YouVersion Logo
Search Icon

І Яхъя 1

1
Тормош Һүҙе
1Беҙ баштан уҡ булған, беҙ ишеткән, үҙ күҙҙәребеҙ менән күргән, күҙәткән һәм ҡулдарыбыҙ менән ҡағылған нәмә – тормош Һүҙе тураһында вәғәзләйбеҙ. 2Тормош үҙе асылып күренде: беҙ уны күрҙек. Атабыҙ менән булған, беҙгә асылған мәңгелек тормош хаҡында шаһитлыҡ ҡылабыҙ һәм иғлан итәбеҙ. 3Һеҙ ҙә беҙҙең менән тығыҙ аралаша алһын өсөн, үҙебеҙҙең күргән һәм ишеткәндәребеҙҙе һеҙгә лә иғлан итәбеҙ. Беҙ иһә Атабыҙ Алла һәм Уның Улы Ғайса Мәсих менән аралашып йәшәйбеҙ 4һәм һеҙгә был турала ҡыуанысыбыҙ тулы булһын өсөн яҙабыҙ.
Алла – яҡтылыҡ
5Беҙ Ғайса Мәсихтән ишеткән һәм һеҙгә иғлан итә торған хәбәр шул: Алла – яҡтылыҡ һәм Унда һис ниндәй ҡараңғылыҡ юҡ. 6Әгәр ҙә беҙ: «Алла менән тығыҙ аралашып йәшәйбеҙ», – тип әйтәбеҙ, әммә ҡараңғылыҡта ғүмер кисерәбеҙ икән, тимәк, беҙ ялғанлайбыҙ һәм хәҡиҡәт буйынса йәшәмәйбеҙ. 7Әгәр инде Алла яҡтылыҡта булған кеүек, беҙ ҙә яҡтылыҡта йәшәһәк, тимәк, бер-беребеҙ менән тығыҙ аралашып йәшәйбеҙ һәм Улы Ғайсаның түккән ҡаны беҙҙе һәр төрлө гонаһтарыбыҙҙан таҙарындыра.
8Әгәр: «Гонаһыбыҙ юҡ», – тибеҙ икән, үҙ-үҙебеҙҙе алдайбыҙ һәм беҙҙә хәҡиҡәт юҡ. 9Әммә гонаһтарыбыҙҙы таныһаҡ, Алла уларҙы ярлыҡар һәм һәм беҙҙе төрлө яуызлыҡтарҙан арындырыр, сөнки Ул тоғро һәм ғәҙел. 10Әгәр: «Беҙ гонаһ ҡылманыҡ», – тиһәк, Алланы ялғансы итәбеҙ һәм беҙҙә Уның һүҙе юҡ.

Highlight

Share

Copy

None

Want to have your highlights saved across all your devices? Sign up or sign in