Яҡуп 3
3
Тел
1Имандаштарым, бөтәгеҙ ҙә остаз булырға ынтылмағыҙ. Үҙегеҙ беләһегеҙ бит: өйрәтеүсе булараҡ, беҙ башҡаларға ҡарағанда ҡатыраҡ хөкөм ителәсәкбеҙ. 2Бөтәбеҙ ҙә күп нәмәлә хаталана. Һүҙе менән гонаһ ҡылмаған кеше – камил, ул үҙенең бөтә тәнен йүгәндә тота ала. 3Аттарҙы буйһондорор өсөн ауыҙлыҡлайбыҙ икән, уларҙың тотош кәүҙәһе менән идара итә алабыҙ. 4Йәки, әйтәйек, караптар ни тиклем ҙур булмаһын һәм көслө ел тарафынан ҡыуып йөрөтөлмәһендәр, ҡойроҡсо бәләкәй генә ҡойроҡ ишкәге ярҙамында үҙе теләгән яҡҡа бора. 5Тел дә, кескәй генә ағза булһа ла, ныҡ маҡтана. Ана, бәләкәй генә ут та ҙур урманды яндырып ебәрә. 6Тел дә – ут. Тәнебеҙҙең ағзалары араһында ул – яманлыҡ донъяһы. Йәһәннәм утынан тоҡанған был ут бөтә тәнебеҙҙе бысрата һәм бөтә тормошобоҙҙо ялҡынға сорнай.
7Һәр төрлө януарҙарҙы ла, ҡоштарҙы ла, һөйрәлеүселәрҙе лә, диңгеҙ хайуандарын да буйһондороп була, һәм кеше уларҙы буйһондорҙо ла инде. 8Ә телде бер кем дә буйһондора алмай: ул – үлемесле ағыу менән тулы тыйылғыһыҙ яуызлыҡ. 9Телебеҙ менән беҙ Атабыҙ Раббыны данлайбыҙ, шул уҡ тел менән Аллаға оҡшаш итеп яратылған кешеләрҙе ҡарғайбыҙ. 10Бер үк ауыҙҙан данлау ҙа, ҡарғыш та сыға. Имандаштарым, улай булырға тейеш түгел. 11Бер үк шишмәнән сөсө лә, тоҙло ла һыу сығамы ни? 12Имандаштарым, инжир ағасында – зәйтүн емеше, ә йөҙөм һабағында инжир үҫәме ни? Шуның кеүек, тоҙло шишмә лә сөсө һыу бирә алмай.
Ысын аҡыл
13Арағыҙҙа кемегеҙ аҡыллы һәм аңлы? Шул әҙәм ғәмәлдәренең зирәк аҡылдан килгән тыйнаҡлыҡ аша башҡарылыуын үҙенең лайыҡлы тормошо менән күрһәтһен. 14Әммә йөрәктәрегеҙҙе әсе көнсөллөк һәм мин-минлек биләһә, маһаймағыҙ һәм хәҡиҡәткә ҡаршы ялғанламағыҙ. 15Ундай аҡыл юғарынан түгел, ул донъяныҡы, рухи түгел, ул ендән килә, 16сөнки көнсөллөк һәм мин-минлек булған ерҙә тарҡаулыҡ һәм һәр төрлө яман эштәр хөкөм һөрә. 17Ә юғарынан килгән аҡыл иң тәүҙә саф, аҙаҡ тыныс, йомшаҡ, тыңлаусан, шәфҡәт һәм игелекле емештәр менән тулы, кешеләрҙе тигеҙ күрә һәм ихлас. 18#Ишғ 32:17.Хаҡлыҡ орлоҡтары тыныслыҡта сәселә һәм был орлоҡтар тыныслыҡ таратыусыларға уңыш килтерә.
Currently Selected:
Яҡуп 3: БашИЯ2023
Highlight
Share
Copy

Want to have your highlights saved across all your devices? Sign up or sign in
© Институт перевода Библии, перевод, комментарии, 2023
© Российское Библейское Общество, перевод, комментарии, 2023
© Оформление. Институт перевода Библии, 2023

: