Ғивриҙәргә 3
3
Ғайсаның Мусанан өҫтөнлөгө
1Шуға күрә һеҙ, изге имандаштар, күктәр тарафынан саҡырылған хеҙмәттәштәр, беҙ тотҡан имандың Илсеһе һәм Баш Ҡаһины Ғайса тураһында ентекләп уйлағыҙ. 2#Иҫп 12:7.Муса Алла йортондағы эштәрҙә тоғро булған кеүек, Ғайса ла Үҙен хеҙмәткә алған Аллаға тоғро. 3Әммә йортто төҙөүсе йорттоң үҙенә ҡарағанда күпмегә нығыраҡ хөрмәт ителһә, Ғайса Мусаға ҡарағанда шул тиклем юғарыраҡ данға лайыҡ тип һаналды. 4Әлбиттә, һәр йорт кем тарафынандыр төҙөлә, әммә бөтә нәмәнең төҙөүсеһе – Алла. 5Муса Алла йортондағы бөтә эштәрҙә тоғро хеҙмәтсе ине, бының менән ул киләсәктә Алла тарафынан әйтеләсәк нәмәләргә шаһитлыҡ ҡылды. 6Мәсих иһә – Алла йорто өсөн яуаплы һәм Улан булараҡ тоғро; ә Уның йорто – беҙ, әммә үҙебеҙ ғорурланған ышаныс һәм өмөттә аҙаҡҡа тиклем торһаҡ ҡына.
7 #
Зәб 94:7-11. Шуға күрә, Изге Рух әйткәнсә:
«Бөгөн Алла тауышын ишетәһегеҙ икән,
8сүллектә һынау көнөндә
ҡаршылыҡ күрһәткән саҡтағылай,
йөрәгегеҙ тиҫкәре булмаһын.
9Унда ата-бабаларығыҙ Мине һынаны
һәм ҡылған эштәремде ҡырҡ йыл буйына күрҙе.
10Шуның өсөн был быуынға асыуым килде лә
„Уларҙың йөрәктәре һәр саҡ аҙаша,
юлдарымды танымайҙар“, – тинем.
11Шуның өсөн нәфрәтләнеп:
„Улар бер ҡасан да
Минең тыныс-имен урыныма инмәйәсәк“, –
тип ант иттем».
12Имандаштар, һаҡ булығыҙ, берегеҙҙә лә тере Алланан баш тартырлыҡ яуыз, иманһыҙ йөрәк булмаһын. 13Киреһенсә «бөгөн» тигән һүҙ әлегә ғәмәлдә булған саҡта, берегеҙ ҙә гонаһҡа алданып тиҫкәреләнмәһен өсөн, бер-берегеҙҙе көн һайын ҡеүәтләп тороғоҙ. 14Сөнки беҙ – Мәсихтең арҡалаштары, тик баштағы ышанысыбыҙҙа аҙаҡҡаса ныҡ торған хәлдә генә. 15Изге Яҙмала былай тип әйтелгән:
«Бөгөн Алла тауышын ишетәһегеҙ икән,
ҡаршылыҡ күрһәткән саҡтағылай,
йөрәгегеҙ тиҫкәре булмаһын».
16Алла тауышын ишетеп тә, ҡаршылыҡ күрһәтеүселәр кем һуң? Мысырҙан Муса алып сыҡҡандарҙың бөтәһе лә түгел инеме ни? 17Ҡырҡ йыл буйы Алла кемгә асыу тотҡан һуң? Гонаһ ҡылып, үле кәүҙәһе сүллектә ятып ҡалған кешеләргә түгелме? 18Улар Минең тыныс-имен урыныма бер ҡасан да инмәйәсәк тип, Алла кем тураһында ант итте һуң? Тыңлауһыҙҙар тураһында түгелме? 19Шулай итеп, ышанмағандары өсөн унда инә алмағанлыҡтарын күрәбеҙ.
Currently Selected:
Ғивриҙәргә 3: БашИЯ2023
Highlight
Share
Copy
Want to have your highlights saved across all your devices? Sign up or sign in
© Институт перевода Библии, перевод, комментарии, 2023
© Российское Библейское Общество, перевод, комментарии, 2023
© Оформление. Институт перевода Библии, 2023