Һошеяғ 2
2
1Ир туғандарығыҙға: «Ғамми»#2:1 Ғамми – йәһүд телендә «халҡым» тигән мәғәнәлә., ә ҡыҙ туғандарығыҙға «Рухама»#2:1 Рухама – йәһүд телендә «мәрхәмәткә ирешкән» тигән мәғәнәлә. тип өндәшегеҙ.
Исраилдың енәйәте
2«Әсәйегеҙҙе әрләгеҙ, әрләгеҙ,
Сөнки башҡаса ул Минең ҡатыным түгел,
Мин дә уның ире түгелмен.
Әйҙә, ул йөҙөнән фәхешлекте,
Ҡуйынынан хыянатты алып ташлаһын.
3Юҡһа Мин уны шәрә ҡалғансы сисендерермен,
Инәнән тыуғандағы һымаҡ яланғас ҡалдырырмын.
Сүллеккә, ҡоро тупраҡҡа әйләндереп,
Һыуһыҙлыҡтан үлтерермен.
4Балаларына ла шәфҡәт күрһәтмәҫмен,
Сөнки улар фәхештән тыуған балалар.
5Әсәләре зина ҡылды,
Уларҙы тапҡан әсә үҙен хурланы.
„Уйнаштарым артынан барам.
Икмәгемде, һыуымды, йөнөмдө, етенемде,
Зәйтүн майымды, эсемлегемде улар бирә“, – тине.
6Шуға күрә уның барыр юлын
Сәнскәкле ҡыуаҡтар менән быуам;
Ҡайҙа барырға ла белмәһен тип,
Ҡаршыһына ҡойма ҡуям.
7Уйнаштары артынан ташланыр,
Тик уларҙы ҡыуып етә алмаҫ;
Эҙләргә тотонор, тик таба алмаҫ.
Шул саҡ: „Үҙемдең элекке иремә ҡайтайым, – тиер. –
Ул заман хәлем әлегенән яҡшыраҡ ине“.
8Әммә ул шуны белмәне:
Уға ашлыҡты, яңы шарапты,
Зәйтүн майын Мин биргәйнем.
Бәғел илаһына сарыф иткән
Алтын-көмөштө лә муллап
Мин тотторҙом.
9Шуға күрә ураҡ мәле етһә,
Игенемде, шарабымды тартып алам;
Шәрә тәнен ҡаплар өсөн биргән
Йөнөмдән, етенемдән яҙҙырам.
10Инде уйнаштарының алдында
Уның оят ерен асам;
Бер кем дә уны ҡулымдан ҡотҡара алмаҫ.
11Күңел асыуҙарына – байрамдарына,
Яңы ай байрамдары, шәмбеләренә –
Барлыҡ тантаналарына сик ҡуям.
12Ул йөҙөм баҡсалары, инжир ағастары хаҡында:
„Былар – уйнаштарым түләгән хаҡ“, – тип маҡтана.
Баҡсаларын ташландыҡҡа, шырлыҡҡа әйләндерәм;
Ҡырағай януарҙарға ем буласаҡтар.
13Бәғел боттарына хуш еҫ төтәткән көндәре өсөн
Мин уны язалаясаҡмын.
Алҡа-мунсаҡтар тағып, һөйәрҙәре артынан йөрөнө,
Ә Мине иһә онотто, – тип белдерә Раббы.
Раббы Үҙ халҡы менән килешер
14Инде Мин уны, әүрәтеп, сүлгә алып китермен дә,
Күңеленә үтерлек һүҙҙәр һөйләрмен.
15Шунан йөҙөм баҡсаларын ҡайтарып бирермен,
Ғахор#2:15 Ғахор – йәһүд телендә «бәлә-ҡаза» тигән мәғәнәлә (ҡарағыҙ: «Йушағ», 7:24-26). үҙәнен Өмөт ҡапҡаһына әйләндерермен.
Шунда ул йәш сағындағы,
Мысырҙан сыҡҡан көнөндәге һымаҡ яуап ҡайтарыр.
16Ул көндө, – тип белдерә Раббы, –
Һин Миңә „Ирем“ тип өндәшерһең,
Бынан ары Мине „Хужам“#2:16 Йәһүд телендә 16-17-се аяттарҙа һүҙ уйнатыу. Бында ҡулланылған «бәғел» һүҙе «хужа» тигәнде лә, ҡәнғәниҙәрҙең илаһының исемен дә аңлата. тип әйтмәҫһең.
17Мин дә Бәғелдәрҙең исемдәрен
Ауыҙыңдан алып ташлармын.
Уларҙың исемдәре бүтән иҫкә алынмаҫ.
18Ул көндө Мин халҡым хаҡына
Ҡырағай януарҙар, күктәге ҡоштар,
Һөйрәлеүсе һәр тереклек менән килешеү төҙөрмөн.
Был ерҙә йәйәне лә, ҡылысты ла,
Һәр төрлө ҡоралды ла юҡ итермен,
Халҡымды имен-аман йәшәтермен.
19Шул саҡта Мин һинең менән мәңгелеккә йәрәшермен:
Хаҡлыҡ, ғәҙеллек, мөхәббәт һәм рәхимлектә
Мин һинең менән никахлашырмын.
20Тоғролоҡта һиңә өйләнермен,
Һин Раббыны танып белерһең.
21Ул көндө Мин яуап ҡайтарырмын, – дип белдерә Раббы, –
Мин күккә яуап бирермен,
Күк ергә яуап ҡайтарыр.
22Ер иһә ашлыҡҡа, шарапҡа һәм зәйтүн майына яуаплар,
Ә улар Изреғилгә яуап бирер.
23Халҡымды ошо ерҙә Үҙем өсөн сәсермен,
„Мәрхәмәт юҡ“ҡа мәрхәмәтемде күрһәтермен;
„Халҡым түгел“ тип аталғанға:
„Һин – Минең халҡым“, – тиермен,
Ә ул Миңә: „Һин – минең Аллам“, – тип әйтер».
Currently Selected:
Һошеяғ 2: БашИЯ2023
Highlight
Share
Copy
Want to have your highlights saved across all your devices? Sign up or sign in
© Институт перевода Библии, перевод, комментарии, 2023
© Российское Библейское Общество, перевод, комментарии, 2023
© Оформление. Институт перевода Библии, 2023