Ғамос 2
2
Раббының Моавты язалаясағы
1Раббы былай ти:
«Моав енәйәт артынан енәйәт ҡыла,
Енәйәттәре саманан ашты.
Минең ҡарарым ҡаты:
Эдом батшаһының һөйәктәрен
Көлгә ҡалдырып мәсхәрә иткән өсөн
2Моавҡа Мин ут төртәм.
Ҡирйоҫ ҡәлғәләрен ялҡын ялмап йотор –
Моав һуғыш шау-шыуы, борғо тауышы,
Яу ораны аҫтында һәләк булыр.
3Уларҙың араһынан хакимдарын юҡ итәм,
Бөтә башлыҡтарын ҡырып бөтәм», – ти Раббы.
Раббының Йәһүҙәне язалаясағы
4Раббы былай ти:
«Йәһүҙә енәйәт артынан енәйәт ҡыла,
Енәйәттәре саманан ашты.
Минең ҡарарым ҡаты:
Раббы ҡанунынан ваз кисеп,
Уның ҡағиҙәләрен тотмаған өсөн,
Мин уларҙы язаһыҙ ҡалдырмайым.
Аталары эйәргән ялған боттар
Уларҙың тура юлдан аҙаштырҙы.
5Мин Йәһүҙәгә ут төртәм,
Йәрүсәлим ҡәлғәләрен ялҡын ялмап йотор».
Раббының Исраилды язалаясағы
6Раббы былай ти:
«Исраил енәйәт артынан енәйәт ҡыла,
Енәйәттәре саманан ашты.
Минең ҡарарым ҡаты:
Тәҡүә кешене – көмөш тингә,
Ярлы-ябағаны бер пар ҡатаға һатҡан өсөн
Уларҙы язаһыҙ ҡалдырмайым.
7Фәҡирҙәрҙе туҙанға һалып тапайҙар,
Сараһыҙҙың юлын быуалар.
Аталы-уллы бер ҡатын менән ятып,
Изге исемемде хурлайҙар.
8Һәр ҡорбан усағының янында
Аманат итеп килтерелгән кейем өҫтөндә
Рәхәтләнеп тән яҙалар;
Ғәйеп өсөн тип түләткән шарапты
Алла йортонда тартынмай эсәләр.
9Ә Мин Исраил хаҡына
Кедрҙай буйсан, имәндәй мәғрур
Әмөриҙәрҙе юҡ иттем,
Осонан тамырына тиклем тураҡланым.
10Мин һеҙҙе Мысырҙан алып сығып,
Әмөриҙәр ерен бирер өсөн,
Ҡырҡ йыл буйы сүлдә юл күрһәттем.
11Улдарығыҙҙы пәйғәмбәр иттем,
Егеттәрегеҙҙән нәзирҙәр билдәләнем.
Шулай түгелме ни, исраилдар? –
Раббы шулай тип белдерә. –
12Ә һеҙ нәзирҙәргә шарап эсерҙегеҙ,
Пәйғәмбәрҙәргә пәйғәмбәрлек итмәҫкә бойорҙоғоҙ.
13Тиҙҙән һеҙгә бына нимә булыр:
Көлтә тейәлгән арба менән иҙгән һымаҡ
Мин дә һеҙҙе иҙәсәкмен.
14Етеҙҙең ҡасырға хәле ҡалмаҫ,
Көслөнө ҡеүәте ташлап китер,
Ҡаһарман үҙенең йәнен ҡотҡара алмаҫ.
15Уҡсы аяғында ҡала алмаҫ,
Аяғы етеҙ булған ҡасып өлгөрмәҫ,
Һыбайлы ла йәнен ҡотҡара алмаҫ.
16Хатта иң ғәййәр яугир ҙә
Ҡоралын ташлап ҡасыр», – тип белдерә Раббы.
Currently Selected:
Ғамос 2: БашИЯ2023
Highlight
Share
Copy
Want to have your highlights saved across all your devices? Sign up or sign in
© Институт перевода Библии, перевод, комментарии, 2023
© Российское Библейское Общество, перевод, комментарии, 2023
© Оформление. Институт перевода Библии, 2023
Ғамос 2
2
Раббының Моавты язалаясағы
1Раббы былай ти:
«Моав енәйәт артынан енәйәт ҡыла,
Енәйәттәре саманан ашты.
