YouVersion Logo
Search Icon

І Коринҫостарға 13

13
Ысын мөхәббәт
1Кешеләрҙең һәм фәрештәләрҙең телдәрендә һөйләшеп тә, мөхәббәтем юҡ икән, ул саҡта мин – ни бары баҡыр һауыт зыңлауы йәки яңғырап торған һуҡма тәрилкәләр сыңы. 2Пәйғәмбәрлек һәләтем булһа ла, барлыҡ серҙәрҙе һәм һәр төрлө ғилемде белһәм дә, тауҙар күсерерлек иманым булһа ла, мөхәббәтем юҡ икән, мин бер ни ҙә түгел. 3Бөтә мөлкәтемде ярлыларға өләшеп, маҡтаныу өсөн тәнемде үлемгә тапшырһам да#13:3 Маҡтаныу өсөн тәнемде үлемгә тапшырһам да – ҡайһы бер боронғо ҡулъяҙмаларҙа был урын «тәнемде яндырыуға тапшырһам да» тип бирелгән., мөхәббәтем юҡ икән, миңә бынан бер ниндәй ҙә файҙа булмаҫ.
4Мөхәббәт түҙемле, шәфҡәтле, мөхәббәт көнләшмәй, маһаймай, һауаланмай. 5Мөхәббәт әҙәпһеҙ ҡыланмай, үҙенә файҙа эҙләмәй, ярһымай, кенә тотмай. 6Мөхәббәт ғәҙелһеҙлеккә һөйөнмәй, хәҡиҡәткә шатлана. 7Ул бөтәһенә лә түҙә, бөтә нәмәгә ышана, һәр саҡ өмөтләнә һәм сабыр итә.
8Мөхәббәт бер ваҡытта ла һүрелмәҫ, әммә пәйғәмбәрлек итеүҙәр туҡтар, бүтән төрлө телдәр тыныр, белем дә юҡҡа сығыр. 9Беҙҙең белемебеҙ ҙә, пәйғәмбәрлек итеүебеҙ ҙә өлөшләтә генә. 10Камиллыҡ килеү менән был өлөшләтә булған нәмәләр әһәмиәтен юғалтасаҡ. 11Мин бәләкәс сағымда балаларса һөйләнем, балаларса уйланым, балаларса фекер йөрөттөм, ә инде ир ҡорона ингәс, сабыйҙарса эшләүҙән туҡтаным. 12Әле беҙгә һәммәһе лә көҙгөләге тоноҡ сағылыш кеүек күренә, ваҡыты еткәс иһә йөҙгә йөҙ күрәсәкбеҙ. Минең белемем әлегә өлөшләтә, үҙ мәлендә, Алла мине тулыһынса белгән кеүек, мин дә тулыһынса беләсәкмен.
13Бына һәр ваҡыт буласаҡ өс нәмә: иман, өмөт һәм мөхәббәт. Улар араһында мөхәббәт – иң бөйөгө.

Highlight

Share

Copy

None

Want to have your highlights saved across all your devices? Sign up or sign in