І Яхъя 2
2
Мәсих – беҙҙең Яҡлаусыбыҙ
1Балаларым! Мин быларҙы һеҙгә, бүтәнсә гонаһ ҡылмағыҙ, тип яҙам. Әгәр инде берәйһе гонаһ ҡылһа, Ата алдында беҙҙең Яҡлаусыбыҙ бар, Ул – һәр ваҡыт ғәҙел эш итеүсе Ғайса Мәсих. 2Ул беҙҙең гонаһтарыбыҙға, беҙҙең генә түгел, бәлки бөтә донъя гонаһтарына Үҙе аша ярлыҡау килтергән ҡорбан булды. 3Алланы белеүебеҙҙе беҙ бына нисек аңлай алабыҙ: Уның бойороҡтарын үтәйбеҙ икән, тимәк, беҙ Уны беләбеҙ. 4Берәйһе: «Мин Алланы беләм», – ти, әммә Уның бойороҡтарын үтәмәй икән, ул ялғансы һәм унда хәҡиҡәт юҡ. 5Ә Уның һүҙен үтәгән кешелә Алла мөхәббәте ысынлап та камиллыҡҡа өлгәшкән була. Шуның аша беҙ үҙебеҙҙең Унда булыуыбыҙҙы беләбеҙ ҙә инде. 6Кем дә кем: «Мин Аллала йәшәйем», – ти, ул кеше Ғайса һымаҡ йәшәргә тейеш.
Яңы бойороҡ
7Һөйөклөләрем! Мин һеҙгә ниндәйҙер яңы бойороҡ яҙмайым, юҡ, ул – һеҙгә баштан уҡ билдәле иҫке бойороҡ. Ә иҫке бойороҡ – һеҙ ишеткән хәбәр ул. 8Шулай ҙа минең яҙғандарым яңы бойороҡ та, сөнки уның хаҡлығы Мәсихтә һәм һеҙҙә күренә. Ҡараңғылыҡ сигенә, ә ысын яҡтылыҡ балҡый инде.
9Кем дә кем үҙен яҡтылыҡтамын ти, әммә имандашын#2:9 Имандашын – грекса төп нөсхәһендә «туғанын». 10, 11-се аяттарҙа һәм артабан – шулай уҡ. күрә алмай, ул әле лә ҡараңғылыҡта. 10Имандашын яратҡан кеше яҡтылыҡта йәшәй һәм уға юлдан тайпылыу ҡурҡынысы янамай. 11Имандашына асыу тотҡан кеше ҡараңғылыҡ эсендә, ҡараңғылыҡта йөрөй һәм үҙенең ҡайҙа китеп барғанын белмәй, сөнки ҡараңғылыҡ уны һуҡырайтҡан.
12Балаларым, һеҙгә яҙам:
Гонаһтарығыҙ Ғайса хаҡына ярлыҡанды.
13Аталар, һеҙгә яҙам:
баштан уҡ Бар булыусыны танып беләһегеҙ.
Эй йәштәр, һеҙгә яҙам:
һеҙ Иблис яуызды еңдегеҙ.
14Балалар, һеҙгә яҙҙым:
һеҙ Күктәге Атаны танып белдегеҙ.
Аталар, мин һеҙгә яҙҙым:
баштан уҡ Бар булыусыны танып белдегеҙ.
Эй йәштәр, һеҙгә яҙҙым:
һеҙ көслөһөгөҙ,
Алла һүҙе күңелдәрегеҙҙә йәшәй,
һеҙ Иблис яуызды еңдегеҙ.
15Донъяға һәм унда булған нәмәләргә күңел бирмәгеҙ. Донъяны яратҡан кешенең күңелендә Атаны яратыу юҡ. 16Был донъялағы бөтә нәмә: тән нәфсеһе, күҙ нәфсеһе һәм байлыҡ арҡаһындағы тәкәбберлек – улар Атанан түгел, фәҡәт донъянан. 17Донъя ла, уның нәфселәре лә үтеп китә, ә Алла ихтыярын үтәгән кеше мәңге йәшәй.
Мәсихтең дошмандары тураһында киҫәтеү
18Балаларым! Һуңғы сәғәттәр етте. Заман ахырында Мәсих дошманының#2:18 Мәсих дошманы – дәжжәл; Иблис вәкиле. Русса «антихрист» тиелә. килере хаҡында һеҙ ишеткәйнегеҙ, әле Мәсихтең дошмандары күбәйеп китте һәм заман ахыры еткәнен шунан беләбеҙ. 19Улар беҙҙең аранан сыҡты, әммә бер ваҡытта ла беҙҙеке булманылар. Әгәр беҙҙеке булһалар, беҙҙең менән ҡалырҙар ине. Уларҙың арабыҙҙан китеүҙәре беҙҙеке түгеллектәрен күрһәтте.
20Һеҙҙе иһә Изге Зат мәсехләгән#2:20 Мәсехләү – Мәсихтең уларға Изге Рух биреүе күҙ уңында тотола. 27-се аятты ҡарағыҙ., һәм һеҙ бөтәгеҙ ҙә хәҡиҡәтте беләһегеҙ. 21Мин һеҙгә хәҡиҡәтте белмәгәнегеҙ өсөн түгел, киреһенсә, уны белгәнегеҙ һәм хәҡиҡәттән һис ниндәй ялған килмәгәнен аңлағанығыҙ өсөн яҙҙым. 22Кем ул ялғансы? Ялғансы – ул Ғайсаның Мәсих икәнен инҡар итеүсе. Ундай кеше Мәсихтең дошманы һәм ул Атаны ла, Улы Ғайсаны ла инҡар итә. 23Алла Улын инҡар итеүсенең Атаһы ла юҡ, ә Алла Улын таныусының иһә Атаһы ла бар.
24Баштан уҡ ни ишеткән булһағыҙ, шуны күңелегеҙҙә һаҡлағыҙ. Әгәр ҙә баштан ишеткәндәр күңелегеҙҙә йәшәһә, һеҙ ҙә Атаның Улында һәм Улының Атаһында булырһығыҙ. 25Мәсих Үҙе беҙгә вәғәҙә иткән нәмә – мәңгелек тормош был.
26Мин быларҙы һеҙҙе тура юлдан яҙҙырырға тырышыусылар хаҡында яҙам. 27Ә һеҙҙең үҙегеҙҙә Мәсихтән бирелгән Изге Рух тора, һәм һеҙ һис кемдең өйрәтеүенә мохтаж түгелһегеҙ. Мәсих Рухы һеҙгә бөтәһен дә өйрәтә, һәм Ул хәҡиҡәтте өйрәтә, ялғанды түгел. Рух өйрәткәнсә Мәсихтә йәшәгеҙ.
Алла балалары
28Шулай итеп, балалар, Мәсих килгәндә Уның алдында ҡыйыу һәм уңайһыҙланмай баҫып тора алыр өсөн, Мәсихтә йәшәгеҙ. 29Әгәр ҙә һеҙ Уның хаҡ булыуын беләһегеҙ икән, тимәк, тәҡүәлек ҡылыусы һәр кемдең Алланан тыуған булыуын да беләһегеҙ.
Currently Selected:
І Яхъя 2: БашИЯ2023
Highlight
Share
Copy

Want to have your highlights saved across all your devices? Sign up or sign in
© Институт перевода Библии, перевод, комментарии, 2023
© Российское Библейское Общество, перевод, комментарии, 2023
© Оформление. Институт перевода Библии, 2023

: