Сығыу 29
29
Ҡаһинлыҡҡа бағышлау
1Минең ҡаһиндарым булһындар өсөн, Һарун менән улдарын бына ни рәүешле изгеләндерергә тейешһең.
Бөтә ағзалары теүәл бер башмаҡ менән ике һарыҡ тәкәһе ал. 2Сөсө икмәк, зәйтүн майына баҫылған күмәс, зәйтүн майы һөртөлгән йоҡа ғына сөсө көлсәләр ал – улар бөтәһе лә иң яҡшы бойҙай ононан бешерелһен. 3Уларҙы бер кәрзингә һал да үгеҙ һәм ике һарыҡ менән бергә Миңә алып кил.
4Һарунды улдары менән Осрашыу сатыры ауыҙына килтер ҙә уларҙы һыу менән йыуындыр. 5Һарунға кейемдәрен – күлдәген, эфод аҫтына ябынсаһын, эфодын һәм түшлеген кейҙер. Билен эфод билғауы менән быу. 6Һарундың башына сәллә кейҙер, сәлләгә изгелек тажын беркет. 7Шунан мәсехләү йолаһын башҡар: мәсех майы алып, Һарундың башына ҡой.
8Һарундың улдарын алып кил һәм уларға күлдәк кейҙер, 9билдәрен билғау менән быу, баштарына бәйҙәрен бәйлә. Мәңгелек ҡағиҙә булараҡ, ҡаһинлыҡ вазифаһы Һарунға һәм уның улдарына бирелә – һин уларҙы ҡаһинлыҡҡа ошо рәүешле бағышларһың.
10Үгеҙҙе Осрашыу сатыры алдына алып кил. Һарун менән улдары ҡулдарын үгеҙҙең башына ҡуйһын. 11Үгеҙҙе Осрашыу сатыры ауыҙында, Раббы хозурында, сал. 12Ҡанына бармағыңды манып ҡорбан усағының мөгөҙҙәренә һөрт, ҡалған ҡанды ҡорбан усағының төбөнә түк. 13Үгеҙҙең эске ағзаларын ҡаплаған бөтә майҙы, бауыр аҫтындағы өлөшөн һәм майы менән бергә ике бөйөрөн алып, уларҙы ҡорбан усағында яндыр. 14Үгеҙҙең ите менән тиреһен, уның нәжесен тупламдан ситкә сығарып яндыр. Был – гонаһ ҡорбаны.
15Шунан һарыҡ тәкәһенең береһен алып кил. Һарун менән улдары ҡулдарын уның башына ҡуйһын. 16Тәкәне сал һәм уның ҡанын һәр яҡлап ҡорбан усағына һирпеп сыҡ. 17Тәкә түшкәһен киҫәктәргә тура. Уның эс-ҡарынын һәм тояҡтарын йыуып, башының һәм бүтән өлөштәренең өҫтөнә һал да 18тәкәне ҡорбан усағында яндыр. Раббы өсөн тотош яндырыу ҡорбаны, Уға күркәм хуш еҫ, Раббыға ут ҡорбаны был.
19Икенсе һарыҡ тәкәһен ал. Һарун менән улдары ҡулдарын уның башына ҡуйһын. 20Тәкәне сал. Тәкәнең бер аҙ ҡанын алып Һарундың һәм уның улдарының уң ҡолаҡтары осона, уң ҡулдарының баш бармағына һәм уң аяҡтарының баш бармағына һөрт. Ҡанды ҡорбан усағының яҡ-яғына һирпеп сыҡ. 21Шунан ҡорбан усағы өҫтөндәге ҡанды һәм мәсех майын алып, уларҙы Һарундың өҫтөнә, уның кейемдәренә, шулай уҡ Һарун улдарының өҫтөнә һәм уларҙың кейемдәренә һирп. Ана шулай Һарун һәм уның кейемдәре, Һарун улдары һәм уларҙың кейемдәре изгеләндерелһен.
22Һарыҡ тәкәһенең майын һәм ҡойроҡ майын, эсәк-ҡарынын ҡаплаған бөтә майҙы, бауыр аҫтындағы өлөшөн һәм майы менән бергә ике бөйөрөн ал. Был тәкә ҡаһинлыҡҡа бағышлау ҡорбаны булғанлыҡтан, уның артҡы уң ботон ал. 23Раббы хозурына ҡуйылған сөсө икмәкле кәрзиндән бер икмәк, зәйтүн майына баҫылған бер күмәс һәм бер йоҡа көлсә ал. 24Быларҙың бөтәһен дә Һарундың һәм уның улдарының ҡулына һал һәм, һелкетмә ҡорбан булараҡ, Раббы хозурында күтәреп күрһәт. 25Шунан барыһын да уларҙың ҡулынан ал да тотош яндырыу ҡорбаны менән бергә ҡорбан усағында яндыр. Раббыға күркәм хуш еҫ, Раббыға ут ҡорбаны был.
26Һарунды бағышлау ҡорбаны итеп килтерелгән һарыҡ тәкәһенең түшен ал да уны, һелкетмә ҡорбан булараҡ, Раббы хозурында өҫкә күтәреп күрһәт. Был – һинең өлөшөң.
27Һарун менән уның улдарын ҡаһинлыҡҡа бағышлағанда ҡорбан ителгән һарыҡ тәкәһенең күтәреп күрһәтелгән түш итен һәм саҙаҡа итеп килтерелгән артҡы ботон – изгеләндер. 28Исраил халҡы ҡорбан малының ошо өлөштәрен Һарунға һәм уның улдарына бирергә тейеш, сөнки был уларҙың мәңгелек өлөшө. Исраилдарҙың татыулыҡ ҡорбандарынан Раббыға саҙаҡа был.
29Һарундың изге кейемдәре үҙенән һуң улдарына ҡалыр: уларҙы ошо кейемдә мәсехләп, ҡаһинлыҡҡа бағышларҙар. 30Һарун урынына ҡаһин булып изге урында хеҙмәт итер өсөн Осрашыу сатырына кергән улы рәттән ете көн был кейемдәрҙе кейһен.
31Бағышлау ҡорбаны итеп салынған һарыҡ тәкәһенең итен ал да изге урында бешер. 32Һарун үҙ улдары менән бергә был итте һәм кәрзиндә ятҡан икмәкте Осрашыу сатыры ауыҙында ашаһын. 33Уларҙы ҡаһинлыҡҡа бағышлағанда һәм изгеләндергәндә гонаһтарынан паклау өсөн килтерелгән ҡорбандарҙы улар үҙҙәре ашарға тейеш. Сит кеше быны ашай алмай, сөнки ул нәмәләр – изге. 34Әгәр ҙә бағышлау ҡорбанының ите йәки икмәге иртәнгә тиклем ҡалһа, ҡалғанының бөтәһен дә яндыр. Быны бер кем дә ашарға тейеш түгел, сөнки ул – изге.
35Һарунға һәм уның улдарына ҡарата Мин һиңә ҡушҡандарҙың барыһын да үтә. Уларҙы ҡаһинлыҡҡа бағышлау ете көн дауам итһен. 36Көн һайын, пакланыу өсөн, гонаһ ҡорбаны булараҡ бер үгеҙ килтер. Ҡорбан усағын пакла һәм изгеләндереү өсөн уны мәсехлә. 37Ете көн ҡорбан усағын пакландыр һәм изгеләндер, шулай итеп ҡорбан усағы изгеләрҙән-изге булыр. Уға ҡағылған бөтә нәмә лә изгегә әйләнер.
Ғибәҙәт ҡылыу ҡағиҙәләре
38Көн һайын даими рәүештә ҡорбан усағында бер йәшлек ике тәкә бәрәсте ҡорбанға килтер. 39Береһен – иртәнсәк, икенсеһен кис ҡорбан ит. 40Беренсе һарыҡ менән бергә, һиндың#29:40 Һин – шыйыҡлыҡ үлсәү берәмеге, 3,5 л. дүрттән бер өлөшө күләмендә ҡул менән һығылған зәйтүн майына бутап, эфаның ундан бер өлөшө күләмендә иң яҡшы бойҙай онон һәм һиндың дүрттән бер өлөшө күләмендә түкмә ҡорбан тәҡдим ит. 41Икенсе бәрәсте, иртәнге кеүек, икмәк саҙаҡаһы һәм түкмә ҡорбан менән кис ҡорбан ит. Раббыға күркәм хуш еҫ, Раббыға ут ҡорбаны был. 42Был тотош яндырыу ҡорбанын Осрашыу сатырына ингән урында, Раббы хозурында, быуындан-быуынға, даими рәүештә килтерегеҙ. Мин унда исраилдар менән осрашырмын, һинең менән һөйләшермен. 43Унда Мин Исраил халҡы менән осрашырмын һәм был урын Минең шөһрәтем менән изгеләнер.
44Мин Осрашыу сатырын һәм ҡорбан усағын изгеләндерермен, Миңә ҡаһин булып хеҙмәт итһендәр өсөн, улдары менән Һарунды изгеләндерермен. 45Мин Исраил халҡы араһында төйәкләнермен һәм уларҙың Аллаһы булырмын. 46Һәм улар, араларында төйәкләнер өсөн уларҙы Мысырҙан алып сыҡҡан Аллалары Раббы икәнемде белер.
Мин – уларҙың Аллаһы Раббымын!
Currently Selected:
Сығыу 29: БашИЯ2023
Highlight
Share
Copy

Want to have your highlights saved across all your devices? Sign up or sign in
© Институт перевода Библии, перевод, комментарии, 2023
© Российское Библейское Общество, перевод, комментарии, 2023
© Оформление. Институт перевода Библии, 2023

: