YouVersion Logo
Search Icon

Ғәмәлдәр 28

28
Паулус Мальта утрауында
1Ҡотолғас, утрауҙың Мальта тип аталыуын белдек. 2Утрау кешеләре беҙгә ғәҙәттән тыш ҡунаҡсыллыҡ күрһәтте. Ямғыр яуа башлап, һалҡын булғанлыҡтан, улар усаҡ яғып ебәрҙе һәм бөтәбеҙҙе лә усаҡ янына саҡырҙылар. 3Паулус үҙе йыйып килтергән бер ҡосаҡ сыбыҡ-сабыҡты усаҡҡа ташлап торғанда, уттан атылып сыҡҡан зәһәрле йылан уның ҡулына йәбеште. 4Утрау кешеләре, уның ҡулында аҫылынып торған йыланды күреп, бер-береһенә:
– Был әҙәм – һис шикһеҙ кеше үлтереүсе. Диңгеҙҙән ҡотолһа ла, ғәҙеллек алиһәһе уны иҫән ҡалдырманы, – тиештеләр.
5Әммә Паулус йыланды утҡа һелкеп төшөрҙө һәм әҙ генә лә йәрәхәтләнмәне. 6Кешеләр, ул шешенә башлар йәки кинәт йығылып үлер, тип көттө. Ләкин оҙаҡ ҡына көткәндән һуң, уға һис ниндәй зарар теймәгәнен күреп, фекерҙәрен үҙгәрттеләр:
– Ул – ниндәйҙер бер илаһ.
7Шул урындан йыраҡ түгел ерҙә утрау башлығы Поплиостың хужалығы урынлашҡайны. Ул беҙҙе үҙ өйөнә саҡырҙы һәм өс көн буйы дуҫтарса ҡунаҡ итте. 8Поплиостың атаһы биҙгәк һәм эс ауырыуынан яфаланып ята ине. Паулус инеп доға ҡылды ла, башына ҡулдарын ҡуйып, уны һауыҡтырҙы. 9Был хәлдән һуң утрауҙағы бүтән ауырыуҙар ҙа Паулус янына килде, улар ҙа һауыҡтырылды. 10Утрауҙа йәшәгән кешеләр беҙгә күп хөрмәт күрһәтте, ә китергә йыйынғас, кәрәкле әйберҙәр менән тәьмин итте.
Паулустың Римға килеүе
11Мальта утрауында өс ай торғас, Искәндәриә ҡалаһынан килеп, ошо утрауҙа ҡышлаған Күк игеҙәктәре#28:11 Күк игеҙәктәре – грекса «Диоскурҙар». Гректар мифологияһындағы ике илаһ – Кастор һәм Полидевк. исемендәге карапҡа ултырып юлға сыҡтыҡ. 12Сүрәкүсәй ҡалаһына еткәс, унда өс көн булдыҡ. 13Унан, яр яғалап йөҙөп, Регион ҡалаһына килдек. Икенсе көндө ел ыңғайына Потиолой ҡалаһына еттек. 14Ул ҡалала имандаштарыбыҙҙы осраттыҡ, улар беҙҙең бер аҙнаға үҙҙәре янында ҡалыуыбыҙҙы үтенде.
Шулай итеп беҙ Римға килеп еттек. 15Ундағы имандаштар, беҙҙең хаҡта ишетеп, Аппиос баҙар майҙанына һәм Өс ҡунаҡхана ҡасабаһына тиклем етеп, беҙҙе ҡаршы алырға сыҡҡайны. Уларҙы күргәс, Паулус Аллаға шөкөрана ҡылды, уның күңеле күтәрелде. 16Рим ҡалаһында Паулусҡа һаҡ аҫтында айырым йәшәргә рөхсәт ителде.
Паулустың Рим йәһүдтәре менән осрашыуы
17Римға килеп өс көн торғандан һуң, Паулус йәһүд башлыҡтарын йыйып алды. Улар килгәс:
– Туғандар! Үҙ халҡыбыҙға йәки аталарыбыҙҙың йолаларына ҡаршы һис бер нәмә эшләмәһәм дә, мин Йәрүсәлимдә тотҡон булдым һәм римлылар ҡулына тапшырылдым, – тине. – 18Улар, эшемде тикшергәс, үлемгә хөкөм итерлек бер ниндәй ҙә ғәйебем булмағанлыҡтан, азат итергә теләгәйне. 19Әммә, йәһүдтәр быға ҡаршы килгәс, мин ҡайсарға мөрәжәғәт итергә мәжбүр булдым, ләкин үҙ халҡымды нимәләлер ғәйепләү маҡсаты менән түгел. 20Шуға мин һеҙҙе осрашып һөйләшергә саҡырҙым. Мин бит бына был сынйырҙарҙы Исраил бағлаған өмөт хаҡына йөрөтәм, – тине Паулус.
21– Беҙ, – тине йәһүд башлыҡтары, – Йәһүҙиәнән һинең хаҡта хаттар ҙа алманыҡ, унан килгән имандаштарыбыҙ ҙа һинең хаҡта бер ни хәбәр итмәне, насар бер нәмә лә һөйләмәне. 22Хәйер, беҙ һинең фекерҙәреңде үҙеңдән ишетергә теләр инек, беҙгә билдәле булғанса, һәр ерҙә был төркөмгә ҡаршы һөйләйҙәр.
23Улар осрашырға килеште, һәм билдәләнгән көндө Паулус туҡталған өйҙә тәүҙәгенән дә күберәк кеше йыйылды. Ул иртәнән кискә тиклем Алла Батшалығы хаҡында аңлатты, Ғайса тураһында Муса ҡанунынан һәм пәйғәмбәрҙәрҙең яҙмаларынан дәлилдәр килтереп, уларҙы ышандырырға тырышты. 24Ҡайһы берҙәре уның һүҙҙәренә ышанды, ҡайһылары иһә ышанманы 25һәм үҙ-ара килешә алмайынса таралыша башланы. Паулус уларға былай тине:
– Изге Рух һеҙҙең аталарығыҙға Ишағыяһ пәйғәмбәр аша бына ниндәй дөрөҫ һүҙҙәр әйткән:
26 # Ишғ 6:9-10. «Был халыҡ янына бар ҙа әйт:
Тыңлап-тыңлап та, аңламаҫһығыҙ,
ҡарап-ҡарап та, күрмәҫһегеҙ.
27Сөнки был халыҡтың йөрәген май баҫҡан.
Ҡолаҡтары көскә ишетә,
улар күҙҙәрен дә йомған.
Күҙҙәре менән бер ни ҙә күрергә,
ҡолаҡтары менән бер ни ҙә ишетергә,
йөрәктәре менән бер ни ҙә аңларға теләмәйҙәр.
Шулай булмаһа, Миңә табан боролорҙар –
Мин уларҙы һауыҡтырыр инем».
28-29Шуға күрә һеҙгә мәғлүм булһын: йәһүд булмаған халыҡтарға Алланың ҡотҡарыуы тураһындағы хәбәр ебәрелгән һәм улар уны тыңлай#28:28-29 Ҡайһы бер боронғо ҡулъяҙмаларҙа 29-сы аят та бар: «Паулус шулай тигәндән һуң йәһүдтәр ҡаты бәхәсләшә-бәхәсләшә таралышты»..
30Ә Паулус үҙе түләп торған өйҙә ике йыл буйы йәшәне һәм янына килеүселәрҙең барыһын да ҡабул итте. 31Ул ҡыйыу рәүештә һәм ҡаршылыҡ күрмәйенсә Алла Батшалығы тураһында һөйләне һәм Раббы Ғайса Мәсих хаҡында өйрәтте.

Highlight

Share

Copy

None

Want to have your highlights saved across all your devices? Sign up or sign in