YouVersion Logo
Search Icon

Ғивриҙәргә 2

2
Бөйөк ҡотҡарылыу
1Шуға күрә, дөрөҫ йүнәлеште юғалтмаҫ өсөн, беҙ ишеткәндәребеҙгә айырыуса иғтибарлы булырға тейешбеҙ. 2Фәрештәләр аша еткерелгән һүҙ дөрөҫкә сыҡты, һәр төрлө енәйәт һәм тыңлауһыҙлыҡ тейешле язаһын алды. 3Әгәр ошондай бөйөк ҡотҡарылыу менән иҫәпләшмәйбеҙ икән, әле килеп язаны нисек урап үтә алырбыҙ? Был ҡотҡарылыу тураһында бит тәүләп Раббы Үҙе асып һалды һәм Уның әйткәндәрен ишеткән кешеләр беҙгә быны раҫланы. 4Алла Үҙе лә быны билдәләр, мөғжизәләр һәм төрлө ҡөҙрәтле эштәр ҡылыу һәм Изге Рухтан килгән бүләктәрҙе Үҙ ихтыяры буйынса бүлеп биреү юлы аша иҫбат итте.
Алла Улы һәм әҙәм балалары
5Беҙ әле һөйләгән киләсәк донъяны Алла фәрештәләргә буйһондорманы бит. 6#Зәб 8:5-7.Әммә кемдер Изге Яҙманың ҡайһылыр бер урынында былай тип шаһитлыҡ иткән:
«Әҙәм заты нимә инде?
Ә Һин уның хаҡында уйлайһың!
Бәндә балаһы кем – уны хәстәрләйһең?
7Һин уны бер аҙ ваҡытҡа
фәрештәләрҙән түбәнерәк ҡуйҙың;
шөһрәт һәм хөрмәт тажы кейҙерҙең#2:7 Ҡайһы бер боронғо ҡулъяҙмаларҙа: «Үҙ ҡулдарың менән булдырған нәмәләрҙе уға тапшырҙың» тигән һөйләм дә бар.,
8бар нәмәне аяҡтарының аҫтына һалып,
уға буйһондорҙоң».
Алла, бөтә нәмәне әҙәм балаһына буйһондороп, уға буйһондоролмаған бер нәмәне лә ҡалдырманы. Әммә әлегә беҙ бөтә нәмәнең дә уға буйһонғанын күрмәйбеҙ. 9Уның ҡарауы беҙ Ғайсаны күрәбеҙ – Ул Алла мәрхәмәте менән бөтәһе хаҡына үлем татыһын өсөн бер аҙ ваҡытҡа фәрештәләрҙән түбәнерәк ҡуйылды. Әммә һуңында Ул, үлемде һынағаны өсөн, башына шөһрәт һәм хөрмәт тажын кейҙе. 10Алла – бөтә нәмәнең маҡсаты һәм башланғысы. Үҙенә эйәргән күп кешеләрҙе данға алып килгән сағында, ҡотолоуҙарына нигеҙ һалған Ғайсаны ғазаптар аша камиллыҡҡа еткерергә тейеш ине. 11Кешеләрҙе изге иткән Ғайса ла, изге ителгән әҙәмдәр үҙҙәре лә – бер Атанан. Шуның өсөн Ғайса уларҙы Үҙенең туғандары тип атауҙан оялмай. Ул:
12 # Зәб 21:23. «Исемеңде туғандарыма иғлан итермен,
изге йыйында Һиңә дан йырлармын», – ти.
13 # Ишғ 8:17. # Ишғ 8:18. Һәм тағы:
«Мин Аллаға ышаныс бағлайым», – ти.
Һәм:
«Бына Мин һәм
Алла Миңә биргән балалар», – ти.
14-15Был балаларҙың тәне лә, ҡаны ла бар. Шунлыҡтан Ғайса Үҙе лә кеше ҡиәфәтен алды. Ул быны үлемгә баш булған Иблистең хакимлығын Үҙ үлеме менән юҡ итеү, ғүмере буйы үлемдән ҡурҡып, ҡол булып йәшәгән кешеләрҙе азат итеү маҡсатында эшләне. 16Ул бит фәрештәләргә түгел, ә Ибраһим тоҡомона ярҙамға килде. 17Шуға күрә Ул кешеләрҙе гонаһтарынан йолоп алыу маҡсатында, Аллаға хеҙмәт итеүҙә шәфҡәтле һәм тоғро Баш Ҡаһин булыр өсөн, һәр йәһәттән туғандарына оҡшарға тейеш булды. 18Ғайса Үҙе лә, һынауҙарҙан үтеп ғазап сикте. Шуның өсөн Ул һынауҙан үткәндәргә ярҙам итә ала.

Highlight

Share

Copy

None

Want to have your highlights saved across all your devices? Sign up or sign in