Сығыу 17
17
Ҡаянан сыҡҡан һыу
1Раббы бойороғона ярашлы, Исраил йәмғиәте, бер урындан икенсе урынға күсә-күсә Син сүле буйлап бара торғас, Рефидимға килеп етте. Бында эсәр һыу юҡ ине. 2Кешеләр Мусаны ғәйепләй башланы. Унан:
– Беҙгә эсәр һыу бир, – тип таптырҙылар.
– Ниңә һеҙ мине ғәйепләйһегеҙ? – тине Муса. – Ниңә Раббыны һынайһығыҙ?
3Әммә халыҡ үлем сигенә етеп һыуһағайны, шуға күрә Мусаны:
– Ниңә һин беҙҙе Мысырҙан алып сыҡтың? Беҙҙе, бала-сағаны, мал-тыуарҙы сарсатып үлтерер өсөнмө? – тип битәрләнеләр.
4Муса, Раббыға ялбарып, былай тине:
– Был халыҡ менән ни эшләргә? Ана-бына миңә таш бәрә башларҙар.
5– Халҡыңдан алдараҡ кит, – тине Раббы Мусаға. – Үҙең менән Исраил халҡының бер нисә аҡһаҡалын ал. Ҡулыңа теге Нил һыуына һуҡҡан таяғыңды тот. 6Мин Хорев тауында бер ҡая өҫтөндә һинең алдыңда торормон. Таяҡ менән ҡаяға һуғыуың булыр, унан һыу урғылып сығыр – әйҙә, эсһен халыҡ.
Муса Исраил аҡһаҡалдарының күҙ алдында шулай эшләне.
7Был урынды ул Масса#17:7 Масса – йәһүд телендә «һынау» тигән мәғәнәлә. һәм Мерива#17:7 Мерива – йәһүд телендә «дәғүәләшеү» тигән мәғәнәлә. тип атаны. Сөнки унда Исраил халҡы дәғүәләшкәйне һәм: «Раббы беҙҙең арабыҙҙамы, әллә юҡмы?» – тип Раббыны һынап ҡарағайны.
Ғәмәлектәрҙе еңеү
8Ғәмәлектәр, Рефидимға килеп, Исраил халҡына һөжүм итте. 9Муса Йушағҡа былай тине:
– Бер нисә кеше һайлап ал да, барып ғәмәлектәр менән һуғыш. Ә мин иртәгә, Алланың таяғын алып, ҡалҡыулыҡ башына менеп баҫырмын.
10Йушағ, Мусаның бойороғо буйынса, ғәмәлектәр менән һуғышҡа инде. Ә Муса, Һарун менән Хурҙы эйәртеп, ҡалҡыулыҡ башына менеп баҫты. 11Муса ҡулын күтәргән саҡта исраилдар өҫтөнлөк алды, төшөргән саҡта ғәмәлектәр еңер булды. 12Бына Мусаның ҡулы арыны. Шуға күрә бер таш алып килеп, Мусаны шунда ултырттылар. Һарун менән Хур икеһе ике яҡтан уның ҡулын төшөрмәй терәп торҙо. Ҡояш байығансы Мусаның ҡулы өҫкә күтәрелгән көйө булды. 13Йушағ, Ғәмәлек ғәскәрен еңеп, ҡылыстан үткәрҙе.
14Раббы Мусаға:
– Быны, иҫтәлек итеп, китапҡа яҙып ҡуй, – тине. – Йушағтың ҡолағына төшөр: Мин ғәмәлектәрҙе ер йөҙөнән юҡ итәм – уларҙың исеме лә ҡалмаҫ!
15Муса ҡорбан усағы ҡорҙо һәм уны Йәһүә-Нисси, йәғни «Раббы – минең байрағым» тип атаны. 16Унан: «Раббының тәхетенә ҡаршы ҡул һуҙылғайны, Раббы быуындан-быуынға ғәмәлектәр менән һуғышасаҡ», – тине.
Currently Selected:
Сығыу 17: БашИЯ2023
Highlight
Share
Copy

Want to have your highlights saved across all your devices? Sign up or sign in
© Институт перевода Библии, перевод, комментарии, 2023
© Российское Библейское Общество, перевод, комментарии, 2023
© Оформление. Институт перевода Библии, 2023