YouVersion Logo
Search Icon

Хаваҡҡуҡ 3

3
Хаваҡҡуҡтың доғаһы
1Хаваҡҡуҡ пәйғәмбәрҙең доғаһы.
2Эй Раббым, Һинең шөһрәтең хаҡында ишеттем,
Ғәмәлдәреңдән тетрәндем, Раббы!
Беҙҙең ваҡытта ла шундай эштәр ҡыл,
Беҙҙең заманда ла уларҙы белдер!
Ярһыуыңда ла мәрхәмәтте хәтерлә!
3Алла – Темандан,
Изге Зат Паран тауынан килде. Села#3:3 Села – мәғәнәһе аныҡ ҡына билдәле түгел. Фараз буйынса, ниндәйҙер музыкаль термин булыуы ихтимал.
Бөйөклөгө ҡапланы күктәрҙе,
Уның шөһрәте ерҙе тултырҙы.
4Ҡояш һымаҡ балҡый,
Ҡулынан нур түгелә,
Ҡөҙрәте шунда йәшенгән.
5Уның алдынан үләт елә,
Эҙҙәренән эйәреп афәт килә,
6Ул туҡтағанда, ер һелкенә,
Ҡараш һалғанда, халыҡтар тетрәнә.
Мәңгелек ҡаялар тарҡала,
Боронғо тауҙар ергә шиңә,
Әммә Уның йөрөгән юлдары мәңгелек.
7Күрҙем: Кушан сатырҙарын хәсрәт алған,
Мидйәндең сатыр япмалары дәһшәттән тетрәй.
8Йылғаларға ҡыҙҙыңмы ни, Раббы?
Асыуың ағын һыуғамы?
Әллә диңгеҙме ярһыуың сығанағы?
Шуның өсөн аттарыңа, еңелмәҫ яу арбаларыңа мендеңме?
9Йәйәңде кирҙең,
Уҡтарыңды һаҙаҡҡа тултырҙың. Села
Ер өҫтөн йылғалар менән ярҙың.
10Һине күреп, тауҙар дер һелкенде,
Күктән һыуҙар ҡойон булып аҡты,
Аҫта упҡын йыртҡыстай үкерҙе,
Тулҡындарын өҫкә күтәрҙе.
11Атҡан уҡтарыңдың яҡтыһынан,
Ялтлап киткән һөңгөләрең балҡыуынан
Ҡояш һәм ай торлағында туҡтап ҡалды.
12Ер өҫтөнән асыу-ярһыу менән гиҙҙең,
Асырғанып ҡәүемдәрҙе тапаланың.
13Һин Үҙ халҡыңды ҡотҡарыр өсөн,
Мәсихеңде йолоп алыр өсөн сыҡтың.
Яуыз нәҫелдең башлығын иҙҙең,
Түбәһенән аяҡ тырнағынаса тунаның. Села
14Беҙҙе һәләк итер өсөн
Ғәскәрҙәре ҡойон һымаҡ ташланғанда,
Йәшенеп ятҡан ярлыларҙы
Инде йотам тиеп ҡыуанғанда,
Улар өйөрөнөң башлығын
Үҙ һөңгөһө менән тиштең.
15Аттарыңда диңгеҙҙе тапаның,
Шашҡан һыуҙарҙы күбекләндерҙең.
16Ишеттем дә – йөрәк дөпөлдәне,
Тауышыңдан ирен дерелдәне,
Һөйәктәрем иреп төштө,
Тубыҡтарым ҡалтыраны.
Тик беҙгә һөжүм итеүселәргә афәт килгән көндө
Мин сабыр ғына көтөрмөн.
17Инжир сәскә атмаһа ла,
Йөҙөм емеш бирмәһә лә,
Зәйтүн емеше уңмаһа ла,
Баҫыу ашлыҡ бирмәһә лә,
Кәртәлә һарыҡ,
Аҙбарҙа һыйыр тормаһа ла –
18Мин Раббымда ҡыуаныс табырмын.
Алла Ҡотҡарыусым булғанға,
Шатлыҡ менән ҡауышырмын.
19Раббы Хаким – минең көсөм,
Аяҡтарымды боландыҡылай итер,
Мине бейеклектәргә аштырыр.
Йырсылар етәксеһенә: ҡыллы уйын ҡоралдары оҙатыуында.

Highlight

Share

Copy

None

Want to have your highlights saved across all your devices? Sign up or sign in

Video for Хаваҡҡуҡ 3