Һошеяғ 1
1
1Йәһүҙәлә Ғуззияһ, Йоҫам, Ахаз, Хизкияһ батшалар, Исраилда Йеһоаш улы Яровғам батша хакимлыҡ иткән йылдарҙа Беери улы Һошеяғҡа Раббы һүҙе булды.
Һошеяғтың ҡатыны һәм балалары
2Бына Раббының Һошеяғҡа мөрәжәғәт итеп әйткән һүҙ башы.
Раббы Һошеяғҡа былай тине:
– Бар, үҙеңә фәхишә ҡатын һәм уның фәхештән тыуған балаларын ал, сөнки был ил, Раббыһына хыянат итеп, фәхешлеккә батты.
3Һошеяғ Дивлаимдың ҡыҙы Гомерҙы ҡатынлыҡҡа алды. Ҡатын ауырға ҡалып, уға бер ир бала табып бирҙе. 4Раббы Һошеяғҡа:
– Балаға Изреғил тип исем ҡуш, сөнки Мин тиҙҙән Йеһу нәҫелен Изреғил үҙәнендә ҡойолған ҡан өсөн яуапҡа тарттырам һәм Исраил нәҫеленең батшалыҡ итеүенә сик ҡуям#1:4 Һүҙ Йеһуҙың, Исраил батшаһын һәм уның туғандарын үлтереп, Изреғилдә үҙен батша тип иғлан итеүе тураһында бара (ҡарағыҙ: «ІV Батшалар», 9–10). . 5Ул көндө Мин Изреғил үҙәнендә Исраилдың йәйәһен һындырам, – тине.
6Гомер, тағы ауырға ҡалып, ҡыҙ тапты. Раббы Һошеяғҡа:
– Балаға Ло-Рухама#1:6 Ло-Рухама – йәһүд телендә «мәрхәмәт юҡ» тигән мәғәнәлә. тип исем ҡуш, сөнки бынан ары Исраил халҡына Минән мәрхәмәт юҡ, уларҙы ярлыҡамайым. 7Йәһүҙә халҡын иһә рәхмәтемдән айырмайым һәм ҡотҡарам – йәйә, ҡылыс, һуғыш менән түгел, аттар һәм һыбайлылар менән түгел, бәлки, Аллалары Раббы ҡулы менән ҡотҡарам уларҙы, – тине.
8Ло-Рухаманы имсәк ташлатҡандан һуң, Гомер йәнә ауырға ҡалып, ир бала тапты. 9Был юлы Раббы Һошеяғҡа:
– Балаға Ло-Ғамми#1:9 Ло-Ғамми – йәһүд телендә «минең халҡым түгел» тигән мәғәнәлә. тип исем ҡуш, сөнки һеҙ Минең халҡым түгел, Мин дә һеҙҙең Аллағыҙ түгелмен, – тине.
10Әммә Исраил халҡы, диңгеҙ ҡомо һымаҡ, үлсәп тә, һанап та бөтөрә алмаҫлыҡ күп булыр. «Һеҙ Минең халҡым түгел», – тип әйтелгән урында уларға: «Һеҙ – тере Алланың балалары», – тиерҙәр. 11Йәһүҙә халҡы менән Исраил халҡы берләшеп, үҙҙәренә бер башлыҡ ҡуйыр һәм ерҙәрендә сәскә атыр, сөнки Изреғилдең көнө бөйөк бер көн булыр!
Currently Selected:
Һошеяғ 1: БашИЯ2023
Highlight
Share
Copy
Want to have your highlights saved across all your devices? Sign up or sign in
© Институт перевода Библии, перевод, комментарии, 2023
© Российское Библейское Общество, перевод, комментарии, 2023
© Оформление. Институт перевода Библии, 2023