YouVersion Logo
Search Icon

ІІ Коринҫостарға 9

9
Башҡаларға булған йомартлыҡ
1Асылда, изгеләргә ярҙам итеү тураһында һеҙгә яҙып тороу артыҡтыр, 2сөнки мин тырышлығығыҙҙы беләм һәм Македониялағы имандаштарыбыҙ алдында: «Ахаяла улар былтыр уҡ ярҙам итергә әҙер ине инде», – тип һеҙҙе маҡтайым. Һеҙҙең тырышлығығыҙ улар араһындағы күптәрҙе дәртләндереп ебәрҙе. 3Шулай ҙа, был эштә һеҙҙең менән бушҡа маҡтанмаҫ, ә әйткәнемсә, килгәнемдә йыйған иғәнәгеҙ әҙер булһын өсөн, имандаштарҙы янығыҙға ебәрәм. 4Бәлки, ҡайһы бер Македония кешеләре минең менән килер. Шул саҡта әҙер булмаһағыҙ, ә беҙ һеҙҙең турала ышаныс менән әйткәйнек, оятҡа ҡалырбыҙ, һеҙҙең турала әйтеп торорға ла түгел. 5Шуға күрә имандаштарыбыҙҙың янығыҙға иртәрәк барыуҙарын һәм алдан вәғәҙә ителгән бүләгегеҙҙе әҙерләп ҡуйыуҙарын үтенеп һорауҙы кәрәк тип таптым. Шул рәүешле ул һаранлыҡ тойғоһо уятҡан меҫкен йыйым түгел, ә йомарт бүләк булыр.
6Шуны иҫегеҙҙә тотоғоҙ: наҡыҫ сәскән кеше уңышты аҙ алыр, ә мул сәскән күп алыр. 7Һәр кем теләр-теләмәҫ йәки мәжбүри рәүештә түгел, ә йөрәге ҡушҡанса бирһен, сөнки Алла шатланып биргән кешене ярата. 8Ул, һеҙ һәр ваҡыт кәрәк нәмәләрҙең барыһына ла эйә һәм бар изгелекле эштәрҙә йомарт булһын өсөн, һәр төрлө бүләктәрен мул итеп бирә ала. 9#Зәб 111:9.Изге Яҙмала әйтелгәнсә:
«Ул Үҙ бүләктәрен мохтаждарға йомарт өләште.
Уның изгелеге мәңгелек».
10Сәсеүсегә орлоҡ һәм кешеләргә туҡланырға икмәк Биреүсе һеҙҙе орлоҡ менән тәьмин итеп уны ишәйтер һәм изгелек емештәрегеҙҙе мул итеп үҫтерер. 11Һеҙ бөтөн нәмәлә байырһығыҙ һәм шуның менән башҡаларға һәр ваҡыт ярҙам итә алырһығыҙ. Улар беҙҙең аша тапшырылған йомарт бүләк өсөн Аллаға рәхмәт яуҙырыр. 12Сөнки һеҙ башҡарған был хеҙмәт изгеләрҙең ихтыяждарын ҡәнәғәтләндереп кенә ҡалмаҫ, ә күптәрҙең Аллаға рәхмәтен дә ишәйтер. 13Ышанысығыҙҙың ихласлығын иҫбат иткән был хеҙмәтегеҙҙе күреп, һеҙ асыҡтан-асыҡ һөйләп биргән Мәсих хаҡындағы Һөйөнөслө Хәбәргә күндәм булыуығыҙ, үҙҙәре һәм башҡалар менән йомарт уртаҡлашыуығыҙ өсөн, кешеләр Алланы данлай. 14Һеҙҙең өсөн доға ҡылғанда, Алла һеҙгә мул итеп яуҙырған мәрхәмәт арҡаһында, улар күңелдәре менән янығыҙға ашҡыныр. 15Әйтеп бөтөргөһөҙ ҙур бүләге өсөн Аллаға рәхмәт!

Highlight

Share

Copy

None

Want to have your highlights saved across all your devices? Sign up or sign in

Video for ІІ Коринҫостарға 9