І Тимоҫеусҡа 4
4
Ялған тәғлимәт тураһында
1Ахыры заманда ҡайһы берәүҙәр, алдаҡсы рухтарға һәм ен өйрәтеүҙәренә ҡолаҡ һалып, имандан кире сигенәсәктәр, Изге Рух быны асыҡ әйтә. 2Бындай өйрәтеүҙәр ике йөҙлө ялғансылар аша килә. Ҡыҙған тимер менән тамғаланған выждандары ҡарайған. 3Улар никахлашыуҙы тыя һәм ҡайһы бер ризыҡтарҙы ашамаҫҡа ҡуша. Ә ризыҡты, иман юлындағылар, хәҡиҡәтте таныусылар рәхмәт менән ҡабул итһен өсөн, Алла булдырған. 4Алла булдырған бөтә нәмә яҡшы һәм, әгәр рәхмәт менән ҡабул ителһә, бер нәмә лә кире ҡағылырға тейеш түгел, 5сөнки ул Алла һүҙе һәм доға менән изгеләштерелә.
Тимоҫеусҡа нәсихәттәр
6Үҙең ҡабул иткән иман һүҙҙәрен, яҡшы тәғлимәтте ныҡ тотоп, рухи ризыҡ менән туҡланып, имандаштарыбыҙға ла ошо нәсихәттәрҙе өйрәтһәң, Ғайса Мәсихтең һәйбәт хеҙмәтсеһе булырһың. 7Бисә-сәсәнең иманһыҙ уйҙырма ләститенән ары йөрө, үҙеңде Аллаға ихлас табыныуҙа күнектер. 8Тән күнекмәһенең ярҙамы сикләнгән, ә Аллаға ихлас табыныу һәр яҡлап файҙалы, сөнки ул ысын тормош вәғәҙә итә – хәҙер ҙә, киләсәктә лә. 9Был һүҙҙәр хаҡ һәм тулы ышанысҡа лайыҡ. 10Бының өсөн беҙ бар көсөбөҙҙө һалып хеҙмәт итәбеҙ һәм көрәш алып барабыҙ, сөнки бөтә кешеләрҙе, бигерәк тә иман юлындағыларҙы ҡотҡарыусы тере Аллаға өмөт бағлайбыҙ.
11Быларҙы башҡаларға өйрәт һәм үтәлеүен талап ит. 12Бер кем дә һинең йәшеңә кәмһетеп ҡарамаһын; һөйләгән һүҙҙәреңдә лә, йәшәйешеңдә лә, мөхәббәттә лә, иманда ла, сафлыҡта ла иман тотоусылар өсөн өлгө бул. 13Мин килгәнгә тиклем Изге Яҙмаларҙы уҡып ишеттер, нәсихәт бир, өйрәт. 14Берҙәмлек өлкәндәре һиңә ҡулдарын ҡуйған саҡта, Алла тарафынан пәйғәмбәрлек аша бирелгән рухи бүләгеңде иғтибарһыҙ ҡалдырма. 15Уңышыңдың үҫеүе бөтәһенә лә асыҡ күренһен өсөн, ошо ҡушылған эштәр менән мәшғүл бул, үҙеңде шуларға бағышла. 16Үҙеңә ҡарата ла, өйрәтеүҙәреңә лә иғтибарлы бул; кәңәштәремде тот. Шулай иткәндә, һин үҙеңде лә, һине тыңлаусыларҙы ла ҡотҡарырһың.
Currently Selected:
І Тимоҫеусҡа 4: БашИЯ2023
Highlight
Share
Copy
Want to have your highlights saved across all your devices? Sign up or sign in
© Институт перевода Библии, перевод, комментарии, 2023
© Российское Библейское Общество, перевод, комментарии, 2023
© Оформление. Институт перевода Библии, 2023