Мин Хорев тауында бер ҡая өҫтөндә һинең алдыңда торормон. Таяҡ менән ҡаяға һуғыуың булыр, унан һыу урғылып сығыр – әйҙә, эсһен халыҡ.
Муса Исраил аҡһаҡалдарының күҙ алдында шулай эшләне.
Был урынды ул Масса һәм Мерива тип атаны. Сөнки унда Исраил халҡы дәғүәләшкәйне һәм: «Раббы беҙҙең арабыҙҙамы, әллә юҡмы?» – тип Раббыны һынап ҡарағайны.