YouVersion Logo
Search Icon

Сығыу 6

6
1Раббы Мусаға:
– Һин Минең фирғәүенде нимә эшләткәнемде күрерһең. Ҡулымдың ҡатылығы арҡаһында ул Исраил халҡын ебәрәсәк. Ҡулымдың ҡатылығы арҡаһында уларҙы үҙ еренән ҡыуасаҡ ул.
2Алла Мусаға былай тине:
– Мин – Раббы#6:2 Ҡарағыҙ: «Сығыу», 3:13-18.. 3Ибраһимға, Исхаҡҡа, Яҡупҡа «сикһеҙ ҡөҙрәт Эйәһе Алла» исеме менән күрендем, ләкин уларға Үҙемдең «Раббы» исемем менән асылманым. 4Улар менән килешеү төҙөнөм Мин, Ҡәнғән ерен – улар илгиҙәр булып ил гиҙеп йөрөп килеп ултырған ерҙе – бирергә һүҙ нығыттым.
5Әле иһә, Исраил халҡының Мысыр ҡоллоғо аҫтында иңрәгәнен ишетеп, килешеүемде иҫкә төшөрҙөм. 6Шуға күрә Исраил халҡына әйт:
«Мин – Раббы. Мин һеҙҙе мысырҙарҙың иҙеүенән ҡотҡарырмын, уларҙың ҡоллоғонан азат итермен. Мин Үҙемдең ҡөҙрәтем менән мысырҙарға ҡурҡыныс язалар ебәреп, һеҙҙе йолоп алырмын. 7Һеҙ – Минең халҡым, ә Мин һеҙҙең Аллағыҙ булырмын. Шул ваҡытта белерһегеҙ: һеҙҙе Мысыр иҙеүенән ҡотҡарған Мин Аллағыҙ Раббымын. 8Мин һеҙҙе Ибраһимға, Исхаҡҡа, Яҡупҡа бирергә ант иткән ергә алып барырмын, уны һеҙгә биләмәгә бирермен. Мин – Раббы».
9Муса быларҙы Исраил халҡына еткерҙе, ләкин тегеләр тыңларға ла теләмәне, сөнки, ауыр эштән йонсоп, төшөнкөлөккә бирелгәндәр ине.
10Раббы Мусаға былай тине:
11– Бар, Мысыр батшаһы фирғәүенгә әйт, ул Исраил халҡына үҙ еренән китергә рөхсәт итһен.
12Әммә Муса:
– Исраил халҡы тыңламағанды, нисек итеп мине фирғәүен тыңлаһын? Матур итеп һөйләй белмәйем мин, – тип яуапланы.
13Әммә Раббы Муса һәм Һарун менән һөйләшеп, уларға Исраил халҡына һәм Мысыр батшаһы фирғәүенгә ҡағылышлы бойороҡтар бирҙе, исраилдарҙы Мысыр еренән алып сығырға ҡушты.
Муса менән Һарундың нәҫел шәжәрәһе
14Бына исраилдарҙың нәҫел башлыҡтары: Исраилдың баш балаһы Рәүвәндең улдары: Ханох, Паллу, Хесрон, Карми. Рәүвән нәҫеле шуларҙан ғибәрәт.
15Шимғон улдары: Йемуил, Ямин, Оһад, Яхин, Сохар, Ҡәнғән иленән алған ҡатынының балаһы Шаул. Уларҙан Шимғон нәҫеле таралды.
16Бына нәҫел шәжәрәләренә күрә, олоһонан алып кесеһенә тиклем, Леви улдарының исемдәре: Гершон, Ҡыһаҫ, Мерари. Леви йөҙ ҙә утыҙ ете йыл йәшәне. 17Гершон улдары: үҙ зат-зәүерҙәре менән Ливни һәм Шимғи. 18Ҡыһаҫ улдары: Ғамрам, Исһар, Хеврон, Ғуззиил. Ҡыһаҫ йөҙ ҙә утыҙ өс йыл йәшәне. 19Мерариҙың улдары: Махли менән Муши. Былар барыһы ла – Леви нәҫелдәре.
20Ғамрам атаһының һеңлеһе Йохәвәдкә өйләнде. Йохәвәд Ғамрамға ике ул: Һарун менән Мусаны табып бирҙе. Ғамрам йөҙ ҙә утыҙ ете йыл йәшәне.
21Исһар улдары: Ҡорах, Нәфәг, Зихри.
22Ғуззиилдың улдары: Мишаил, Әлсафан, Сиҫри.
23Һарун Ғамминадавтың ҡыҙы, Нахшондың һеңлеһе Әлишевағты ҡатынлыҡҡа алды. Әлишевағ уға Надав, Авиһу, Әлғазар, Иҫамар атлы улдар табып бирҙе.
24Ҡорах улдары: Ассир, Әлҡана, Авиасаф. Ҡорах нәҫеле шуларҙан таралды.
25Һарундың улы Әлғазар Путиилдың бер ҡыҙына өйләнде. Уларҙың Пинхас исемле улдары тыуҙы.
Левиҙәрҙең нәҫел башлыҡтары бына ошолар.
26Әлеге Һарун менән Мусаға Раббы: «Исраил халҡын, ғәскәр ише теҙеп, Мысырҙан сығарығыҙ!» – тип ҡушҡайны. 27Тап бына ошо Муса менән Һарун: «Исраил халҡын Мысырҙан сығар!» – тип Мысыр батшаһы фирғәүен алдында телмәр тотто.
Раббының Муса менән Һарунға бойороҡ биреүе
28Ошонда, Мысыр ерендә, Муса менән һөйләшкән көндө, 29Раббы Мусаға:
– Мин – Раббы. Мысыр батшаһы фирғәүенгә әйткәндәремдең бөтәһен дә еткер, – тине.
30– Матур һөйләй белмәйем шул, – тине Муса. – Фирғәүен мине тыңлар тиһеңме?

Currently Selected:

Сығыу 6: БашИЯ2023

Highlight

Share

Copy

None

Want to have your highlights saved across all your devices? Sign up or sign in