YouVersion Logo
Search Icon

Һошеяғ 4

4
Раббының Исраил менән дәғүәләшеүе
1Эй исраилдар, тыңлағыҙ Раббы һүҙен:
Раббы ошо ерҙәге кешеләр менән дәғүәләшә,
Сөнки был ерҙә тоғролоҡ та, мөхәббәт тә,
Алланы танып белеү ҙә юҡ.
2Ант боҙоу, алдау һәм үлтереш,
Уғрылыҡ һәм аҙғынлыҡ хөкөм һөрә.
Ҡан өҫтөнә ҡан түгелә.
3Шул арҡала ер иңрәр, бөтә тереклек әлһерәр,
Ҡырағай януарҙар, күктәге ҡоштар,
Хатта диңгеҙҙәге балыҡтар ҙа һәләк булыр.
4«Һис кем башҡа берәүҙе хөкөм итмәһен!
Бер кем дә бүтәнгә ғәйеп ташламаһын.
Минең дәғүәм һинең менән бит, эй ҡаһин.
5Һин көндөҙ абынырһың,
Төндә пәйғәмбәр ҙә һинең менән бергә абыныр.
Мин һинең әсәңде харап итәм –
6Халҡым белекһеҙлектән һәләк булды.
Һин белемде кире ҡаҡҡан өсөн
Мин дә һине кире ҡағам –
Башҡа Миңә ҡаһинлыҡ итмәҫһең.
Һин Аллаңдың ҡанунын оноттоң –
Мин һинең балаларыңды онотормон.
7Ҡаһиндар күберәк булған һайын,
Миңә ҡаршы гонаһтары арта барҙы.
Шуға күрә Мин уларҙың данын
Хурлыҡҡа әйләндерәсәкмен.
8Халҡымдың гонаһтары ҡаһиндарҙың ризығы булды,
Улар кешенең яман ҡылығын теләп тора.
9Халыҡты ла, ҡаһиндарҙы ла бер тәҡдир көтә:
Мин уларҙы ҡылғандары өсөн язалаясаҡмын,
Ғәмәлдәренә күрә әжерен бирәсәкмен.
10-11Ашарҙар, ләкин туймаҫтар,
Уйнаш итерҙәр, ләкин тоҡом бирмәҫтәр,
Сөнки улар Раббынан баш тартып,
Аҙғынлыҡҡа хеҙмәт итә.
Иҫке һәм яңы шарап йөрәктәрен биләне.
12Минең халҡым ағасҡа һорау бирә,
Уға ағас таяҡ яуап ҡайтара!
Сөнки фәхешлек рухы уларҙы юлдан яҙҙырҙы:
Уйнаш итеп, үҙ Аллаһынан йыраҡлаштылар.
13Тау баштарында ҡорбан салалар,
Ҡалҡыулыҡтарҙа – имән, тирәк, теребинҫ аҫтында
Күләгәлә рәхәтләнеп хуш еҫ төтәтәләр.
Бына ни өсөн ҡыҙҙарығыҙ фәхешлек итә,
Килендәрегеҙ зина ҡыла.
14Әммә Мин ҡыҙҙарығыҙҙы уйнаш өсөн,
Килендәрегеҙҙе зина өсөн язаламам –
Ирҙәрегеҙ фәхишәләргә йөрөйҙәр,
Уйнашсылар менән бергә ҡорбан килтерәләр.
Аҡылын юғалтҡан халыҡ һәләк буласаҡ!
15Һин, Исраил, уйнаш итһәң дә, исмаһам,
Йәһүҙә ғәйепкә тарымаһа ине.
Гилгалға йөрөмәгеҙ, Бейт-Ауенға#4:15 Бейт-Ауен – йәһүд телендә «яуызлыҡ йорто» тигән мәғәнәлә. «Алла йорто» тигәнде аңлатҡан Бейт-Илгә бирелгән ҡушамат. Яровғам батша дәүерендә исраилдар шунда алтын башмаҡҡа табынған (ҡарағыҙ: «ІІІ Батшалар», 12:25-33; «Ғамос», 5:5). сыҡмағыҙ,
Унда: „Тере Раббы шаһит!“ – тип ант итмәгеҙ.
16Исраил, ҡарышмал тана ише, тиҫкәре булды –
Бынан ары Раббы уларҙы, сәхрәләге бәрәс ише, көтөрмө?
17Әфраим боттарына йәбешкән – ҡалдыр уны.
18Саҡ айный башланылармы, фәхешкә тотоналар,
Уларҙың түрәләре аҙғынлыҡты ярата.
19Ел уларҙы үҙ ҡанатында өйрөлтөп алып китер.
Үҙ ҡорбанлыҡтары ҡаршыһында хурлыҡҡа ҡалырҙар.

Highlight

Share

Copy

None

Want to have your highlights saved across all your devices? Sign up or sign in