Минең ҡарарым ҡаты:
Эдом батшаһының һөйәктәрен
Көлгә ҡалдырып мәсхәрә иткән өсөн
2Моавҡа Мин ут төртәм.
Ҡирйоҫ ҡәлғәләрен ялҡын ялмап йотор –
Моав һуғыш шау-шыуы, борғо тауышы,
Яу ораны аҫтында һәләк булыр.
3Уларҙың араһынан хакимдарын юҡ итәм,
Бөтә башлыҡтарын ҡырып бөтәм», – ти Раббы.
Раббының Йәһүҙәне язалаясағы
4Раббы былай ти:
«Йәһүҙә енәйәт артынан енәйәт ҡыла,
Енәйәттәре саманан ашты.
Минең ҡарарым ҡаты:
Раббы ҡанунынан ваз кисеп,
Уның ҡағиҙәләрен тотмаған өсөн,
Мин уларҙы язаһыҙ ҡалдырмайым.
Аталары эйәргән ялған боттар
Уларҙың тура юлдан аҙаштырҙы.
5Мин Йәһүҙәгә ут төртәм,
Йәрүсәлим ҡәлғәләрен ялҡын ялмап йотор».
Раббының Исраилды язалаясағы
6Раббы былай ти:
«Исраил енәйәт артынан енәйәт ҡыла,
Енәйәттәре саманан ашты.
Минең ҡарарым ҡаты:
Тәҡүә кешене – көмөш тингә,
Ярлы-ябағаны бер пар ҡатаға һатҡан өсөн
Уларҙы язаһыҙ ҡалдырмайым.
7Фәҡирҙәрҙе туҙанға һалып тапайҙар,
Сараһыҙҙың юлын быуалар.
Аталы-уллы бер ҡатын менән ятып,
Изге исемемде хурлайҙар.
8Һәр ҡорбан усағының янында
Аманат итеп килтерелгән кейем өҫтөндә
Рәхәтләнеп тән яҙалар;
Ғәйеп өсөн тип түләткән шарапты
Алла йортонда тартынмай эсәләр.
9Ә Мин Исраил хаҡына
Кедрҙай буйсан, имәндәй мәғрур
Әмөриҙәрҙе юҡ иттем,
Осонан тамырына тиклем тураҡланым.
10Мин һеҙҙе Мысырҙан алып сығып,
Әмөриҙәр ерен бирер өсөн,
Ҡырҡ йыл буйы сүлдә юл күрһәттем.
11Улдарығыҙҙы пәйғәмбәр иттем,
Егеттәрегеҙҙән нәзирҙәр билдәләнем.
Шулай түгелме ни, исраилдар? –
Раббы шулай тип белдерә. –
12Ә һеҙ нәзирҙәргә шарап эсерҙегеҙ,
Пәйғәмбәрҙәргә пәйғәмбәрлек итмәҫкә бойорҙоғоҙ.
13Тиҙҙән һеҙгә бына нимә булыр:
Көлтә тейәлгән арба менән иҙгән һымаҡ
Мин дә һеҙҙе иҙәсәкмен.
14Етеҙҙең ҡасырға хәле ҡалмаҫ,
Көслөнө ҡеүәте ташлап китер,
Ҡаһарман үҙенең йәнен ҡотҡара алмаҫ.
15Уҡсы аяғында ҡала алмаҫ,
Аяғы етеҙ булған ҡасып өлгөрмәҫ,
Һыбайлы ла йәнен ҡотҡара алмаҫ.
16Хатта иң ғәййәр яугир ҙә
Ҡоралын ташлап ҡасыр», – тип белдерә Раббы.
Currently Selected:
:
Highlight
Share
Copy
Want to have your highlights saved across all your devices? Sign up or sign in
© Институт перевода Библии, перевод, комментарии, 2023
© Российское Библейское Общество, перевод, комментарии, 2023
© Оформление. Институт перевода Библии, 2023