Ғәмәлдәр 27
27
Паулустың Римға ебәрелеүе
1Беҙҙе Италияға оҙатырға ҡарар ҡылынғас, Паулусты һәм тағы бер нисә тотҡондо император полкының Йүлиос атлы йөҙ башына тапшырҙылар. 2Беҙ Асия өлкәһе ярҙары буйлап бара торған, Адрамиттан килгән карапҡа ултырып йөҙөп киттек. Беҙҙең менән Тессалонике ҡалаһында йәшәүсе македон Аристархос та бар ине. 3Икенсе көндө Сидон ҡалаһына килеп еттек. Йүлиос, кешелеклелек күрһәтеп, Паулусҡа дуҫтары янына барырға һәм уларҙан кәрәге тейерҙәй әйберҙәр алырға рөхсәт итте.
4Сидондан беҙ тағы диңгеҙгә сыҡтыҡ һәм, ел ҡаршы булғанлыҡтан, Кипрҙың елдән ышыҡ яғынан йөҙөп үттек. 5Киликия һәм Памфулия янынан асыҡ диңгеҙгә сыҡтыҡ һәм Лукия өлкәһендәге Мура ҡалаһына барып еттек. 6Мурала йөҙ башы Искәндәриәнән килгән, Италияға йүнәлеш алған бер карап табып, беҙҙе шунда ултыртты. 7Беҙ, әллә нисә көн буйы әкрен генә йөҙгәндән һуң, ауырлыҡ менән Книдос ҡалаһы тапҡырына килеп еттек. Көслө ел кәрәкле йүнәлештә йөҙөргә ҡамасаулай ине, шуға Салмоне моронон уҙып, Криттың елдән ышыҡ яғына йүнәлдек. 8Ҡыйынлыҡ менән яр буйлап йөҙөп, Яҡшы гавандәр тигән урынға килдек. Унан йыраҡ түгел ерҙә Ласая ҡалаһы урынлашҡайны.
Диңгеҙҙәге дауыл ваҡытында
9 #
Лев 16:29-30; 23:27. Байтаҡ ваҡыт үтте. Ураҙа көнө#27:9 Ураҙа көнө – йәки гонаһтарҙан пакланған байрам көнө төрлө йылда төрлөсә – йә сентябрь, йә октябрь айына тап килгән. лә уҙып китте һәм, диңгеҙ буйлап юлды дауам итеү хәүефле булғанлыҡтан, Паулус шундай кәңәш бирҙе:
10– Дуҫтар! Сәйәхәтебеҙҙең йөк һәм карап өсөн генә түгел, үҙебеҙ өсөн дә ҡурҡыныс буласағын һәм ҙур зыян килтерәсәген күрәм.
11Ләкин йөҙ башы Паулустың кәңәшенә ҡарағанда ҡойроҡ тотоусының һәм карап хужаһының һүҙенә күберәк ҡолаҡ һалды. 12Гавань ҡыш сығырға яраҡлы булмағанлыҡтан, диңгеҙселәрҙең күбеһе унан китергә һәм, мөмкин булһа, Криттың көньяҡ-көнбайышы ла, төньяҡ-көнбайыш яғы ла елдән һаҡланыулы Фойникс гаваненә барып, шунда ҡышларға ҡарар ҡылды.
13Көньяҡ еле иҫә башлағас, улар, инде теләгебеҙгә өлгәштек тип уйлап, якорь күтәрҙе, һәм беҙ Крит ярын яғалап йөҙөп киттек. 14Әммә күп тә үтмәне, Эвракилон тип аталған дауыллы төньяҡ-көнбайыш еле ҡупты. 15Ул ҡаршы тора алмаған карапты эләктереп алды ла тулҡындар ыңғайына йөҙҙөрөп алып китте. 16Кауда тигән кескәй генә утрауҙың елдән ышыҡ яғына килеп сығып, ҡыйынлыҡ менән карап кәмәһен һаҡлап ҡала алдыҡ. 17Уны палубаға күтәргәс, арҡандарҙы карап аҫтынан үткәреп, карапты бәйләп ҡуйҙылар. Суртис тип аталған һай ергә ултырыуҙан ҡурҡып, елкәнде төшөрҙөләр һәм шул хәлдә диңгеҙ буйлап йөҙөп йөрөнөк. 18Һаман көслө дауыл булғанлыҡтан, икенсе көндө йөктәрҙе диңгеҙгә ташлай башланылар. 19Ә өсөнсө көндө үҙ ҡулдары менән диңгеҙгә карап кәрәк-яраҡтарын ырғыттылар. 20Әллә нисә көндәр буйына ҡояш та, йондоҙҙар ҙа күренмәне, ә дауыл ҡотороуын дауам итте. Ҡотолоуға бөтә өмөтөбөҙҙө юғалттыҡ.
«Берегеҙ ҙә һәләк булмаясаҡ»
21Караптағы кешеләр байтаҡтан бирле бер ни ҙә ашамағайны. Паулус улар араһына тороп баҫып:
– Дуҫтар! Минең кәңәшемде тотоп, Криттан ҡуҙғалмаҫҡа кәрәк ине, ул ваҡытта был ҡыйынлыҡтар ҙа, юғалтыуҙар ҙа тыумаҫ ине. 22Ә хәҙер, зинһар, күңелегеҙҙе төшөрмәгеҙ! Берегеҙ ҙә һәләк булмаясаҡ, карапты ғына юғалтасаҡһығыҙ, – тине. – 23Уҙған төндә миңә үҙем инанып хеҙмәт иткән Алланың бер фәрештәһе күренде. 24Ул: «Ҡурҡма, Паулус! Һин ҡайсар алдына баҫырға тейешһең. Һинең менән булған кешеләрҙең бөтәһенә лә Алла тормош бүләк итә», – тине. 25Бына шуға ла, дуҫтар, күңелегеҙҙе төшөрмәгеҙ. Мин Аллаға инанам, барыһы ла Ул миңә әйткәнсә буласаҡ. 26Беҙ мотлаҡ ниндәй ҙә булһа утрауға барып сығасаҡбыҙ.
27Адриатик диңгеҙҙә йөҙөп йөрөгәндә, ун дүртенсе төндөң урталары еткәс, диңгеҙселәр ҡоро ергә яҡынлашыуыбыҙҙы һиҙә башланы. 28Тәрәнлекте үлсәп ҡарағайнылар, егерме сажин булып сыҡты, ә арыраҡта ун биш сажин самаһы ине. 29Ташлы урынға барып бәрелеүҙән ҡурҡып, караптың ҡойроҡ яғынан дүрт якорь төшөрҙөләр һәм тиҙерәк көн тыуыуын теләп, доға ҡылдылар.
30Диңгеҙселәр, морон тарафынан якорь төшөрәбеҙ тигән булып, диңгеҙгә кәмә төшөрә башланы, ысынында улар караптан ҡасырға уйлай ине. 31Паулус йөҙ башына һәм ғәскәриҙәргә:
– Был кешеләр карапта ҡалмаһа, ҡотола алмаясаҡһығыҙ, – тине.
32Шунан һуң ғәскәриҙәр кәмә бауҙарын сабып өҙҙө, кәмә һыуға төшөп китте.
33Көн тыуыр алдынан Паулус ашап алырға ҡыҫтай башланы.
– Һеҙ бөгөн ун дүртенсе көн инде көсөргәнешле хәлдәһегеҙ, тәғәм ризыҡ ҡапҡанығыҙ юҡ. 34Шуға күрә үтенәм, ашап алығыҙ, был ғүмерегеҙҙе һаҡлап ҡалырға ла ярҙам итер. Берегеҙҙең дә башынан бер генә бөртөк тә сәсе төшмәҫ, – тине ул.
35Шулай тигәс, Паулус, икмәкте ҡулына алып, барыһы алдында Аллаға шөкөрана ҡылды ла һындырып ашай башланы. 36Был кешеләрҙең күңелен күтәреп ебәрҙе, һәм улар ҙа ашарға ултырҙы. 37Беҙ карапта бөтәһе ике йөҙ етмеш алты йән инек. 38Ашап туйғас, карапты еңеләйтеү өсөн, диңгеҙселәр бойҙайҙы диңгеҙгә ташланы.
Караптың емерелеүе,
кешеләрҙең иҫән ҡалыуы
39Көн тыуғас, диңгеҙселәр алдарындағы ерҙе таныманы, ләкин унда һөҙәк ярлы ниндәйҙер ҡултыҡ күрҙеләр һәм, булдырып булһа, карапты тап шул яр буйына йүнәлтергә ниәтләнеләр. 40Якорҙарҙы сабып өҙҙөләр, караптың ҡойроғонда урынлашҡан бороу ишкәктәрен ысҡындырҙылар һәм алғы елкәнде ел ыңғайына көйләнеләр. Карап ярға табан юл алды, 41ләкин ҡомға барып ултырҙы. Караптың мороно ҡуҙғатмаҫлыҡ булып батты, ә ҡойроҡ өлөшө тулҡын көсөнән емерелә башланы.
42Ғәскәриҙәр, береһе лә йөҙөп ҡасып китмәһен тип, тотҡондарҙың бөтәһен дә үлтерергә ниәтләне. 43Әммә йөҙ башы, Паулусты ҡотҡарып ҡалырға теләп, уларҙы туҡтатты. Ул йөҙә белгәндәргә беренсе булып һыуға ырғырға һәм ярға сығырға ҡушты. 44Ҡалғандар таҡталарға йә карап киҫәктәренә тотоноп йөҙөп сығырға тейеш ине.
Шулай итеп, барыһы ла иҫән-аман ергә сыҡты.
Currently Selected:
Ғәмәлдәр 27: БашИЯ2023
Highlight
Share
Copy

Want to have your highlights saved across all your devices? Sign up or sign in
© Институт перевода Библии, перевод, комментарии, 2023
© Российское Библейское Общество, перевод, комментарии, 2023
© Оформление. Институт перевода Библии, 2023

: