YouVersion Logo
Search Icon

Сығыу 30

30
Хуш еҫ төтәтеү өсөн ҡорбан усағы
1Сәрүәр ағасынан хуш еҫ төтәтә торған ҡорбан усағы эшлә. 2Ул буйы менән иңе – берәр терһәк, бейеклеге ике терһәк ҙурлығында дүрткел булһын. Мөгөҙҙәре ҡорбан усағы менән бер бөтөндө тәшкил итһен. 3Уның өҫтөн, ян-яҡтарын һәм мөгөҙҙәрен саф алтын менән көплә, ситтәрен алтын менән ҡаймала. 4Ике алтын дүңгәләк эшлә һәм ҡорбан усағын күсереп йөрөтөргә ҡолға кейҙереп ҡуйыр өсөн уларҙы, ситтәре буйлап, ҡайма аҫтына беркетеп ҡуй. 5Сәрүәр ағасынан ҡолғалар эшлә һәм уларҙы алтын менән көплә. 6Был ҡорбан усағын Килешеү һандығы алдындағы пәрҙә ҡаршыһына – һинең менән осрашҡан ваҡытта Мин тораһы ҡапҡас ҡаршыһына ҡуй.
7-8Һарун һәр көн иртәнсәк майшәмдәрҙе рәтләргә һәм һәр кис уларҙы тоҡандырырға килгәнендә, ошо ҡорбан усағында хуш еҫ төтәтһен. Раббы алдында ошолай хуш еҫ төтәтеү даими рәүештә, быуындан-быуынға башҡарылырға тейеш. 9Был ҡорбан усағында башҡа төрлө хуш еҫ төтәтеү ҙә, тотош яндырыу ҡорбаны ла, икмәк саҙаҡаһы ла, түкмә ҡорбан да башҡармағыҙ. 10Йылына бер тапҡыр Һарун ҡорбан усағының мөгөҙҙәрен гонаһ ҡорбанының ҡаны менән пакландырһын. Быуындан-быуынға йылына бер тапҡыр ҡорбан усағын пакландырыу йолаһын башҡарырға кәрәк. Был ҡорбан усағы – Раббы өсөн изгеләрҙән-изге.
Изге сатыр һалымы
11Раббы Мусаға былай тине:
12– Һин Исраил халҡының иҫәбен алған саҡта, һәр кем үҙе өсөн Раббыға йолом аҡсаһы бирһен. Шул сағында уларға, иҫәпкә алынғанда, бәлә янамаҫ. 13Иҫәпкә алынған һәр кем, изге шекелгә#30:13 Изге шекел – Изге сатырҙа, аҙаҡтан ҡорамда хеҙмәт иткән ҡаһиндар файҙаланған стандарт үлсәү берәмеге. күрә ярты шекел (шекелдә – егерме гера) көмөш индерһен; был ярты шекел – Раббыға саҙаҡа. 14Егерме йәше тулған һәм унан өлкән һәр кем иҫәпкә алынғанда Раббыға ошондай саҙаҡа килтерһен. 15Раббыға йәнегеҙ өсөн йолом аҡсаһы итеп ошо саҙаҡаны килтергәндә, бай ярты шекелдән күп, ә ярлы ярты шекелдән кәм бирмәһен. 16Исраил халҡынан ошо йолом аҡсаһын йыйып ал да уны Осрашыу сатырындағы хеҙмәтте башҡарыуға тотон. Был йолом Раббыға исраилдарҙы иҫкә төшөрөү, уларҙың йәндәрен паклау өсөн булыр.
Баҡыр йыуынғыс
17Раббы Мусаға былай тине:
18– Йыуыныу өсөн баҡыр һауыт эшлә. Уның таяуы ла баҡыр булһын. Уны Осрашыу сатыры менән ҡорбан усағы араһына ҡуй ҙа һыу тултыр. 19Һарун менән улдары аяҡ-ҡулдарын шул һыу менән йыуһын. 20Осрашыу сатырына ингән һайын улар йыуынырға тейеш, шул сағында үлмәҫтәр. Раббыға хеҙмәт итеп ут ҡорбаны килтереү өсөн ҡорбан усағына яҡынлашыр алдынан да 21улар аяҡ-ҡулдарын йыуһын, юғиһә харап булырҙар. Һарун һәм уның нәҫелдәре өсөн быуындан-быуынға, мәңгелек ҡағиҙә был.
Мәсех майы
22Раббы Мусаға былай тине:
23– Иң хуш еҫле матдәләр: биш йөҙ шекел шыйыҡ мирра, унан ике тапҡыр кәмерәк – ике йөҙ илле шекел еҫле дәрсен#30:23 Дәрсен – руссаһы: корица., ике йөҙ илле шекел хуш еҫле ҡамыш, 24биш йөҙ шекел кассия (бөтәһе лә изге шекелгә күрә), шулай уҡ бер һин зәйтүн майы ал. 25Ошоларҙан, хушбуй әҙерләгәндәге һымаҡ, изге мәсех майы яһа. Был мәсех майы изге. 26Уны Осрашыу сатырына, Килешеү һандығына, 27бөтә һауыт-һабалары менән өҫтәлгә, бөтә кәрәк-ярағы менән шәмдәлгә, хуш еҫ төтәтеү өсөн тәғәйенләнгән ҡорбан усағына, 28тотош яндырыу ҡорбаны усағына һәм уның әйберҙәренә, йыуынғыс менән уның таяуына һөрт. 29Быларҙың һәммәһен дә изгеләндер – улар изгеләрҙән-изгегә әйләнер. Был әйберҙәргә ҡағылған һәр нәмә изге булыр. 30Миңә ҡаһинлыҡ итһендәр өсөн, Һарун менән улдарын да мәсехләп изгеләндер. 31Исраил халҡына әйт: «Быуындан-быуынға был изге мәсех майы бары Мин Раббы өсөн ҡулланыласаҡ. 32Уны ғәҙәти кешенең тәненә һөртөргә ярамай, ошондай май әҙерләмәгеҙ. Ул изге – һеҙҙең өсөн изге булып ҡалһын! 33Үҙе өсөн ошондай ҡатнашма эшләгән йәки уны бүтәндәргә һөрткән һәр кем халҡы араһынан ҡыуылыр».
Хуш еҫле ҡатнашма
34Раббы Мусаға былай тине:
– Тигеҙ күләмдә бына ошондай хуш еҫле матдәләр ал: шехелеҫты һәм натаф, хелбана, ладан сайырҙарын ал. 35Уларҙан, хушбуй әҙерләгәндәге һымаҡ, хуш еҫле ҡатнашма яһа. Ул тоҙланған, таҙа һәм изге булһын. 36Уның бер аҙын ваҡ ҡына итеп төй ҙә Мин һинең менән осраша торған Осрашыу сатырына, Килешеү һандығы алдына, ҡуй. Был хуш еҫле ҡатнашма һеҙҙең өсөн изгеләрҙән-изге булыр. 37Үҙегеҙ өсөн бындай ҡатнашма эшләмәгеҙ: ул һеҙҙең өсөн Раббының изгеһе булһын. 38Еҫен үҙе еҫкәр өсөн бындай ҡатнашма эшләгән һәр кем халҡы араһынан ҡыуылыр.

Highlight

Share

Copy

None

Want to have your highlights saved across all your devices? Sign up or sign in