Левиҙәр 1
1
1Раббы Осрашыу сатырынан Мусаны саҡырып, уға былай тине:
2– Исраил халҡына иғлан ит, әйт уларға: арағыҙҙан берәйһе Раббыға мал-тыуарҙан ҡорбан килтерһә, ҡорбаны эре йәки ваҡ мал булһын.
Тотош яндырыу ҡорбаны
3Әгәр тотош яндырыу ҡорбаны эре малдан икән, ул кәмселекһеҙ үгеҙ башмаҡ булһын. Раббы был ҡорбанды ҡабул ҡылһын өсөн ҡорбан килтереүсе башмаҡты Осрашыу сатыры ауыҙына алып килһен. 4Ҡулын тотош яндырыу ҡорбаны итеп килтерелгән малдың башына ҡуйһын; шунда Раббы, ул кешене гонаһынан паклар өсөн, был ҡорбанды ҡабул итер. 5Ҡорбан килтереүсе башмаҡты Раббы хозурында салһын. Һарун улдары – ҡаһиндар, башмаҡтың ҡанын алып, Осрашыу сатыры ауыҙы эргәһендәге ҡорбан усағының һәр яғына һирпһен. 6Ҡорбан килтереүсе тотош яндырыу ҡорбанын тунаһын һәм киҫәктәргә бүлгеләһен. 7Һарун ҡаһиндың улдары ҡорбан усағына ҡуҙ һалып, өҫтөнә утын теҙһендәр. 8Башмаҡтың бүлгеләнгән киҫәктәрен башы һәм эс майы менән усаҡта янып ятҡан утын өҫтөнә һалһындар. 9Ҡорбан килтереүсе малдың эсәк-ҡарынын һәм тояҡтарын һыу менән йыуғас, ҡаһин уларҙың барыһын да усаҡта яндырһын. Был – тотош яндырыу ҡорбаны, ут ҡорбаны – Раббыға күркәм хуш еҫ.
10Әгәр берәйһе тотош яндырыу ҡорбанына ваҡ мал, һарыҡ йәки кәзә килтерһә, ҡорбаны кәмселекһеҙ тәкә булһын. 11Ҡорбан килтереүсе уны ҡорбан усағының төньяғында, Раббы хозурында салһын. Ә Һарун улдары, ҡаһиндар, уның ҡанын ҡорбан усағының һәр яғына һирпһен. 12Ҡорбан килтереүсе, башын, майын айырып алып, ҡорбанды киҫәктәргә бүлгеләһен. Ҡаһин уларҙы ҡорбан усағында янып ятҡан утын өҫтөнә теҙһен. 13Ҡорбан килтереүсе малдың эсәк-ҡарынын һәм тояҡтарын һыу менән йыуғандан һуң, ҡаһин уларҙы ҡорбан усағында яндырһын. Был – тотош яндырыу ҡорбаны, ут ҡорбаны – Раббыға күркәм хуш еҫ.
14Әгәр ҙә тотош яндырыу ҡорбаны ҡош икән, Раббыға алатуба йәки күгәрсен балаһы килтерелһен. 15Ҡаһин уны ҡорбан усағына алып килһен, башын өҙөп алып, усаҡта яндырһын; ҡанын иһә усаҡтың яҡ-яғына ағыҙһын. 16Ҡоштоң бөрләтәүе менән нәжесен усаҡтың көнсығыш яғындағы көллөккә ташлаһын. 17Ҡанаттарынан тотоп, ҡошто йыртһын, әммә икегә айырмаһын. Шунан уны ҡорбан усағындағы утын өҫтөнә һалып яндырһын. Был – тотош яндырыу ҡорбаны, ут ҡорбаны – Раббыға күркәм хуш еҫ.
Currently Selected:
Левиҙәр 1: БашИЯ2023
Highlight
Share
Copy

Want to have your highlights saved across all your devices? Sign up or sign in
© Институт перевода Библии, перевод, комментарии, 2023
© Российское Библейское Общество, перевод, комментарии, 2023
© Оформление. Институт перевода Библии, 2023