YouVersion Logo
Search Icon

Сығыу 36

36
1– Бесалил, Оһолиав һәм Раббы зирәк аҡыл һәм һәләт күндергән башҡа оҫталар изге урынды эшләгәндә кәрәк булған бөтә нәмәне тап Раббы ҡушҡанса башҡарырға тейеш, – тине Муса.
2Муса Бесалилды, Оһолиавты һәм Раббы оҫталыҡ күндергән башҡа бөтә оҫталарҙы, эшкә тотонорға теләгән барса кешеләрҙе саҡырып алды. 3Улар Мусанан изге урынды төҙөү өсөн Исраил халҡы килтергән бөтә саҙаҡаны алды. Ләкин кешеләр иртә һайын үҙ ихтыярҙары менән яңынан-яңы бүләктәр килтереүен дауам итте. 4Шул саҡ изге урындың эше менән мәшғүл булған барса оҫталар, эштәрен ҡалдырып, Муса эргәһенә килде лә:
5– Кешеләр Раббы ҡушҡан эш өсөн кәрәк булғандан күберәк килтерә, – тине.
6Муса бөтә туплам буйлап, ир-ат та, ҡатын-ҡыҙҙар ҙа бүтәнсә изге урын өсөн саҙаҡа килтермәһен, тип иғлан итергә ҡушты. Бынан һуң халыҡ башҡаса иғәнә килтермәне. 7Сөнки эште тамамлар өсөн етерлек, хатта кәрәк булғандан күберәк йыйылғайны.
Изге сатырҙы ҡороу
8Эш башлаған оҫталар Изге сатырҙы ун шаршауҙан эшләне. Шаршауҙар сиратылған нәфис етендән, зәңгәр, ҡарағусҡыл ҡыҙыл һәм ут-ҡыҙыл йөндән һуғылып, уларға оҫта итеп кируб һүрәттәре сигелгәйне. 9Һәр шаршауҙың буйы егерме һигеҙ, иңе дүрт терһәк булып, бөтә шаршауҙар ҙа бер үлсәмдә ине. 10Биш шаршауҙы бергә, бер киҫәккә, ҡалған бишәүһен – шулай уҡ бергә беркеттеләр. 11Беренсе киҫәктең ситке иңе буйлап зәңгәр элмәктәр, икенсе киҫәктең ситке иңе буйлап та шундай уҡ элмәктәр эшләнеләр. 12Бер киҫәктең ситке иңендә илле һәм икенсе киҫәктең ситке иңендә илле элмәк: бер элмәк ҡаршыһында икенсе элмәк эшләнеләр. 13Алтындан илле ҡаптырма эшләнеләр. Ҡаптырмалар менән шаршауҙарҙы беркеттеләр ҙә сатырҙы бер бөтөн итеп йыйҙылар – Изге сатыр хасил булды.
14Изге сатырҙы ҡаплау өсөн кәзә дебетенән һуғылған ун бер япма эшләнеләр. 15Һәр япманың буйы утыҙ, иңе дүрт терһәк; ун бере лә бер үлсәмдә ине. 16Шуларҙың бишәүһен бергә, тағы алтауһын бергә беркеттеләр. 17Бер киҫәктең ситке иңе буйлап илле элмәк һәм икенсе киҫәктең ситке иңе буйлап тағы илле элмәк эшләнеләр. 18Илле баҡыр ҡаптырма эшләнеләр ҙә, бер бөтөн япма килеп сыҡһын өсөн, ике киҫәкте бер-береһенә беркеттеләр. 19Сатыр өсөн йәнә ике ҡат япма эшләнеләр: уларҙың береһе ҡыҙыл төҫкә буялған һарыҡ тәкәһе тиреләренән, икенсеһе – тәүгеһенең өҫтөндәгеһе – йоҡа итеп эшкәртелгән күндән ине.
20Изге сатыр өсөн сәрүәр ағасынан рамдар яһанылар. 21Һәр рамдың буйы ун терһәк һәм иңе терһәк ярым ине. 22Рамдарҙы бер-береһенә беркетер өсөн һәр ҡайһыһының ике сығынтыһы бар ине. Изге сатырҙың барлыҡ рамдары ла шул рәүешле эшләнде. 23Изге сатырҙың көньяҡҡа ҡараған яғы өсөн егерме рам 24һәм улар аҫтына ҡырҡ көмөш төп – һәр рам аҫтына икешәр төп, уның һәр сығынтыһына бер төп эшләнеләр. 25Изге сатырҙың икенсе, төньяҡҡа ҡараған яғы өсөн дә егерме рам 26һәм ҡырҡ көмөш төп – һәр береһенең аҫтына икешәр төп яһанылар. 27Изге сатырҙың артҡы, көнбайыш яғы өсөн – алты рам, 28артҡы мөйөштәре өсөн тағы ике рам яһалды. 29Улар аҫҡы яҡтан икегә айырылған, ә өҫтән (беренсе дүңгәләк торған ерҙән) – бөтөн ине. Бындай рамдар икәү ине. 30Был һигеҙ рамға ун алты көмөш төп – һәр береһенең аҫтына икешәр төп эшләнеләр.
31Сәрүәр ағасынан Изге сатырҙың бер яғы буйлап рамдарҙы тоташтырыу өсөн – биш, 32икенсе яғы буйлап биш һәм уның артҡы, көнбайыш яғы өсөн биш һайғау яһанылар. 33Уртансы һайғау сатырҙың бер башынан икенсе башына тиклем һуҙылған рамдарҙы тоташтырҙы. 34Рамдарҙы алтын менән көпләнеләр, уларға, һайғауға нығытыу өсөн, алтын дүңгәләктәр беркеттеләр һәм һайғауҙы алтын менән көпләнеләр.
Изге сатырҙың кәрәк-ярағы
35Зәңгәр, ҡарағусҡыл ҡыҙыл һәм ут-ҡыҙыл йөн ептән һәм сиратылған етендән махсус пәрҙә һуҡтылар һәм оҫта итеп кируб һүрәттәре сиктеләр. 36Уның өсөн сәрүәр ағасынан дүрт бағана эшләп, алтын менән көпләнеләр. Алтын ырғаҡтар яһанылар, бағаналар өсөн көмөштән дүрт төп ҡойҙолар.
37Сатыр ауыҙын ҡаплап торһон өсөн зәңгәр, ҡарағусҡыл ҡыҙыл һәм ут-ҡыҙыл йөндән һәм сиратылған нәфис етендән туҡылып, сигелгән бер ҡорма эшләнеләр. 38Ҡорма өсөн ырғаҡлы биш бағана эшләнеләр. Уларҙың башын һәм беркеткестәрен алтын менән көпләнеләр, шунан улар өсөн баҡырҙан биш төп ҡойҙолар.

Highlight

Share

Copy

None

Want to have your highlights saved across all your devices? Sign up or sign in