Хаваҡҡуҡ 2
2
1Бағауыл урынына баҫайым,
Күҙәтеү манараһында торған килеш
Раббының миңә нимә әйтерен,
Зарыма нимә тип яуап биререн көтәйем.
Раббының икенсе яуабы
2Раббы миңә былай тип яуап бирҙе:
«Күренмеште таҡтаташҡа асыҡ итеп уйып яҙ,
Хатта уны йүгереп барған кеше лә уҡырлыҡ булһын.
3Сөнки һиңә күренгәндәр тәғәйен ваҡытҡа ҡарай,
Ахыр хаҡында һөйләй, алдамай,
Ҡапыл ғәмәлгә ашмаһа ла, үтәлеүен көт,
Сөнки мотлаҡ тормошҡа ашасаҡ.
4Ҡара, был әҙәм һауалы, ниәте яҡшы түгел;
Ә тәҡүә кеше тоғро булыуы арҡаһында йәшәр.
5Байлыҡ алдатҡыс ул,
Уның артынан ҡыуыусы тынғы белмәй.
Ауыҙы уның үлеләр донъяһы кеүек асыҡ,
Үлем һымаҡ, һаман туйыу белмәҫ.
Бөтә халыҡтарҙы үҙенә йыя,
Барлыҡ ҡәүемдәрҙе үҙенә туплай».
6Ләкин әсиргә алынғандар бөтәһе бергә:
«Кеше иҫәбенә байыусыға,
Аманатты үҙләштереүсегә – ҡайғы,
Ғүмер буйы дауам итмәҫ был», – тип
Унан көлөр, мыҫҡыл итер.
7Бер саҡ һин талаған халыҡтар ҡапыл күтәрелмәҫ, тимә;
Уянып китеп, һинең ҡотоңдо алмаҫ,
Һинең үҙеңде табыш итмәҫ, тимә.
8Күп халыҡтарҙы һин талаған һымаҡ,
Ҡалған халыҡтар, кеше ҡанын түккән,
Илдәрен, ҡалаларын бөлдөргән өсөн,
Һинең үҙеңде талаясаҡ.
Залимдарға ҡайғы
9Йортона хәрәм юл менән байлыҡ йыйыусыға,
Һәләкәттән ҡасмаҡ булып
Ояһын бейек-бейектә ҡороусыға ҡайғы!
10Бихисап халыҡтарҙы юҡ итеп,
Үҙ йортоңдо һин хурлыҡҡа ҡалдырҙың,
Гонаһың өсөн ғүмерең менән яуап бирерһең.
11Диуар таштары ҡысҡырыр,
Ағас һайғауҙар уларға ҡушылыр:
12«Ҡаланы ҡан өҫтөндә төҙөгәнгә,
Ҡәлғәне яуызлыҡ менән һалғанға ҡайғы!»
13Милләттәр үҙҙәрен юҡҡа йонсоталар,
Халыҡтарҙың бөтә хеҙмәт емештәре – утҡа аҙыҡ булыр.
Быны Күк ғәскәрҙәре Раббыһы хәл иткән инде.
14Һыу диңгеҙҙе тултырған һымаҡ,
Ер йөҙө Раббы шөһрәтен танып-белеү менән тулыр.
15Яҡынының яланғаслығын тамаша ҡылыр өсөн,
Уға турһыҡты бушатҡансы хәмер ҡойоп,
Иҫерткәнсе эсергән әҙәмгә ҡайғы!
16Хөрмәт урынына оятҡа туясаҡһың һин!
Инде үҙең эс тә сөннәтһеҙлегеңде күрһәт.
Раббының уң ҡулындағы яза тулы туҫтаҡ
Һине лә урап үтмәҫ,
Шөһрәтеңде һинең хурлыҡ алыштырыр.
17Ливанға ҡылған золомоң үҙ башыңа төшөр,
Ундағы йәнлектәрҙе ҡырған өсөн
Һине дәһшәт солғап алыр.
Һин кеше ҡанын ҡойҙоң,
Илгә, ҡалаларға, уларҙа йәшәгәндәргә залимлыҡ иттең.
18Ниндәй файҙаһы бар оҫта рәүеш биргән һындың –
Ялғанға өйрәтеүсе ҡойолма боттоң?
Оҫта үҙе эшләгән әйбергә ышана ла,
Тик тегеһе бары телһеҙ бот шул.
19Ағас киҫәгенә: «Уян!»,
Телһеҙ ташҡа: «Тор!» – тиеүсегә ҡайғы!
Берәй нәмәгә өйрәтерме улар?
Алтын-көмөш ялатылған был нәмәлә
Тормош һулышы юҡ бит.
20Ә Раббы – Үҙенең изге ҡорамында.
Уның алдында бөтә ер йөҙө тын ҡалһын!
Currently Selected:
Хаваҡҡуҡ 2: БашИЯ2023
Highlight
Share
Copy

Want to have your highlights saved across all your devices? Sign up or sign in
© Институт перевода Библии, перевод, комментарии, 2023
© Российское Библейское Общество, перевод, комментарии, 2023
© Оформление. Институт перевода Библии, 2023