YouVersion Logo
Search Icon

Левиҙәр 17

17
Изге сатырҙан ситтә ҡорбан салыуҙы һәм ҡан ашауҙы тыйыу
1Раббы Мусаға былай тине:
2– Һарунға, уның улдарына, бөтә Исраил халҡына Раббының бойороғон иғлан ит, әйт уларға: 3әгәр исраилдарҙан берәйһе тупламда йәки тупламдан ситтә үгеҙ, һарыҡ йәки кәзә салһа, 4һәм уны Раббының торлағына, Осрашыу сатыры ауыҙына, Раббыға ҡорбан итеп килтермәһә, был кеше ҡан ҡойоуҙа ғәйепле тип иҫәпләнә. Ул ҡан ҡойҙо һәм халҡы араһынан ҡыуылыр. 5Исраилдар әле ҡырҙа сала торған ҡорбандарын, Раббы хозурына Осрашыу сатыры ауыҙына, ҡаһинға килтерһен һәм Раббыға татыулыҡ ҡорбаны итеп тәҡдим итһен. 6Ҡаһин ҡорбандың ҡанын Осрашыу сатыры алдындағы ҡорбан усағына һирпер, ә майын Раббыға күркәм хуш еҫ өсөн яндырыр. 7Бынан ары Исраил халҡы кәзә тәкәһе ҡиәфәтендәге ендәргә ҡорбан килтермәһен, улар менән зина ҡылмаһын. Был – улар өсөн быуындан-быуынға мәңгелек ҡағиҙә.
8Уларға әйт: Исраил халҡынан йәки араларында йәшәгән килмешәктәрҙән берәйһе тотош яндырыу ҡорбаны йәки башҡа төр ҡорбан ҡылһа, 9әммә уны Раббыға ҡорбан иткәндәй Осрашыу сатыры алдында эшләмәһә, ул кеше халҡы араһынан ҡыуылыр.
10Әгәр ҙә Исраил халҡынан йәки араларында йәшәгән килмешәктәрҙән берәйһе ҡан ейһә, Мин был кешегә ҡаршы буласаҡмын һәм халҡы араһынан ҡыуасаҡмын. 11Сөнки һәр йән эйәһенә уның ҡаны йәшәү бирә. Шуға күрә Мин уны, йәнегеҙҙе пакландырыу өсөн, ҡорбан усағына килтерергә ҡуштым; йәшәү биргәнгә күрә, ҡан йәнде пакландыра. 12Бына шуның өсөн Исраил халҡына әйтәм: «Һеҙ үҙегеҙ ҙә, арағыҙҙа йәшәгән килмешәктәр ҙә ҡан ашарға тейеш түгел».
13Әгәр ҙә Исраил халҡынан йәки арағыҙҙа йәшәгән килмешәктәрҙән берәйһе һунарҙа һеҙгә ашарға мөмкин булған йәнлек йәки ҡош аулаһа, уның ҡанын ағыҙһын һәм тупраҡ менән ҡаплап ҡуйһын. 14Һәр йән эйәһенә уның ҡаны йәшәү бирә. Шуға күрә Мин Исраил халҡына: «Һис бер йән эйәһенең ҡанын еймәгеҙ», – тинем. Сөнки һәр йән эйәһенең йәне – ҡанында. Ҡан ейгән һәр кем халҡы араһынан ҡыуылыр.
15Үҙе үлгән йәки йыртҡыстан таланып үлгән йәнлекте ашаған һәр кем – ерле халыҡтанмы ул, килмешәкме – кейемен йыуһын, йыуынһын. Ул кискә тиклем нәжес булыр, шунан таҙа һаналыр. 16Әгәр ҙә кейемен йыумаһа һәм йыуынмаһа, ғәйебе өсөн яза аласаҡ.

Highlight

Share

Copy

None

Want to have your highlights saved across all your devices? Sign up or sign in