Ҡанун 6
6
Аллағыҙ Раббыны яратығыҙ
1Бына Аллағыҙ Раббы һеҙгә өйрәтергә ҡушҡан бойороҡтар, ҡағиҙәләр һәм ҡанундар. Һеҙ үҙегеҙгә биләмә итеп алыр өсөн барған ерҙә уларҙы үтәргә тейешһегеҙ. 2Ғүмерегеҙ оҙон булһын өсөн үҙегеҙ ҙә, балаларығыҙ ҙа, балаларығыҙҙың балалары ла Аллағыҙ Раббынан ҡурҡығыҙ, һеҙгә минең аша еткерелгән барлыҡ ҡағиҙә һәм бойороҡтарын ғүмерегеҙ буйы үтәгеҙ. 3Шулай итеп, тыңла, Исраил! Ошо әйткәндәрҙе үтәһәгеҙ, ата-бабаларыңдың Аллаһы Раббы вәғәҙә иткәнсә, һөт менән бал ағып торған ерҙә рәхәт йәшәрһегеҙ һәм ишәйерһегеҙ.
4Тыңла, Исраил! Раббы, Аллабыҙ беҙҙең – берҙән-бер Раббы. 5Аллаң Раббыны бөтә йөрәгең, йәнең һәм бар көсөң менән ярат. 6Бөгөн мин һеҙгә биргән был бойороҡтарҙы хәтереңдә тот. 7Уларҙы балаларыңа өйрәт, өйҙә ултырғанда ла, юл йөрөгәндә лә, ятҡанда ла, торғанда ла телеңдән төшөрмә. 8Уларҙы билдә итеп ҡулыңа бәйлә, ҡаш өҫтөңдә маңлайса итеп йөрөт. 9Уларҙы өйөңдөң ишек яңаҡтарына, ҡала ҡапҡаларына яҙып ҡуй.
Раббыны онотмағыҙ
10Аллаң Раббы ата-бабаларың Ибраһимға, Исхаҡҡа һәм Яҡупҡа биргән антына күрә һеҙҙе бирәсәк ергә алып барыр. Һин төҙөмәгән ҙур һәм матур ҡалаларҙы, 11һин байлыҡ менән тултырмаған өйҙәрҙе, һин таштарын уйып яһамаған һыу соҡорҙарын, һин ултыртмаған йөҙөм һәм зәйтүн баҡсаларын бирер. Унда туйғансы ашарһың. 12Шул саҡта абай бул! Һине Мысырҙан, ҡоллоҡ йортонан алып сыҡҡан Раббыңды онотма!
13Аллаң Раббынан ҡурҡ, Уға ғына хеҙмәт ит, бары Уның исеме менән ант ит. 14Башҡа илаһтарға, эргә-тирәгеҙҙә йәшәгән халыҡтарҙың илаһтарына, эйәрмәгеҙ. 15Сөнки арағыҙҙа булған Аллаң Раббы – көнсөл Алла. Асыуы ялҡынланһа, һеҙҙе ер йөҙөнән юҡ итер.
16Аллағыҙ Раббыны Массалағы һымаҡ һынамағыҙ. 17Аллағыҙ Раббының бойороҡтарын, һеҙгә биргән күрһәтмәләрен, ҡағиҙәләрен теүәл үтәгеҙ. 18Раббы күҙендә яҡшы һәм дөрөҫ булған ғәмәлдәр генә ҡылығыҙ. Шул саҡта ғына һеҙгә яҡшы булыр, Раббы аталарығыҙға ант менән вәғәҙә иткән күркәм ергә инерһең һәм уға хужа булырһың. 19Раббы ла, Үҙе әйткәнсә, бөтә дошмандарыңды алдыңдан ҡыуып ебәрер.
20Киләсәктә улың һинән: «Аллабыҙ Раббының һеҙгә биргән күрһәтмәләре, ҡағиҙәләре һәм ҡанундары нимә аңлата?» – тип һорағанда, 21уға былай тип әйт: «Беҙ Мысырҙа фирғәүендең ҡолдары инек, ә Раббы Үҙенең ҡөҙрәтле ҡулы менән беҙҙе унан алып сыҡты. 22Күҙ алдыбыҙҙа Мысырға, фирғәүенгә һәм уның халҡына ҡаршы хикмәттәр, бөйөк мөғжизәләр һәм язалар ҡылды. 23Беҙҙе ата-бабаларыбыҙға ант менән вәғәҙә иткән ергә килтерер һәм уны беҙгә бирер өсөн Мысырҙан алып сыҡты. 24Беҙ Аллабыҙ Раббынан ҡурҡһын һәм, бөгөнгө көндә йәшәү биргәндәй, барлыҡ көндәребеҙҙә лә беҙгә һәйбәт булһын өсөн Раббы ошо барлыҡ ҡағиҙәләрҙе үтәргә бойорҙо. 25Әгәр Аллабыҙ Раббының беҙгә биргән бөтә был бойороҡтарын теүәл үтәһәк, Уға тоғролоғобоҙ шул булыр».
Currently Selected:
Ҡанун 6: БашИЯ2023
Highlight
Share
Copy
Want to have your highlights saved across all your devices? Sign up or sign in
© Институт перевода Библии, перевод, комментарии, 2023
© Российское Библейское Общество, перевод, комментарии, 2023
© Оформление. Институт перевода Библии, 2023

: