YouVersion Logo
Search Icon

Эфестарға 5

5
«Яҡтылыҡ кешеләре булып йәшәгеҙ»
1Алланың ҡәҙерле балалары булараҡ, Уға оҡшарға тырышығыҙ. 2Мәсих беҙҙе яратҡан кеүек, һеҙ ҙә мөхәббәттә йәшәгеҙ. Беҙҙе яратыуы менән Аллаға хуш еҫле бүләк һәм ҡорбан булып Мәсих беҙҙең өсөн ғүмерен бирҙе. 3Алланың изге халҡы булып йәшәгеҙ, аҙғынлыҡ, шаҡшылыҡ һәм һәр төрлө ҡомһоҙлоҡ тураһында арағыҙҙа һүҙ ҙә булырға тейеш түгел. 4Оятһыҙ хәбәр, ғәйбәт, төртмә һүҙҙәр һөйләгәнсе, Аллаға шөкөр итегеҙ. 5Шуны белегеҙ: бер ниндәй аҙғын да, шаҡшы ла, ҡомһоҙ ҙа (ундай кеше ялған илаһтарға табыныусыға тиң) Мәсих һәм Алла батшалығынан өлөш ала алмай.
6Бер кем дә буш һүҙҙәр менән башығыҙҙы бутамаһын, сөнки улар өсөн тыңлауһыҙ кешеләргә Алланың асыуы төшә лә инде. 7Ундайҙар менән бергә булмағыҙ. 8Һеҙ ҡасандыр ҡараңғылыҡ инегеҙ, ә хәҙер, Раббыла булғанға, яҡтылыҡһығыҙ. Артабан да яҡтылыҡ кешеләре булып йәшәгеҙ. 9Яҡтылыҡ#5:9 Яҡтылыҡ – ҡайһы бер боронғо ҡулъяҙмаларҙа «Рух» тип бирелгән. емеше һәр төрлө изгелектән, ғәҙеллектән һәм хәҡиҡәттән тора. 10Раббыға хуш килгән нәмәләрҙе айыра белегеҙ. 11Ҡараңғылыҡтың файҙаһыҙ эштәрендә ҡатнашмағыҙ, киреһенсә, уларҙы фаш итегеҙ. 12Ундайҙарҙың йәшерен рәүештә ҡылғандары тураһында һөйләргә лә оят. 13Ләкин бөтә йәшерен нәмәләр ҙә яҡтылыҡта күҙгә күренәсәк, 14ә яҡтылыҡта күренгән бар нәмә – үҙе үк яҡтылыҡ. Шуның өсөн дә:
«Йоҡоға талған кеше, уян һәм
үленән терел!
Мәсих һиңә нур сәсер!» –
тип әйтелгән. 15Тормошта уяу булығыҙ, аҡылһыҙҙар кеүек түгел, ә аҡыл эйәләре кеүек йәшәгеҙ. 16Һәр уңайлы мөмкинлекте дөрөҫ файҙаланығыҙ, сөнки яман заманда йәшәйбеҙ. 17Шуға күрә аңһыҙ булмағыҙ, Раббы ихтыярын аңлағыҙ. 18Шарап эсеп иҫермәгеҙ, сөнки ул боҙоҡлоҡҡа килтерә, киреһенсә, Изге Рух менән һуғарылығыҙ. 19Бер-берегеҙ менән мәҙхиәләр, маҡтау шиғырҙары һәм рухи йырҙар аша аралашығыҙ, күңелегеҙҙә Раббыны данлап йырлағыҙ, 20бөтә нәмә өсөн дә һәр ваҡыт Раббыбыҙ Ғайса Мәсих исеме аша Атабыҙ Аллаға рәхмәт әйтегеҙ.
Ҡатындар һәм ирҙәр
21Мәсихкә ихтирам йөҙөнән бер-берегеҙгә буйһоноғоҙ. 22Ҡатындар, ирҙәрегеҙгә Раббыға буйһонған кеүек буйһоноғоҙ, 23сөнки Мәсих имандаштар берҙәмлегенең башы булған кеүек, ир – ҡатынының башы, Мәсих иһә – Үҙ тәне булған берҙәмлектең ҡотҡарыусыһы. 24Имандаштар берҙәмлеге Мәсихкә буйһонған кеүек, ҡатындар ҙа һәр тарафтан ирҙәренә буйһонһон.
25Ирҙәр, Мәсих берҙәмлекте яратҡан һәм Уның өсөн Үҙен ҡорбан иткән кеүек, һеҙ ҙә ҡатындарығыҙҙы яратығыҙ. 26Ул берҙәмлекте изгеләндереү өсөн Үҙен ҡорбан итте һәм һүҙ аша һыу менән таҙарындырҙы. 27Быны Ул имандаштар берҙәмлеген бөтә шөһрәтендә, бер ниндәй тапһыҙ, йыйырсыҡһыҙ һәм башҡа төрлө етешһеҙлектәре булмаған, йәғни изге һәм кәмселекһеҙ итеп Үҙенең алдына килтереү өсөн эшләне. 28Шулай уҡ ирҙәр үҙ тәнен нисек ярата, ҡатынын да шулай яратырға тейеш. Ҡатынын яратҡан ир үҙен ярата. 29Бер кем дә бер ҡасан да үҙ тәненә нәфрәтле булмай, киреһенсә, Мәсих берҙәмлекте хәстәрләгән кеүек, туҡландыра һәм ҡайғырта. 30Беҙ бит – Уның тәненең ағзалары. 31#Баш 2:24.Шуға күрә «ир кеше, атаһы менән әсәһен ҡалдырып, ҡатынына ҡушылыр һәм икеһе бер тән булырҙар». 32Бының сере бөйөк: был һүҙҙәрҙе мин Мәсихкә һәм имандаштар берҙәмлегенә ҡарата әйтәм. 33Һеҙгә килгәндә иһә, һәр берегеҙ ҡатынын үҙ-үҙен яратҡан кеүек яратһын, ә ҡатын ирен хөрмәт итһен.

Highlight

Share

Copy

None

Want to have your highlights saved across all your devices? Sign up or sign in