YouVersion Logo
Search Icon

Яҡуп 4

4
Кем донъя менән дуҫ – ул Аллаға дошман
1Арағыҙҙағы дошманлыҡ һәм ыҙғыш ҡайҙан килә? Һеҙҙе эстән йолҡҡослаған нәфсенән түгелме? 2Ниҙер теләйһегеҙ, ләкин ала алмайһығыҙ һәм шуның өсөн үлтерәһегеҙ. Көнләшәһегеҙ, ләкин теләгегеҙгә өлгәшә алмайһығыҙ, шуның өсөн ыҙғышырға, көрәшергә керешәһегеҙ. Тик барыбер теләгәнегеҙҙе ала алмайһығыҙ, сөнки Алланан һорамайһығыҙ. 3Һорап та ала алмайһығыҙ, сөнки алама ниәттән, үҙ ләззәтегеҙҙе ҡәнәғәтләндерер өсөн генә һорайһығыҙ.
4Эй Аллаға хыянат итеүселәр, донъя менән дуҫлашыу – Аллаға дошман булыу икәнлеген белмәйһегеҙме ни? Шулай итеп, кем донъя менән дуҫ булырға теләй, ул Аллаға дошман була. 5Әллә Изге Яҙмала: «Алла Үҙе беҙгә һалған рухты көнләшеү менән ашҡынып ярата»#4:5 Был – грекса төп нөсхәләге беренсе мөмкин булған мәғәнәһе. Икенсе мәғәнәһе: «Алла беҙгә һалған Рух беҙҙе көнләшеү менән ярата»., – тип юҡҡа әйтелгән тип уйлайһығыҙмы? 6#Хик 3:34.Әммә Алла бирә торған мәрхәмәт тағы ла ҙурыраҡ. Бына шуға күрә Изге Яҙмала:
«Алла тәкәбберҙәргә ҡаршы тора,
ә тыйнаҡтарға мәрхәмәтен бүләк итә», –
тип әйтелгән. 7Шуға күрә Аллаға буйһоноғоҙ, ә Иблискә ҡаршы тороғоҙ, шул ваҡытта ул һеҙҙән ҡасыр. 8Аллаға яҡынлашығыҙ, һәм Ул һеҙгә яҡынлашыр. Гонаһлылар, ҡулдарығыҙҙы таҙартығыҙ, ике йөҙлөләр, йөрәктәрегеҙҙе сафландырығыҙ. 9Көйөнөгөҙ, иңрәшегеҙ, илашығыҙ! Көлөүегеҙ – илауға, ә шатлығығыҙ ҡайғыға әйләнһен. 10Раббыға буйһоноғоҙ, һәм Ул һеҙҙе юғары күтәрер.
Яманат һатыуҙан киҫәтеү
11 # Зәб 14:3. Имандаштарым, бер-берегеҙҙең яманатын һатмағыҙ. Үҙ имандашының яманатын һатҡан йәки уны хөкөм иткән кеше ҡанундың яманатын һата һәм ҡанунды хөкөм итә. Әгәр ҙә ҡанунды хөкөм итәһең икән, һин – ҡанунды үтәүсе түгел, ә уны хөкөм итеүсеһең. 12Бары тик бер генә ҡанун Сығарыусы һәм Хөкөмдар бар. Ул ғына ҡотҡара һәм һәләк итә ала. Шулай булғас, башҡаларҙы хөкөм итергә кем һуң һин?
Маһайыусанлыҡтан киҫәтеү
13«Бөгөн йәки иртәгә беҙ фәлән ҡалаға китербеҙ һәм, унда йыл буйы йәшәп, һатыу итербеҙ, табыш алырбыҙ», – тип һөйләүселәр, хәҙер һеҙ тыңлағыҙ. 14#Зәб 38:6.Эй һеҙ, иртәгә ни булырын белмәүселәр, һеҙҙең тормошоғоҙ ни генә? Һеҙ бит – аҙ ваҡытҡа пәйҙә булып, аҙаҡ юғалыусы томан ғына. 15«Раббы теләһә, беҙ иҫән булырбыҙ, тегене йә быны эшләрбеҙ», – тип әйтер урынға 16һеҙ хәҙер, тәкәбберләнеп, маһаяһығыҙ. Һәр шундай маһайыу – яманлыҡ ул. 17Шулай итеп, ниндәй яҡшылыҡ ҡылырға кәрәклеген белеп тә, уны эшләмәгән кеше гонаһ ҡыла.

Currently Selected:

Яҡуп 4: БашИЯ2023

Highlight

Share

Copy

None

Want to have your highlights saved across all your devices? Sign up or sign in