Ғамос 3
3
Исраилдың һайлап алыныуы һәм язаға тарттырылыуы
1Ошо һүҙҙе тыңлағыҙ, исраилдар! Раббы уны һеҙҙең хаҡта, Мысыр еренән алып сыҡҡан был нәҫелдең бөтәһенә әйтә.
2«Ерҙәге бөтә нәҫелдәр араһынан
Мин тик һеҙҙе генә һайлап алдым,
Шуға ла гонаһтарығыҙ өсөн
Һеҙҙән бик ҡаты һораясаҡмын!»
3Ике кеше үҙ-ара һөйләшмәйенсә
Бергәләшеп юлға сығырмы?
4Ҡорбаны булмаған арыҫлан
Урманда үкерерме?
Әгәр ҙә емтек алып ҡайтмаһа,
Йәш арыҫлан ояһында ырылдармы?
5Ылыҡтырырлыҡ ем һалынмаһа,
Ерҙәге тоҙаҡҡа ҡош төшөрмө?
Бер нәмә лә эләкмәһә,
Тоҙаҡ ерҙән ҡуҙғалырмы?
6Ҡалала борғо ҡысҡыртырҙармы,
Ҡурҡырға сәбәп булмаһа?
Раббы Үҙе ебәрмәһә,
Ҡалаға афәт килерме?
7Раббы Хаким ҡолдары пәйғәмбәрҙәргә
Ниәтен асмайынса, һис ғәмәл ҡылмай.
8Арыҫлан үкергәндә
Кем ҡурҡыуға ҡалмаҫ?
Раббы Хаким һөйләй башлаһа,
Кем пәйғәмбәрлек ҡылмаҫ?
Раббының Исраилды һәм Самарияны хөкөм итеүе
9Ашдод ҡәлғәләрендә иғлан итегеҙ,
Мысыр ерендәге нығытмаларҙа белдерегеҙ:
«Самарияның тау баштарына артылығыҙ,
Эсендәге башбаштаҡлыҡты күрегеҙ:
Унда ҡыҫырыҡлау, иҙеү хөкөм һөрә!»
10«Ғәҙел йәшәй белмәй улар, – тип белдерә Раббы. –
Улар ҡәлғәләренә залимлыҡ менән,
Талаш-тартыш менән байлыҡ йыя».
11Шуға күрә Раббы Хаким былай ти:
«Дошман килеп илеңде ҡамар, Самария,
Һине ҡеүәтеңдән яҙҙырып,
Ҡәлғәләрегеҙҙе тотош талар».
12Раббы былай ти:
«Ҡайсаҡ көтөүсе ике тояҡ йә ярты ҡолаҡ ҡына эләктереп өлгөрә – арыҫлан талаған малдан ни бары шулар ҡалған була. Ана шулай Самарияла йәшәгән исраилдарҙан да диван арҡаһы менән һике тояғы ғына тороп ҡалыр».
13«Тыңлағыҙ һәм Яҡуп нәҫелен иҫкәртегеҙ, –
ти Раббы Хаким, Күк ғәскәрҙәре Аллаһы, –
14Исраилға енәйәте өсөн
Хисап көнө еткән саҡта,
Бейт-Илдәге ҡорбан усаҡтарын да юҡ итәм,
Мөгөҙҙәрен ҡырҡып, ергә ырғытырҙар.
15Ҡышҡы ла, йәйге лә һарайҙарҙы емерермен,
Фил һөйәге менән биҙәлгән затлы йорттарҙы,
Мөһабәт һарайҙарҙы харабаға әйләндерермен», –
тип белдерә Раббы.
Currently Selected:
Ғамос 3: БашИЯ2023
Highlight
Share
Copy
Want to have your highlights saved across all your devices? Sign up or sign in
© Институт перевода Библии, перевод, комментарии, 2023
© Российское Библейское Общество, перевод, комментарии, 2023
© Оформление. Институт перевода Библии, 2023

: