YouVersion Logo
Search Icon

Һошеяғ 10

10
Исраилдың гонаһтары өсөн һөргөнгә ҡыуылыуы
1Исраил – мул тәлгәшле йөҙөм ҡыуағы,
Емештәре лә бихисап уның:
Емеше күп булған һайын, ҡорбан усаҡтары күбәйҙе;
Тупрағы бәрәкәтле булғас,
Табыныу бағаналары ла матурыраҡ.
2Йөрәктәре шылғаяҡҡа әйләнде –
Инде ғәйептәре өсөн язаланасаҡтар:
Раббы ҡорбан усаҡтарын туҙҙырып ташлар,
Табыныу бағаналарын емерер.
3Инде улар: «Беҙҙең өҫтән батша юҡ,
Раббынан беҙ ҡурҡмайбыҙ,
Батша булһа ла, ҡулынан ни килер ине?» – тиҙәр.
4Уларҙың һүҙҙәре ялған,
Килешеү төҙөшкәндә, алдап ант итәләр,
Әммә баҫыу бураҙнаһындағы әрем ише,
Хөкөм шытымы үҫеп сығыр.
5Самария кешеләре
Бейт-Ауендағы башмаҡ бото өсөн борсолоп-ҡурҡып торор,
Уның өсөн халыҡ йәш түгер;
Боттоң алыҫлашҡан данын уйлап,
Боттарға табынған ҡаһиндар ҙа ошо хаҡта һыҡтар.
6Уны ла бит Ашшурға алып китерҙәр,
Бөйөк батшаға бүләк итерҙәр.
Әфраим хурлыҡ кисерер,
Исраил үҙ ниәтенән оятҡа ҡалыр.
7Самария менән уның батшаһы
Һыу өҫтөндәге тапсыҡтай ағып китер.
8Исраилдың гонаһына сәбәп булған
Бейт-Ауендың табыныу ҡалҡыулыҡтары юҡ ителер.
Ҡорбан усаҡтарын билсән, сәнскәк баҫыр.
Шунда тауҙарға: «Беҙҙе ҡаплағыҙ!»,
Ҡалҡыулыҡтарға: «Беҙҙең өҫтөбөҙгә ауығыҙ!» – тиерҙәр.
Исраилдың барлыҡ ҡәлғәләре емертелер
9«Һин, Исраил, Гивға дәүеренән һуң да
Гонаһ ҡылыуыңды дауам иттең!
Һаман шулай булып ҡалдың,
Гивғалағы һуғыш
Йүнһеҙ әҙәмдәрҙе ҡыуып етмәнеме ни?
10Ә хәҙер уларҙы Үҙем теләгәнсә язалайым:
Халыҡтар уларға ҡаршы берләшер,
Ике енәйәттәре өсөн
Уларҙың аяҡ-ҡулы бәйләнер.
11Әфраим – өйрәтелгән,
Ашлыҡ һуғырға әүәҫ башмаҡҡа оҡшаш.
Мин уның зифа муйынына ҡалып кейҙерҙем.
Йәһүҙә ер һөрөр,
Яҡуп тырматыр.
12Хаҡлыҡ хаҡына сәсегеҙ, мөхәббәт урырһығыҙ.
Сиҙәм ерҙе күтәрегеҙ,
Сөнки Раббыны эҙләргә ваҡыт:
Ул килер ҙә һеҙҙең өҫкә
Ямғыр итеп хаҡлыҡ яуҙырыр.
13Тик һеҙ яманлыҡ иктегеҙ,
Хәҙер золом ураһығыҙ;
Ялғандың емешен ашанығыҙ –
Сөнки үҙ ниәтегеҙгә,
Бихисап яугирҙәрегеҙгә алдандығыҙ.
14Халҡың араһында буталыш башланыр,
Нисек Шалман яу көнөндә
Бейт-Арвелде емергән;
Әсәләр балалар менән бергә киҫәктәргә тураҡланған,
Шулай бөтә ҡәлғәләрең һәләк булыр.
15Эй Бейт-Ил, саманан тыш яуызлығың арҡаһында
Һине бына ниндәй хәлдәр көтә:
Таң һарыһында Исраил батшаһы юҡҡа сығасаҡ!»

Highlight

Share

Copy

None

Want to have your highlights saved across all your devices? Sign up or sign in