенең язаһын күтәрер. 19Нәжес һаналған берәй нәмәгә тейгән итте ашарға ярамай, ул яндырылырға тейеш. Ә таҙа итте пак булған һәр кешегә ашарға мөмкин. 20Әммә берәй әҙәм нәжес хәлендә Раббыға килтерелгән татыулыҡ ҡорбанының итен ашаһа, ул халҡы араһынан ҡыуылыр. 21Әгәр ҙә берәйһе нәжес нәмәгә: кеше нәжесенәме, хәрәм малғамы, хәрәм йәнлеккәме ҡағылғандан һуң Раббыға килтерелгән татыулыҡ ҡорбанының итен ашаһа, был кеше халҡы араһынан ҡыуылыр.
Эс майы һәм ҡан ашауҙан тыйыу
22Раббы Мусаға былай тине:
23– Исраил халҡына әйт: һыйыр малыныҡымы ул, һарыҡмы, кәзәнекеме – бер ниндәй ҙә эс майын ашамағыҙ. 24Үҙе үлгән йәки йыртҡыс ботарлаған малдың майын төрлө кәрәк-яраҡҡа файҙаланырға мөмкин, әммә ашарға ярамай. 25Әгәр кем дә булһа берәү Раббыға ут ҡорбаны булараҡ килтерелгән малдың майын ашаһа, ул халҡы араһынан ҡыуылыр. 26Ҡайҙа йәшәһәгеҙ ҙә, бер ниндәй ҡанды ла – ҡоштоҡон да, малдыҡын да – еймәгеҙ. 27Ҡан ейгән һәр кем халҡы араһынан ҡыуылыр.
Ҡаһиндарҙың өлөшө
28Раббы Мусаға былай тине:
29– Исраил халҡына әйт: Раббыға татыулыҡ ҡорбаны килтергән кеше, уның бер өлөшөн Раббыға тәҡдим итһен. 30Уны үҙ ҡулы менән Раббы өсөн ут ҡорбаны булараҡ килтерһен. Малдың майын түш ите менән бергә алып килһен дә Раббы хозурында, һелкетмә ҡорбан булараҡ, өҫкә күтәреп күрһәтһен. 31Ҡаһин майҙы ҡорбан усағында яндырыр, ә түш ите Һарунға һәм уның улдарына булыр. 32Татыулыҡ ҡорбанының артҡы уң ботон ҡаһинға саҙаҡа итеп бирегеҙ. 33Уң бот татыулыҡ ҡорбанының ҡаны менән майын Раббыға тәҡдим иткән Һарун улдарының өлөшө булыр. 34Исраил халҡының татыулыҡ ҡорбандарынан күтәреп һелкетелгән түш итен һәм саҙаҡа итеп килтерелгән ботто алам да Һарун ҡаһин менән уның улдарына Исраил халҡынан мәңгелек өлөш итеп бирәм.
35Һарун һәм уның улдары Раббы хозурына ҡаһин булып хеҙмәт итеү өсөн тәғәйенләнгән көндән башлап, утта яндырылған ҡорбандарҙан уларға бирелгән өлөш ошо. 36Уларҙы ҡаһинлыҡҡа мәсехләгән көндө Раббы Исраил халҡына бойороҡ бирҙе. Был – уларҙың быуындан-быуынға даими өлөшө.
37Тотош яндырыу ҡорбанының, икмәк саҙаҡаһының, гонаһ, ғәйеп өсөн килтерелгән ҡорбандарҙың, бағышлау ҡорбанының һәм татыулыҡ ҡорбанының йолалары ошо.
38Синай сүлендәге Синай тауында Раббы Исраил халҡының Үҙенә ҡорбандар килтерергә тейешлеге хаҡында Мусаға бына шуларҙы бойорҙо.
Currently Selected:
Левиҙәр 7: БашИЯ2023
Highlight
Share
Copy

Want to have your highlights saved across all your devices? Sign up or sign in
© Институт перевода Библии, перевод, комментарии, 2023
© Российское Библейское Общество, перевод, комментарии, 2023
© Оформление. Институт перевода Библии, 2023

: