YouVersion Logo
Search Icon

Левиҙәр 18

18
Енси боҙоҡлоҡтарҙы тыйыу
1Раббы Мусаға былай тине:
2– Исраил халҡына иғлан ит, әйт уларға: Мин Аллағыҙ Раббымын. 3Быға тиклем йәшәгән Мысыр ерендәге һәм Мин алып китеп барған Ҡәнғән илендәге халыҡтарҙың ҡылыҡтарын отмағыҙ, уларҙың йолаларын тотмағыҙ. 4Минең ҡағиҙәләремде үтәгеҙ, күрһәтмәләремде тотоғоҙ, шулар буйынса йәшәгеҙ. Мин Аллағыҙ Раббымын. 5Минең күрһәтмәләремде һәм ҡағиҙәләремде тотоғоҙ. Улар үҙҙәрен үтәгәндәргә йәшәү бирә. Мин – Раббы.
6Бер кем дә үҙенең ҡан туғаны менән енси мөнәсәбәткә инер#18:6 Енси мөнәсәбәткә инер – йәһүд телендә «оят ерен асыр» тигән мәғәнәлә. өсөн уға яҡынаймаһын. Мин – Раббымын. 7Әсәйең менән яҡынлыҡ ҡылып, атайыңды хурлыҡҡа төшөрмә. Әсәйең ул, уның менән яҡынлыҡ ҡылма. 8Атайыңды хурлыҡҡа төшөрөп, үгәй әсәйең менән яҡынлыҡ ҡылма. 9Ҡыҙ туғандарың – атайыңдың ҡыҙы менән дә, йәки әсәйеңдең ҡыҙы менән дә, һинең менән бер өйҙә тыуғанмы ул, ситтәме – улар менән яҡынлыҡ ҡылма. 10Үҙеңде хурлыҡҡа төшөрмә: улыңдың ҡыҙы йәки ҡыҙыңдың ҡыҙы менән яҡынлыҡ ҡылма. 11Атайыңдың башҡа ҡатынынан тыуған ҡыҙы менән яҡынлыҡ ҡылма; сөнки ул һинең туғаның. 12Атайыңдың ҡыҙ туғаны менән яҡынлыҡ ҡылма, ул – атайыңдың ҡан туғаны. 13Әсәйеңдең ҡыҙ туғаны менән яҡынлыҡ ҡылма, ул – әсәйеңдең ҡан туғаны. 14Атайыңдың бер туған ағаһын хурлыҡҡа ҡалдырып, уның ҡатыны менән яҡынлыҡ ҡылма, ул – һинең инәйең. 15Киленең менән яҡынлыҡ ҡылма, улыңдың ҡатыны ул, уның менән яҡынлыҡ ҡылма. 16Бер туған ағайың йәки энеңде хурлыҡҡа ҡалдырма: уның ҡатыны менән яҡынлыҡ ҡылма. 17Бер ҡатындың үҙе һәм ҡыҙы менән яҡынлыҡ ҡылма. Ҡатыныңдың улының йәки ҡыҙының ҡыҙына өйләнмә. Ул ҡатын менән бер ҡандан улар. Был – боҙоҡлоҡ. 18Ҡатының тере ваҡытта, уға көндәш булмаһын өсөн, уның ҡыҙ туғанына өйләнмә һәм уның менән яҡынлыҡ ҡылма.
19Күрем нәжеслеге ваҡытында ҡатының менән яҡынлыҡ ҡылма. 20Иптәшеңдең ҡатыны менән яҡынлыҡ ҡылып, үҙеңде нәжесләмә. 21Балаларыңдың береһен дә Мөләх илаһына#18:21 Мөләх – Ҡәнғән халҡы табынған илаһ. Уға балаларҙы ҡорбанға килтерә торған булғандар. ҡорбан итмә, бының менән Аллаңдың исемен хурлама. Мин – Раббы. 22Ир-ат менән ҡатын-ҡыҙ менән яҡынлыҡ ҡылған кеүек яҡынлыҡ ҡылма. Был – ерәнгес. 23Ниндәй ҙә булһа хайуан менән яҡынлыҡ ҡылып үҙеңде нәжесләмә. Ҡатын кеше лә яҡынлыҡ ҡылыр өсөн мал-тыуар алдына баҫмаһын. Был – ҡәбәхәтлек.
24Бындай эштәр менән үҙегеҙҙе нәжесләмәгеҙ. Сөнки алдығыҙҙан Мин ҡыуып ебәрәсәк ҡәүемдәр үҙҙәрен ошоларҙың барыһы менән дә нәжесләп, 25ерҙе лә бысраттылар. Шуға күрә Мин халыҡтың гонаһы өсөн ерҙе язаланым һәм ер үҙендә йәшәгәндәрҙе ҡоҫоп ташланы. 26Ә һеҙ, ерле халыҡ та, арағыҙҙа йәшәгән килмешәк тә, күрһәтмәләремде һәм ҡағиҙәләремде тотоғоҙ, бындай әшәкелектәрҙе ҡылмағыҙ, 27сөнки ошо әшәкелектәрҙе ул ерҙә һеҙгә тиклем йәшәгәндәр ҡылды һәм ер нәжесләнде. 28Әгәр ерҙе нәжесләһәгеҙ, ул, һеҙҙән алда йәшәгән ҡәүемдәр кеүек үк, һеҙҙе лә ҡоҫоп ырғытыр. 29Бындай әшәкелектәрҙе ҡылған һәр кем, быны эшләгән һәр кеше, халҡы араһынан ҡыуылыр.
30Бойороҡтарымды үтәгеҙ, һеҙгә тиклем йәшәгәндәрҙең әшәке йолаларын тотоп, үҙегеҙҙе бысратмағыҙ. Мин – Раббы, һеҙҙең Аллағыҙ.

Highlight

Share

Copy

None

Want to have your highlights saved across all your devices? Sign up or sign in