YouVersion Logo
Search Icon

Ҡанун 5

5
Ун бойороҡ
1Муса, бөтә Исраилды саҡырып, былай тине:
– Эй Исраил, бөгөн мин һеҙгә белдерәсәк ҡағиҙәләрҙе һәм ҡанундарҙы тыңла! Уларҙы өйрәнегеҙ, һаҡлағыҙ һәм теүәл үтәгеҙ. 2Аллабыҙ Раббы Хорев тауында беҙҙең менән килешеү төҙөнө. 3Раббы был килешеүҙе аталарыбыҙ менән түгел, беҙҙең менән, бына бөгөн бында иҫән-аман баҫып торған барыбыҙ менән төҙөнө. 4Раббы тауҙа ут эсенән һеҙҙең менән йөҙгә йөҙ килеп һөйләште. 5Мин иһә ул саҡта Раббы әйткән һүҙҙәрҙе һеҙгә еткерер өсөн һеҙҙең менән Раббы араһында торҙом, сөнки, уттан ҡурҡып, тауға менмәнегеҙ. Ул саҡта Раббы әйтте:
6«Һине Мысыр еренән, ҡоллоҡ йортонан, алып сыҡҡан Аллаң Раббы Мин.
7Минән башҡа аллаларың булмаһын.
8Үҙеңә бер ниндәй ҙә бот яһама. Юғарыла – күк көмбәҙендә, түбәндә – ер өҫтөндә йәки ерҙән түбән һыуҙа йәшәгән йән эйәләренә оҡшатып, һын-һүрәттәр яһама. 9Уларға табынып, сәждә ҡылма, сөнки Мин Раббы, һинең Аллаң, көнсөл Алламын, бары тик Үҙемә генә тоғро булып ҡалыуҙы талап итәм. Минән йөҙ сөйөргән аталарының гонаһы өсөн балаларын өсөнсө-дүртенсе быуынға тиклем язалаясаҡмын. 10Ә Мине яратҡан һәм бойороҡтарымды үтәгәндәрҙең меңенсе быуынына тиклем мөхәббәтемде күрһәтермен.
11Аллаң Раббының исемен тиктомалға телгә алма. Үҙенең исемен тиктомалға телгә алыусыларҙы Раббы язаһыҙ ҡалдырмаҫ.
12Аллаң Раббы бойорғанса, шәмбе көнөн тот һәм уны изге ит. 13Алты көн буйы бөтә эштәреңде башҡар. 14Әммә етенсе көн – шәмбе – Аллаң Раббыға бағышланған ял көнө. Был көндө бер кемгә лә эшләргә ярамай – үҙең дә, улың да, ҡыҙың да, ҡолоң да, ҡолиәң дә, үгеҙең дә, ишәгең дә, һәр төрлө малың да, арағыҙҙа йәшәгән килмешәк тә бер нәмә лә эшләмәгеҙ. Үҙең кеүек ҡолоң да, ҡолиәң дә ял итһен. 15Иҫеңдә тот, һин дә Мысыр ерендә ҡол булдың, тик Аллаң Раббы һине унан Үҙенең ҡөҙрәте, һуҙылған ҡулы менән алып сыҡты. Шуға күрә Аллаң Раббы шәмбе көнөн тоторға бойорҙо.
16Аллаң Раббы бойорғанса, атайың менән әсәйеңде хөрмәт ит. Шулай эшләһәң, ғүмерең – оҙон, Аллаң Раббы һиңә бирәсәк ерҙә тормошоң яҡшы булыр.
17Кеше үлтермә.
18Зина ҡылма.
19Урлашма.
20Яҡыныңа ҡаршы ялған шаһитлыҡ ҡылма.
21Яҡыныңдың ҡатынын көҫәмә. Уның өйөн дә, баҫыуын да, ҡолон да, ҡолиәһен дә, үгеҙен дә, ишәген дә – бер нәмәһен дә көҫәмә».
22Раббы был һүҙҙәрҙе тауҙа бөтә йыйынға ут, болот һәм ҡараңғылыҡ эсенән көслө тауыш менән һөйләне һәм быға өҫтәп башҡа бер нәмә лә әйтмәне. Шунан уларҙы ике таҡтаташҡа яҙып, миңә бирҙе.
23Тау ялҡынланып янғанда ҡараңғылыҡ эсенән һеҙгә тауыш ишетелгәс, бөтә ырыу башлыҡтарығыҙ һәм аҡһаҡалдарығыҙ минең яныма килде лә 24әйтте: «Аллабыҙ Раббы беҙгә үҙенең шөһрәтен һәм бөйөклөгөн күрһәтте. Ут эсенән Уның тауышын да ишеттек. Бөгөн беҙ Алланың кешегә мөрәжәғәт иткәнен һәм кешенең тере ҡалғанын күрҙек. 25Тик беҙгә хәҙер ниңә үлергә? Был бөйөк ут беҙҙе ялмап юҡ итәсәк. Әгәр беҙ Аллабыҙ Раббының тауышын тағы ишетһәк, үләсәкбеҙ. 26Беҙҙең кеүек ут эсенән һөйләгән тере Алланың тауышын ишетеп тә, иҫән ҡалған йән эйәһе бармы? 27Һин Аллабыҙ Раббының янына барып Уның һөйләгәнен тыңла ла беҙгә еткер. Беҙ иһә тыңларбыҙ ҙа үтәрбеҙ».
28Раббы миңә әйткәндәрегеҙҙе ишетте лә былай тине: «Был халыҡтың һүҙҙәрен ишеттем. Әйткәндәре дөрөҫ. 29Әгәр уларҙың йөрәктәре лә шулай булһа икән! Ғүмер буйы Минән ҡурҡһындар һәм бөтә бойороҡтарымды үтәһендәр ине. Ул саҡта үҙҙәренә лә, балаларына ла мәңге яҡшы булыр.
30Бар, сатырҙарына ҡайтырға ҡуш, 31ә үҙең бында Минең менән ҡал. Һин уларға өйрәтергә тейешле бөтә бойороҡтарҙы, ҡағиҙәләрҙе һәм ҡанундарҙы бирермен. Мин уларға биләмә итеп бирәсәк ерҙә шуларҙы еренә еткереп үтәһендәр».
32Ҡарағыҙ уны, Аллағыҙ Раббы нисек бойорһа, шулай эшләгеҙ, уңға ла, һулға ла тайпылмағыҙ. 33Һеҙ һәр ваҡыт Аллағыҙ Раббы бойорған юлдан йөрөгөҙ. Шул саҡта биләмә итеп аласаҡ ерҙә имен-аман оҙаҡ ғүмер итерһегеҙ.

Currently Selected:

Ҡанун 5: БашИЯ2023

Highlight

Share

Copy

None

Want to have your highlights saved across all your devices? Sign up or sign in