YouVersion Logo
Search Icon

Эфестарға 6

6
Балалар һәм атай-әсәйҙәр
1Балалар, ата-әсәләрегеҙгә Раббыла тыңлаусан булығыҙ, сөнки ғәҙеллек шуны талап итә. 2#Сығ 20:12; Ҡнн 5:16.«Атайың менән әсәйеңде хөрмәт ит» – был Алла тарафынан бирелгән беренсе бойороҡ. Ә бойороҡҡа өҫтәлгән вәғәҙәһе шул: 3«шулай эшләһәң, һинең өсөн яҡшы булыр һәм ерҙә ғүмерең оҙон булыр». 4Ә һеҙ, атайҙар, балаларығыҙҙың күңелен ҡыймағыҙ, Раббының өйрәтеүҙәрен һәм өгөт-нәсихәттәрен иҫтә тотоп, уларҙы тәрбиәле итеп үҫтерегеҙ.
Ҡолдар һәм хужалар
5Ҡолдар, Мәсихкә буйһонған кеүек, ерҙәге хужаларығыҙға ла ихтирамлы рәүештә һәм ҡурҡыу аша ихлас күңелдән буйһоноғоҙ. 6Һеҙ быны күҙ буяп, ярамһаҡланыу өсөн түгел, ә ысын күңелдән, Алла ихтыярын үтәп, Мәсихтең ҡолдары булараҡ башҡарығыҙ. 7Кешеләргә түгел, ә Раббыға хеҙмәт иткән кеүек тырышлыҡ күрһәтегеҙ. 8Раббынан һәр кем – ҡолмо ул, ирекле кешеме, – эшләгән яҡшылыҡтары өсөн әжер аласағын беләһегеҙ. 9Һеҙ ҙә, хужалар, ҡолдарға ҡарата шундай уҡ мөғәмәләлә булығыҙ, янауҙарҙан тыйылығыҙ. Һеҙҙең дә, уларҙың да Хужаһы күктә булыуын беләһегеҙ, ә Уның өсөн бөтөнөһө лә бер тигеҙ.
Рухи ҡоралдар
10Йомғаҡлап шуны әйтәм: Раббыла Уның көсө һәм ҡеүәте менән нығынығыҙ. 11Иблистең мәкерле ниәттәренә ҡаршы тора алыу өсөн Алла биргән хәрби кейемдәргә кейенегеҙ. 12Беҙ кешеләргә ҡаршы түгел, ә ошо донъя ҡараңғылығының етәкселәренә, хакимдарына, хужаларына һәм күктәге яуыз рухи көстәргә ҡаршы көрәшәбеҙ. 13Ҡара көндәрҙә дошманға ҡаршылыҡ күрһәтеп, бар нәмәне тамамлағанға тиклем бирешмәҫ өсөн, Алла биргән хәрби кейемдәрҙе кейегеҙ. 14Шулай итеп, билдәрегеҙҙе хәҡиҡәт билбауы менән быуып, тәҡүәлек һарайтаһын кейеп, сафҡа тороғоҙ. 15Именлек тураһында Һөйөнөслө Хәбәрҙе белдерергә әҙерлегегеҙҙе аяҡ кейеме итеп кейегеҙ. 16Ҡулдарығыҙҙа һәр саҡ иман ҡалҡанын тотоғоҙ, уның ярҙамында Иблистең утлы уҡтарын һүндерә алырһығыҙ. 17Ҡотолоуҙы торҡа итеп кейегеҙ һәм Рух ҡылысын – Алла һүҙен алығыҙ.
18Һәр төрлө доға һәм үтенес менән Изге Рухта һәр ваҡыт Аллаға ялбарығыҙ. Бының өсөн даими рәүештә, арымай-талмай бөтә изгеләр өсөн доға ҡылығыҙ. 19Һөйөнөслө Хәбәрҙең серен тәүәккәл белдереүемде теләп, һөйләгән саҡта кәрәкле һүҙҙәр табылып торһон тип, минең өсөн дә доға ҡылығыҙ. 20Доғаларығыҙҙа минең тотҡонлоҡта ла Һөйөнөслө Хәбәр хаҡына вәкил булып, тейешенсә ҡыйыулыҡ менән вәғәзләй алыуымды һорағыҙ.
Сәләмдәр һәм изге теләктәр
21Минең хәлдәрем һәм эштәрем тураһында ҡәҙерле имандашыбыҙ һәм Раббы эшендә тоғро хеҙмәтсе Тухикус барыһын да һөйләп бирер. 22Шуның өсөн, хәлебеҙҙе хәбәр итеү һәм күңелдәрегеҙҙе күтәреү маҡсаты менән, Тухикусты янығыҙға ебәрәм. 23Атабыҙ Алланан һәм Раббыбыҙ Ғайса Мәсихтән имандаштарыбыҙға именлек һәм иманлы мөхәббәт булһын. 24Раббыбыҙ Ғайса Мәсихте бөтмәҫ һөйөү менән яратыусыларҙың бөтөнөһөнә лә Алланың мәрхәмәте булһын#6:24 Ҡайһы бер боронғо ҡулъяҙмаларҙа «Амин» тигән һүҙ ҙә бар..

Highlight

Share

Copy

None

Want to have your highlights saved across all your devices? Sign up or sign in