Сығыу 5
5
Муса менән Һарундың фирғәүенгә ҡаршы көрәшеүе
1Бынан һуң Муса менән Һарун, фирғәүенгә барып, былай тине:
– Исраил Аллаһы Раббы һиңә: «Халҡымды ебәр – сүлдә Минең өсөн байрам яһаһын!» – тип әйтә.
2Әммә фирғәүен:
– Уны тыңлап, Исраил халҡын сығарып ебәрергә, кем һуң ул Раббы? Мин ул Раббыны белмәйем һәм Исраил халҡын ебәрмәйем, – тип яуапланы.
3– Беҙгә ғивриҙәр Аллаһы күренде, – тине Муса менән Һарун. – Өс көнлөк юлда ятҡан сүлгә барып, Аллабыҙ Раббыға ҡорбан килтерергә рөхсәт ит – юҡһа ул беҙҙе йә ҡырғын менән ҡырыр, йә ҡылыс менән юҡ итер.
4Әммә Мысыр батшаһы уларға былай тине:
– Муса, Һарун! Ниңә һеҙ халыҡты эштән айырып йөрөйһөгөҙ? Эшегеҙҙә булығыҙ.
5Шунан фирғәүен:
– Ҡарағыҙ, илдә халҡығыҙ күпме, ә һеҙ уларҙы эштән айыраһығыҙ, – тип өҫтәне.
6Шул уҡ көндө фирғәүен ҡарап эшләтеүселәргә лә, мөдирҙәргә лә:
7– Элек һеҙ кирбес һуғыр өсөн һалам бирә инегеҙ. Инде бирмәгеҙ – әйҙә, һаламды үҙҙәре эҙләп тапһын, – тип бойорҙо. – 8Ә кирбесте әүәлге күләмдә һуҡһындар – кәметмәгеҙ. Юҡһа улар ялҡауланды, шуға күрә «барып Аллабыҙға ҡорбан килтерәбеҙ» тип сүлгә ебәреүемде талап итәләр. 9Күберәк эш бирегеҙ – эшләһендәр, буш һүҙ тыңлап йөрөмәһендәр.
10Фирғәүен янынан сыҡҡас, ҡарап эшләтеүселәр менән мөдирҙәр халыҡҡа барып:
– Фирғәүен бынан ары һеҙгә һалам бирмәҫкә ҡушты, – тип белдерҙеләр. – 11Һаламды үҙегеҙ ҡайҙан табаһығыҙ, шунан алығыҙ, кирбесте элеккенән кәм һуҡмағыҙ.
12Шул көндән башлап исраилдар, тотош Мысыр буйлап йөрөп, һалам урынына баҫыуҙан ҡамыл йолҡа башланы.
13Ҡарап эшләтеүселәр иһә:
– Кирбесте көн һайын һаламығыҙ бар саҡтағы күләмдә һуғығыҙ, – тип талап итте.
14Фирғәүендең ҡарап эшләтеүселәре Исраил халҡынан булған мөдирҙәрҙе: «Ниңә һеҙ кисә һәм бөгөн көн һайын һуғырға тейешле кирбес һанын элекке күләмдә һуҡмайһығыҙ?» – тип туҡмай башланы. 15Исраилдарҙан булған мөдирҙәр фирғәүенгә ялыу итергә китте:
– Ниңә һин беҙ ҡолдарың менән шулай итәһең? 16Беҙ ҡолдарыңа һалам бирмәйҙәр, ә кирбес һуғырға ҡушалар! Беҙ ҡолдарыңды туҡмайҙар! Былай ҡыланып, һинең кешеләр үҙ өҫтөнә ғәйеп ала, – тинеләр.
17Фирғәүен иһә:
– Һеҙ артыҡ ялҡауланып киттегеҙ, шуға ла: «Әйҙә, Раббыға барып ҡорбан килтерәйек», – тиһегеҙ. 18Барығыҙ, эшләгеҙ! Һеҙгә һалам бирмәйәсәктәр, ә кирбесте элек күпме һуҡҡанһығыҙ, әле лә шул тиклем һуғырға тейешһегеҙ, – тине.
19«Көн һайын һуғырға тейешле кирбес һанын кәметмәгеҙ» тигәнде ишеткәс, мөдирҙәр иңдәренә төшкән бәләне аңланы.
20Фирғәүен янынан сыҡҡас, үҙҙәрен көтөп торған Муса менән Һарунға:
21– Һеҙҙең нимә эшләгәнегеҙҙе Раббы Үҙе күрһен, Ул һеҙҙе Үҙе хөкөм итһен. Һеҙҙең арҡала фирғәүен менән уның хеҙмәтселәре беҙҙе күрә алмаҫ булды. Беҙҙе үлтерһендәр өсөн уларҙың ҡулдарына ҡылыс тотторҙоғоҙ, – тинеләр.
22Муса ҡабат Раббыға мөрәжәғәт итте:
– Эй бөйөк Хакимым! Ниңә Һин был халыҡты шул тиклем ғазапҡа дусар итәһең, ниңә мине бында ебәрҙең? 23Мин, фирғәүенгә килеп, Һинең исемеңдән телмәр тота башлағандан бирле, ул был халыҡҡа нығыраҡ ҡаныға. Һин иһә Үҙ халҡыңды ҡотҡарыр өсөн бер нәмә лә эшләмәнең.
Currently Selected:
Сығыу 5: БашИЯ2023
Highlight
Share
Copy

Want to have your highlights saved across all your devices? Sign up or sign in
© Институт перевода Библии, перевод, комментарии, 2023
© Российское Библейское Общество, перевод, комментарии, 2023
© Оформление. Институт перевода Библии, 2023

: