YouVersion Logo
Search Icon

І Петрус 5

5
Өлкәндәргә һәм йәштәргә нәсихәт
1Үҙем дә өлкән, Мәсих ғазаптарының шаһиты һәм киләсәктә асыласаҡ шөһрәтте уртаҡлашыусы булараҡ, арағыҙҙағы өлкәндәрҙән үтенеп һорайым: 2үҙегеҙҙәге ышанып тапшырылған Алла көтөүен мәжбүриҙән түгел, ә үҙ теләгегеҙ менән, Алла ихтыяры буйынса, хурлыҡлы табыш артынан ҡыумайынса, ә күңел ҡушҡанса тырышлыҡ, хәстәрлек менән көтөгөҙ. 3Һеҙгә ышанып тапшырылғандар өҫтөнән хакимлыҡ итмәгеҙ, ә көтөүегеҙгә өлгө булығыҙ. 4Баш Көтөүсе килгәс, һеҙ һулымай торған дан тажын алырһығыҙ.
5 # Хик 3:34. Һеҙ ҙә, йәштәр, өлкәндәргә буйһоноғоҙ. Һәр кем бер-берегеҙгә ҡарата тыйнаҡ булығыҙ, сөнки, Изге Яҙмала әйтелгәнсә:
«Алла тәкәбберҙәргә ҡаршы тора,
тыйнаҡтарға мәрхәмәтен бүләк итә».
6Шулай итеп, Алланың ҡөҙрәтенә буйһоноғоҙ, һәм Ул, ваҡыты еткәс, һеҙҙе юғары күтәрер. 7#Зәб 54:23.Үҙегеҙҙең бөтә борсолоуҙарығыҙҙы Аллаға йөкмәтегеҙ, сөнки Ул һеҙҙең хаҡта ҡайғырта. 8Айыҡ аҡыллы һәм уяу булығыҙ, дошманығыҙ Иблис, ырылдаған арыҫлан һымаҡ, кемде йоторға тип эҙләнеп йөрөй. 9Имандаштарығыҙҙың бөтә донъяла шундай уҡ ғазаптарға дусар ителеүен белеп, Иблискә ныҡлы иман менән ҡаршы тороғоҙ. 10Бар мәрхәмәттең сығанағы булған һәм һеҙҙе Үҙенең Ғайса Мәсихтәге мәңгелек шөһрәтенә саҡырып алған Алла, һеҙ бер аҙ ғазап сиккәндән һуң, көсөгөҙҙө ҡайтарасаҡ, ҡеүәт бирәсәк, нығытасаҡ һәм ҡаҡшамаҫлыҡ итәсәк. 11Уның хакимлығы мәңге-мәңгегә булһын. Амин!
12Мин был ҡыҫҡа хатты, һеҙҙе дәртләндереп һәм Алланың ысын мәрхәмәте хаҡында шаһитлыҡ ҡылып, үҙем ышаныслы тип һанаған имандашыбыҙ Силуан аша яҙып ебәрҙем. Шул мәрхәмәт менән ныҡ тороғоҙ. 13Бабилдағы һеҙҙең кеүек үк һайлап алынған имандаштар берҙәмлеге һәм шулай уҡ улым Маркус һеҙгә сәләм ебәрә. 14Бер-берегеҙҙе туғандарса яратып, үбеп сәләмләгеҙ.
Мәсихтеке булған һәммәгеҙгә именлек булһын.

Highlight

Share

Copy

None

Want to have your highlights saved across all your devices? Sign up or sign in